Бөтә яңылыҡтар

Алдаҡаевтар нәҫеленән ул

Һәр ауылда үҫеп килеүсе быуынға үҙҙәренең хеҙмәт өлгөһө һәм яҙмышы менән өлгө булырлыҡ кешеләр йәшәй. Минең мәҡәләм геройы ла үҙ өлөшөнә төшкән һынауҙарҙы лайыҡлы үтеп, тормош ҡанундарына тоғро ҡалған ҡатын-ҡыҙ. Уның йортоноң ишектәре ҡунаҡтарға һәр саҡ асыҡ. Аҡыллы һәм изге кәңәштәре фәһемле һәм урынлы. Ошондай инәйҙәрҙең береһе - Тайғынова Финә Шәрифулла ҡыҙы Үтәгән ауылында йәшәй. 

Алдаҡаевтар нәҫеленән ул
Алдаҡаевтар нәҫеленән ул
Ул тәрән тамырлы, тырыш һәм бик талантлы Алдаҡаевтар нәҫеленең төйәге Баҡсалы ауылында 1937 йылда икенсе бала булып донъяға килә. Атаһы һуғышҡа киткәндә, улар ағаһы Миңлеғәли менән әсәһе ҡулында ҡалалар. Бәхеткә, атайҙары 1945 йылда немец илбаҫарҙарын еңеп, тыуған ауылына әйләнеп ҡайта. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, алдынғы колхозсы, колхоз рәйесе һәм партия ағзаһы Шәрифулла Алдаҡаев балаларын бәләкәйҙән эшһөйәрлеккә өйрәтеп үҫтерә. Шуғалыр ҙа өлкән улдары Миңлеғәлиҙең Ленин ордены, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры, РСФСР-ҙың атҡаҙанған шахтеры, “Шахтер даны” билдәһенең тулы кавалеры, икенсе улы Нәбиулланың “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе”, ҡыҙы Финәнең “Урал” колхозында оҙаҡ йылдар эшләп, БАССР-ҙың Юғары Советы президиумының Почет грамотаһына һәм “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” исемдәренә лайыҡ булыуы ғәжәп түгел.
 
Әлшәй районында йәшәүсе бәләкәй ҡыҙы Рәсилә 35 йылдан ашыу ғүмерен балалар уҡытыуға арнаған мәғариф уҙаманы булһа, улдары Ринат Һарытау ҡалаһында оҙаҡ йылдар торлаҡ хужалығында эшләй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Салауат ҡалаһында “Ағиҙел” мәҙәниәт йортонда баянсы-вокалсы булып эшләп йөрөгән, күңеле тулы моң булған Мараттың ғүмере иртә өҙөлә.
Ата-әсәһе һәм туғандарының һәр береһе хаҡында Финә Шәрифулла ҡыҙы ҙур ғорурлыҡ менән телгә ала. Бигерәк тә бергә уйнап үҫкән ағаһы Миңлеғәлиҙең ҙур дәрәжәләргә ирешеүенә ғорурлана.
 
- Ағайым 5-се класты тамамлап, армияға алынғансы колхозда ат ҡараусы булып эшләргә өлгөрҙө. Армиянан һуң Кемерово өлкәһенең Прокопьевск ҡалаһына барып төпләнеп, 30 йылдан ашыу ғүмерен шахта эшенә бағышланы.
Ул ауылға йыш ҡайтып йөрөнө, мин дә әсәйем менән уларға ҡунаҡҡа барғаныбыҙ булды. Бик йомарт ине, күстәнәстәр менән посылкалар ебәрә торғайны.
Үкенескә, тыуған яҡтарға ҡайтып төпләнергә тигән хыялы ғына бойомға ашмай ҡалды. Ағайым 61 йәшендә ҡапыл вафат булып, Прокопьевскта ерләнеп ҡалды, - ти хәтирәләргә бирелеп Финә Шәрифулла ҡыҙы.
Финә инәйгә һуғыш осоро балалары өлөшөнә тейгән ауырлыҡтарҙың барыһын да татырға тура килә. Аслыҡ-яланғаслыҡ уларҙың ғаиләһен дә урап үтмәй. Уҡырға теләге көслө булған ҡыҙ тыуған ауылында 4-се, Шәрәйҙә – 5-се, Һарт-Науруз ауылында 6-сы класты тамамлағандан һуң 8-се класҡа уҡырға Сахай ауылы мәктәбенә бара. Ләкин, март айында ағас мәктәп янып китеү сәбәпле, уға уҡыуын ташлап, фермаға эшкә барырға тура килә.
Ике йыл ауыл фермаһында быҙауҙар ҡарай. Матур булып буй еткергән 19 йәшлек кенә ҡыҙға ул ваҡытта армия хеҙмәтенән ҡайтып, Өфө моторҙар заводында эшләп йөрөгән Зәкиулла Тайғынов яусы ебәрә. Йәштәр бергә ҡауышып, үҙ ғаиләләрен ҡора. 12 йәшендә әсәһенән, 14 йәшендә атаһынан ҡалған егет донъя көтөргә тырыш, сымыры булып сыға. Йәштәр бергәләшеп йорт һалып инәләр, мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрап, баҡса үҫтереп, донъя көтөп китәләр. Финә Шәрифулла ҡыҙы “Урал” колхозында һауынсы, Зәкиулла ағай балта оҫтаһы булып эшләйҙәр.
 
- Ауылда эш сөгөлдөр ҙә, ферма була торғайны. Балаларҙы кейендерергә, уҡытырға кәрәк. Аҡсаһы күберәк тип, фермаға эшкә барҙым.
Үтәгән фермаһының ул саҡтарҙа гөрләп торған сағы. Мин эшләй башлғанда 24 һауынсы инек. Бөтә эш ҡул менән башҡарылған ауыр замандар. Шулай булһа ла бирешмәнек, тырышып, маҡталып, ярышып эшләй торғайныҡ. Хәҙер иң өлкән һауынсыларҙан ауылда мин генә ҡалдым, - тип иҫкә ала Финә Тайғынова.
Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн Финә Шәрифулла ҡыҙын йыйылыштарға, Һабантуйҙарға, слеттарға йөрөтәләр, бик күп миҙалдарға, Маҡтау ҡағыҙҙарына эйә була, дүрт тапҡыр шифаханаға юллама менән дә бүләкләнә.
- Аллаға шөкөр, бабайым бик һәйбәт булды, донъяны, балаларҙы үҙе көтөргә алып ҡалып, мине поезға ултыртып, оҙатып ҡала торғайны. Анапа ҡалаһына, “Янғантау”, “Йәшел сауҡалыҡ”, “Йәйғор” 
шифаханаларында һаулығымды нығыттым.
Бабайымдың вафат булғанына ла 19 йыл ғүмер үткән. 51 йыл татыу, тыныс ғүмер кисерҙек. Балалар, туғандар, күршеләр менән матур итеп алтын туйыбыҙҙы ла үткәрҙек, - ти Финә Шәрифулла ҡыҙы.
Финә һәм Зәкиулла Тайғыновтар биш бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Уларҙың һәр береһе тормошта үҙ урындарын табып, лайыҡлы ғүмер кисерәләр. Ҡыҙҙары Фәниә Асҡын районында, Зәйтүнә - Салауатта, кесе ҡыҙҙары Мәрйәм Өфөлә йәшәй. Фәнүзә 35 йыл Ханты-Мансиҙа йәшәп, күптән түгел ауылға йәшәргә ҡайтҡан.
 
- Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улыбыҙ Фәрит биш йыл элек коронавирустан вафат булып ҡалды. Ул ғаиләһе менән Силәбелә йәшәй ине. Егерме йыл пароходта Владивостоктан Японияға диңгеҙ рейстарына йөрөнө.
Киленем һинең янға килһәң рәхәт тип, йыл да килеп китә. Бала нисә йәштә лә бала булып ҡала, башҡаларға Хоҙай бала ҡайғыларын бирмәһен, - ти йәшле күҙҙәрен һөртөп Финә Шәрифулла ҡыҙы.
Май айында 89 йәшен тултырған Финә инәйҙең оҙон ғүмерлелегенең сере - уйҙары гел изгелектә, яҡшыны ғына күрә белеүҙәлер, моғайын. Сөнки, әңгәмәләшеп ултырған ваҡытта, инәй һәр нимәгә тик ыңғай ҡарашта ғына булыуын белдерҙе. Күршеләрем бик яҡшылар, ярҙамсылдар, Үтәгән ауылы халҡы егәрле, булдыҡлы, берҙәм, тип маҡтап ҡына телгә алды.
Күңеле иманда булған инәйҙең башҡаса фекер йөрөтөүе лә мөмкин түгел. Финә Шәрифулла ҡыҙы дини китаптар уҡый, ҡөрьән сүрәләрен яттан белә, сәләмәтлеге булғанда ауылдаштары уны аяттар уҡырға ла саҡырған. Изге күңелле инәй мәсет асылыу хөрмәтенә ҡорбан салдырыуҙа, йома сәйҙәре үткәреүҙә лә үҙ өлөшөн индергән.
- Үкенерлек тә, зарланырлыҡ та, маҡтанырлыҡ та түгел үткәндәр. Бай ҙа, ярлы ла булманыҡ, беҙҙең заманда көнләшеү, кешене күрә алмаусанлыҡ юҡ ине. Барыбыҙ ҙа бер тигеҙ булдыҡ.
Әлеге көндә доғала булып, тиҫбе тартып, тәсбих әйтеп, белгәндәремде уҡып ултырыуыма шөкөр ҡылам. Донъялар имен булып, бар кешеләр ҙә тыныслыҡта, сәләмәтлектә йәшәһендәр ине, - тип оҙатып ҡалды беҙҙе Финә Шәрифулла ҡыҙы.
Амин, теләктәрең ҡабул булһын, аҡ инәй!
Гөлсәсәк Аласова.
Автор фотоһы.
Автор: Гульчачак Алачева
Читайте нас