Бөтә яңылыҡтар

Бер-береңә терәк һәм кәрәк булып...

Ошо көндәрҙә Яңы Ҡыйышҡы ауылынан Сара Мөхәмәтйәр ҡыҙы һәм Рәфил Мотаһар улы Ғайсиндар алтын туйҙарын билдәләне. Хеҙмәт уҙамандары был тантана айҡанлы район үҙәгенә саҡырылып, район Советынан Рәхмәт хаты һәм Башҡортостан Башлығының бүләген алып һөйөндө.

Бер-береңә терәк һәм кәрәк булып...
Бер-береңә терәк һәм кәрәк булып...

Ғайсиндар менән яҡындан танышыу өсөн Яңы Ҡыйышҡы ауылына юл тоттоҡ. Йорт-ҡура­ларының күркәмлеге, тө­ҙө­к­­­­­­­лөгө, өй эсендәге бөхтәлек, зауыҡ­лылыҡ бында уңған хужалар йәшәүен күрһәтеп тора. Беҙҙе алсаҡ хужалар йылы ҡаршы алды.
Ярты быуат бергә йәшәгән был пар­ҙың бер-береһенә булған ихтирам һәм һөйөү хистәре йөҙҙәрендә балҡый кеүек ине. Был йылдар эсендә бер бөтөнгә әйләнеүҙәре күренеп тора. Үҙ-ара бер-береһен йөпләп, ихлас һөйләшеүҙәренә һоҡландым. Уларға ҡарап, был йортта бәхет хакимлыҡ итеүен аңланым.
Ғаилә юбилярҙары ихлас итеп ғүмер йомғағын систе... Биш тиҫтә йыл элек бер урамда, өс өй аша ғына үҫкән егет менән ҡыҙ ғүмергә бергә булырға тип сәстәрен сәскә бәйләй. Йәштәр үҙҙәренең йәмле Ағиҙел йылғаһы буйында урынлашҡан тыуған ауылдарынан, туғандары, дуҫтары араһынан китеү тураһында уйламайҙар ҙа, тыуған ерҙәрендә донъя көтөп китәләр. Бала саҡтан хеҙ­мәт һөйөргә, эшһөйәрлеккә өйрәнәләр. Ҡул араһына инеү менән йәй-көҙҙәрен колхоз эшенә йөрөйҙәр, үҙҙәренең хужалыҡ эштәрен өлкәндәр менән бер рәттән башҡаралар.
Бөйөк Ватан һуғышының тәүге көн­дәрендә үк Рәфил ағайҙың атаһы һуғышҡа алына, уға был саҡта ике йәш булһа, әсәһе ҡустыһына йөклө ҡала. Сабыйға атаһын күрергә бөтөнләй насип булмай - яу яланында һәләк була.
- Әсәйем башҡа тормошҡа сыҡманы. Донъя көтөү ауыр булһа ла, асҡа интекмәнек. Йәйҙәрен ялан-ҡырҙарҙан балтырған, ҡымыҙлыҡ, шыма көпшә йыйып алып ҡайтып ашай инек. Әсә­йем уңған булды - һыйыр аҫраны, 30 сутый ерҙә бәрәңге үҫтерҙе. Беҙ ҙә бала көйө уның менән бергә бесән саптыҡ, утын әҙерләнек. Элек кешеләр ҡыш көндәрендә лә урманға йөрөнө, утынды бәләкәй сана менән ташый торғайныҡ. Йәйҙәрен әсәйемә сөгөлдөр баҫыуында ярҙамлаштыҡ. Ғөмүмән, бар эштәрҙе бергәләп башҡарҙыҡ. 7-се класты бөткәс, колхоздың төрлө эштәренә сыҡтыҡ, - тип хәтирәләргә бирелде уҙаман.
Һөнәр һайларға ваҡыт еткәс, Рәфил Мотаһар улы шоферлыҡҡа уҡып, ғүмер буйы “Урал” колхозында хеҙмәт итә. Көндө төнгә ялғап, тырышып ялһыҙ эшләүе, бер генә тапҡыр отпускы ялын алыуы ла күп нимә хаҡында һөйләй. Бигерәк тә урып йыйыу осоронда бер таңдан икенсеһенә тиклем эшләгән ваҡыттарҙы оноторлоҡмо ни?!
Ә Сара Мөхәмәтйәр ҡыҙы ете балалы ишле ғаиләлә ты­уа. Улар үҙ-ара бик татыу булып, бер-береһенә ярҙамлашып үҫәләр. Йәштән һайлаған һө­нәренә тоғро ҡалып, ул ғүмере буйы һатыусы була. Магазинға килеүселәрҙең һәр береһен яҡты йөҙ менән ҡаршы алып, матур итеп хеҙмәтләндерә. Колхоздар осоронда хеҙмәт коллективтарына эшкәртеү өсөн сөгөлдөр баҫыуын бүлеп биреүҙәрен күптәр яҡшы хәтерләй, ул да был эштән ситтә ҡалмай. Ҡасандыр ауыр тормош хәлендә атай-әсәйһеҙ ҡалған ҡустылары Мәхмүт, Вәсим, Айрат һәм Тәлғәткә лә заманында ярҙам ҡулы һуҙып, аяҡҡа баҫырға, тормошта үҙ урындарын табыр­ға эскерһеҙ булыша.
Тырыш ғаиләләр ни менән шөғөлләнһә, Ғайсиндар ҙа шуларҙың барыһын да башҡара: аҙбар тулы мал аҫрайҙар, баҡсаларында йәшелсә-емеше гөрләп уңа.
- Балаларыбыҙҙы уҡытҡан саҡтар үҙ­гәртеп ҡороу йылдарына тура килде. Эш хаҡы түләмәйҙәр, юлға бирергә лә аҡса юҡ, шуның өсөн мал һатып “тере” аҡса эшләнек. Икешәр һыйыр, өс-дүрт тана тоттоҡ. Аллаға шөкөр, өс балабыҙ ҙа беҙҙең биткә ҡыҙыллыҡ килтермәнеләр, уҡып, маҡсаттарына ирештеләр, - тип һөйөнә улар.
Хәҙер инде тормош мәшә­ҡәт­тәре артта ҡалған, балалары үҙ юлдарын табып, урынлаш­ҡан­дар. Өлкәндәре Рәфис баш ҡалала һаҡ хеҙмәтендә эшләй, ҡыҙҙары Гөлнара Прибельс­кий ауыл хакимиәте хеҙмәткәре. Тормош иптәше Ринат ме­нән бынамын тигән өс ҡыҙға ғүмер бүләк иткәндәр. Карина, Алһыу һәм Самираның уңыштарына ата-әсәйҙәре лә, олатай-өләсәйҙәр ҙә шат. Рафаэль Өфөлә юл төҙөү хужалығында мастер булып эшләй, ҡатыны Рәлиә менән ике бала тәрбиәләйҙәр – Камила мәктәп уҡыусыһы булһа, Эмир балалар баҡсаһына йөрөй.
Матур ғүмер юлы үтеп, ғү­мер­­ҙәренең заяға уҙмауына, балаларының, ейән-ейән­­сәрҙә­ренең ҡаҙаныштарына һөйө­нөп йәшәй уҙамандар.
Йәштәре олоғайып, лайыҡ­лы ялда бул­һалар ҙа, ҡул ҡау­шырып ултырмайҙар Ғайсиндар, көстәренән килгәнсә баҡса тултырып йәшелсә үҫтерәләр, ҡош-ҡорт аҫрайҙар. Элек ул­тырт­ҡан емеш ҡыуаҡ-ағастары ла мул уңыш бирә.
- Тормошобоҙ көйлө, пенсия килеп тора, өйөбөҙгә газ ингән, балаларыбыҙ беҙгә ҡарата иғтибарлы. Ошонан да ҙур бәхет булыуы мөмкин түгел! Иң мөһиме, донъялар тынысланып китһен, балаларыбыҙ сәләмәт булһын, - ти ғаилә юбилярҙары.
Әйткәндәй, улар йәмәғәт тормошонан да айырылмайҙар, тыуған яҡтарын йәмләндереүгә үҙ өлөштәрен индерергә тырышалар. Өйҙәренән алыҫ булмаған юл буйында ағастар күркәмлек һәм бурандарҙа, елдәрҙә ышыҡлыҡ биреп үҫәләр. Бына ошо ағастарҙы Рәфил ағай үҙе урмандан алып ҡайтып үҫтергән. Шулай уҡ Һарт-Шишмә ауылындағы паркка ла ҡарағай, ҡайын, имән үҫентеләре ултыр­та улар. Эйе, бер бөтөнгә әйләнгән был икәү һәр саҡ бергә. Элек бергәләшеп бесән сапһа, утын әҙерләһә, әле лә ҡулдарынан килгән эштәрҙе бергәләшеп башҡаралар, йәйҙәрен ер еләген йыйыу өсөн икәүләп яландарҙы ҡыҙыралар.
Ғүмер буйы әүҙем булып йәшәгәнгәме, Ғайсиндар хаҡ­лы ялда ла сәләмәтлектәрен хәс­тәрләп күберәк хәрәкәт итергә, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барырға тырыша. Һауаның ниндәй торошо булһа ла, көн һайын йәйәү йөрөйҙәр, һуңғы йылдарҙа скандинав йөрөүе менән мауығалар. Уларҙың һүҙҙәре бу­йынса, саф һауала йөрөү кәйеф­тәрен күтәрә, сәләмәтлектәрен нығыта һәм унан кинәнес алалар.
Был ғаилә махсус хәрби операциялағы яугирҙәргә ярҙам итеүҙе бурыстары итеп һанай. Улар гуманитар ярҙам итеп, ир­ҙәр күлдәктәре һәм ойоҡбаштар ебәрә. Сара Мөхәмәтйәр ҡыҙы маскировкалау селтәрҙәре үрер­гә лә йөрөй.
Мәсеткә илткән юлға ла ту­ҙан төшөрмәй улар. Ғайсиндар­ҙы ярҙамсыл һәм ҡунаҡсыл ке­ше итеп тә белә ауылдаштары.
Ҡыуаныстарҙы бергә бү­леп, тормошта осраған ҡаршы­лыҡтарҙы бергә еңеп, бәхетле миҙгелдәр кисереп йәшәгән был пар алдағы көндәргә ышаныс менән ҡулға-ҡул тотоноп тормош юлынан бара.
- Бер-береңә таянып ғүмер кисереү – ҙур бәхет. Бер-беребеҙҙе һәр саҡ аңлап, тыңлап йәшәргә тырыштыҡ, - ти Сара Мөхәмәтйәр ҡыҙы.
Уның һүҙҙәренә бабайы ихлас ҡушыла:
- Тормош булғас, төрлө саҡ­тар була. Ә беҙ бер ваҡытта ла асыуланышып йөрөмәнек. Ғү­мерҙең уҙғаны ла һиҙелмәгән. Йәш саҡтар тиҙ үтә, олоғайған­да бер-береңә нығыраҡ кә­рәк­һең...
Ғайсиндар һоҡланырлыҡ ғү­мер юлы уҙған. Улар бөгөнгө көнгә тиклем бөйөк хистәрен һаҡлап, бер-береһенә кәрәк һәм терәк булып, бер-береһен һаман да күҙ ҡараштарынан уҡ аңлап йәшәйҙәр.
Фәниә Сәлимгәрәева.
Автор фотоһы.

Бер-береңә терәк һәм кәрәк булып...
Бер-береңә терәк һәм кәрәк булып...
Автор: Миляуша Давлянова
Читайте нас