Бөтә яңылыҡтар

Күңеле уның - изгелек

Үтәгән ауылында йәшәүсе медицина ветераны Зәйтүнә Сәхәпова тураһында электән ишеткәнем бар ине. Был ауылға юл төшкәс, оло кеше менән танышып, хәлдәрен белеп сығырға булдым. Аяҡтар белеп тартҡан икән: яғымлы, ихлас, асыҡ сырайлы инәй ихлас ҡаршы алды.

Күңеле уның - изгелек
Күңеле уның - изгелек

Үрге Төкөн ауылында тыуып, белем алыуға ынтылған ҡыҙ һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙа фельдшер-акушер һөнәренә эйә була. Ул Үтәгән ауылы егетенә кейәүгә сығып, ғүмеренең күп өлөшөн халыҡ һаулығын һаҡлау өлкәһенә бағышлай.
Диплом алғас, тәүҙә Урал ауылындағы, аҙаҡ Яңы Ҡыйышҡылағы фельдшер-акушерлыҡ пункттарында эшләй. Профилактика, дауалау эштәренән тыш, ул саҡтарҙа бала табыу йортона барырға өлгөрмәгән күпме әсәне Зәйтүнә Ғизетдин ҡыҙы үҙе ҡабул итеп, күпме сабыйҙарға кендек әсәһе була! Кешеләр татлы йоҡола булған төндәрҙә лә ауырыуҙарға ярҙам итергә ашыға. Эшенә бер ваҡытта ла ҡаршы килмәгән, ярҙам иткән тормош иптәшен тик йылы һүҙҙәр менән генә иҫкә ала. Уның бергә оҙатып барған саҡтары ла күп була. Үҙ эшенең оҫтаһы, изге күңелле инәй хаҡлы ялға сыҡҡас та бер ваҡытта ла уға төбәп килгәндәрҙең үтенесен кире ҡаҡмай, һәр саҡ ярҙам итә, өйҙәренә укол һалырға йөрөй, хатта күрше ауылдан да уға мөрәжәғәт итәләр. Үҙ эшенең оҫтаһы, яуап­лы, миһыр­банлы белгес булып хөрмәт ҡаҙана ул. Бар күңелен һалып башҡарған эш үҙ емешен бирә - уға һаман да халыҡтың рәхмәте сикһеҙ, хөрмәте ҙур.
- Эшемде бик яраттым һәм хеҙмәтемдән йәм табып йәшәнем. Күңел һалып эшләһәң, эштең бер ауырлығы ла һиҙелмәй ул. Беҙҙең эштә битарафлыҡ ярамай, асыҡ йөҙ, йомшаҡ тел, изге күңел дә дауаларға булышлыҡ итә, - ти медицина уҙаманы.
Һәр кемдең яҙмышы тарихтың бер өлөшө булып тора, сөнки тормошо заманына күрә ялғана. Был инәйҙең яҙмышы ла илдекенән айырылмай.
- Атайым һуғышҡа киткәндә әсәйем миңә йөклө ҡалған. Хушлашҡанда, балабыҙҙы мин ҡайтҡансы ҡарап үҫтер, тигән. Мин 1943 йылда донъяға килгәнмен. Күмәк инек, мин ғаиләлә иң кесеһе булдым. Атайымдың ике генә хаты килеп өлгөргән, яу яландарында һәләк булған. Уйнап йөрөгәндә балалар аталарының ҡосаҡтарына ташланһалар, миңә ҡыйын була торғайны. Йүгереп өйгә кереп китеп, ниңә минең дә атайым юҡ икән, тип илағаным һәм бахырҡай әсәкәйем дә минең менән бергә илағаны әле һаман хәтерҙә....
Бала сағым ауыр булды. Аслыҡ, яланғаслыҡ үҙәктәргә үтте. Күрше рус ауылы - Александровканың баҡсаларынан серегән бәрәңге йыйып алып ҡайттыҡ, йәйҙәрен ялан-ҡырҙарҙан төрлө үләндәр - ҡырлы ҡурай, ҡаҡы, йыуа, алабута, баҫыуҙан ҡалған ашлыҡты алып ҡайтып ашаныҡ. Утын мәсьәләһе лә еңел булманы. Әсәйем урманға барып серек ағасты киҫкән өсөн бригадир уны туҡмаған хатта, - тип ауыр хәтирәләргә бирелде уҙаман.
Зәйтүнә Ғизетдин ҡыҙы тыу­ған ауылында башланғыс белем алғас, күрше Түбәнге Төкөн мәктәбендә ете класты бөтөрә. Уҡырға теләге көслө булған ҡыҙ артабан Бишауыл-Уңғар ауылында өс йыл уҡып, урта белем ала. Дөйөм ятаҡта тороп, белем эстәй. “Бүлмәләр мейес менән йылытыла ине. Беҙ сиратлап ут яғабыҙ. Утын насар ғына, яндыра алмай интегәбеҙ, өшөйбөҙ. Ҡара сәкмәндәр кейә инек. Аҙна һайын ауылыбыҙға ҡайтып, өйҙән бәрәңге, икмәк килтерҙек. Поезд менән ҡайтып-китеп йөрөнөк. Аҡса бик юҡ бит инде, әҙ-мәҙ аҡсаны янда ҡалдырыу өсөн тауар поездарына эләгәбеҙ. Ҡарлыман станцияһында ултырабыҙ ҙа Төкөн станцияһында төшәбеҙ. Ул туҡтамағанда Нуғаҙаҡ станцияһында төшкән саҡтар ҙа күп булды. Шунан йәйәүләп ун саҡрымдан артыҡ кирегә атлап ҡайта инек”, - тип уҡыу йылдарын да иҫкә алды инәй.
Яҡшы уҡыған ҡыҙ урта белем алғас, уҡытыусы булыу өсөн Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы педагогия техникумына уңышлы имтихан тапшырып уҡырға инә. Шунан студенттарҙы бәрәңге баҫыуына эшкә ебәрәләр. Мин бит бында белем алырға кил­дем, тип документтарын алып ҡайта ла китә. Шунан Өфөләге медицина техникумына уҡырға инеп, фельдшер-акушер һөнәренә уҡый. “Атайым һуғышта һәләк булһа ла, ятаҡтан урын табылманы. Фатирҙа тороп уҡыным. Әсәйем мәрхүм мине уҡытыу өсөн бар көсөнә тырышты”, - тине үткәндәрҙе иҫләп.
Тормош иптәше Зиф Закир улы менән өс бала үҫтерәләр. Афған ерендә хеҙмәт итеп ҡайт­ҡан улдары Зыяның ғүмере ҡыҫҡараҡ була. Өйләнеп, ике балалары донъяға килеп, матур итеп йәшәп ятҡанда ауырыу­ҙан вафат була. Ҡыҙҙары Зияда Салауат ҡалаһында, Альбина Илеш районында ғаиләләре менән йәшәйҙәр. Улар килеп, хәлдәрен белешеп, ярҙамлашалар. Ейән-­ейәнсәрҙәре лә өләсәләрен ҡы­уан­дырып торалар. Тормош иптәше күптән баҡыйлыҡҡа күскән. Зәйтүнә Ғизетдин ҡы­ҙы бер үҙе ҙур, күркәм йортта йәшәй.
Бөтә ғүмере Үтәгән ауылында үтһә лә, тыуған ере уның йөрәге түрендә. “Тыуған ауылымды, бала һәм йәшлек осоромдо, туғандарымды, яҡташтарымды бик һағынам. Элек бергә уйнап, уҡып үҫкән иптәштәрем гел хәтерҙә”, - тип күҙҙәренә йәштәр эркелде. Шулай булмай ни, ғәзиз ере уны бар иткән, кеше иткән, һәм ул тыуған еренән илһам алып ғүмер кисерә.

Фәниә Сәлимгәрәева.
Автор фотоһы.

Автор:
Читайте нас