Бөгөн Башҡортостанда алтмыш меңгә яҡын күп балалы ғаилә йәшәй. Был күрһәткес буйынса республика Волга буйы федераль округында алдынғылыҡты тота. Герой әсәләр һаны ла артып, туғыҙға етте. Уларға, юғары награданан тыш, бер миллион һум күләмендә түләү ҙә ҡаралған. Бынан тыш, ғаилә институтын нығытыуҙа һәм балалар тәрбиәләп үҫтереүҙәге уңыштары өсөн ата-әсәләргә байтаҡ юғары наградалар ҙа тапшырыла. Шундай матур, уңған ғаиләләрҙең береһе Ҡырмыҫҡалы районында йәшәй.
Был оло татыу ғаиләне белмәгән кеше юҡтыр ҙа. Рауза Сафина һәм Илдар Таһиров биш ул һәм алты ҡыҙҙарын һөйөү менән, ҡәҙерләп тәрбиәләп үҫтерә. Уларҙың ике ҡатлы иркен йорттары бәхетле балаларҙың шат тауыштарынан гөрләп тора. Рауза Ғәбдерәүеф ҡыҙы “Герой әсә” исемен ҙур ғорурлыҡ менән йөрөтә. Тиҫтәнән ашыу йыл элек ғаилә Өфө ҡалаһынан район үҙәгенә күсеп килә. Маҡсат билдәле инде, үҙ йортоңда, иркендә балаларҙы үҫтереү, хеҙмәткә өйрәтеү, баҡса тәрбиәләү, хужалыҡ тотоу. Бөгөн оло ғаиләнең шатлыҡтары ла, мәшәҡәттәре лә, уй-теләктәре лә етерлек. Берҙәмлек, тырышлыҡ барыһын да еңә.
“Күңелһеҙләнергә ваҡыт юҡ, көндөң нисек үткәнен дә абайламай ҡалаһың. Үҙебеҙҙең йортта йәшәү хыялы күптән бар ине. Балаларҙы тәрбиәләп үҫтереү ҙә ауылда еңелерәк, улар бәләкәйҙән бер-береһенә ярҙамсы, тиҙ ҡул араһына инәләр. Дәрес әҙерләгәндә лә ярҙам итеүселәр табыла, – ти Рауза Ғәбдерәүеф ҡыҙы.
–Беҙ балаларҙы яратабыҙ. Йәшлек менән донъя мәшәҡәттәрен,тормош ауырлыҡтарын бөтөнләй һиҙмәнек тә. Шуға күрә бала-саға үҫтереүҙең ҡыйынлығы тураһында ишетһәм, аптырап китәм. Бәлки, иптәшем Илдар Нәзиб улының донъя көтөргә тырышлығы, йорт эштәрендә әүҙем ҡатнашыуы, тиктормаҫлығы ныҡ ярҙам иткәндер. Ғөмүмән, бөтә эште тигеҙ тартырға, ярты һүҙҙән бер-беребеҙҙе аңлап йәшәргә өйрәндек. Уның Һауа-десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеүе, спорт менән шөғөлләнеүе ҡыҙ һәм улдарыбыҙҙы тәртипле, дисциплиналы итеп үҫтереүгә ҙур йоғонто яһаны. Тормош иптәшем - бокс буйынса спорт мастеры, 48 тапҡыр парашюттан осош яһаған ҡыйыу спортсы. Балаларына дөрөҫ юлды һыҙып, тәртибе менән уларға өлгө күрһәткән атай. Өфө нефть техник университетында уҡыған Радамир улыбыҙ бокс буйынса төбәк призеры, спорт мастеры. Колледжда уҡыған Ильяс улыбыҙ ҙа атаһының шөғөлөн үҙ итте, бокс буйынса бер нисә тапҡыр Башҡортостан призеры булды. 9-сы класта уҡыған Ралина спорттың ниндәй генә төрө менән шөғөлләнмәй, ә бокс буйынса ул – Башҡортостан ярыштарының бронза призеры.
Аталары бер ҡасан да “мотлаҡ спорт менән шөғөлләнегеҙ, йүгерегеҙ, ярышта ҡатнашығыҙ”, тип балаларҙы ирекһеҙләмәне, үҙе бар йәһәттән дә яҡшы өлгө булды.
Ата-әсәнең иң өлкән ҡыҙҙары Алинаға – 33 йәш. Иптәше Фәдис менән Нижневартовск ҡалаһында йәшәйҙәр, Нурлан исемле ул үҫтерәләр. Өс балаға атай 30 йәшлек Эдуард бөгөн махсус хәрби операция зонаһында хәрби бурысын үтәй. “Фатихабыҙҙы биреп оҙаттыҡ, хеҙмәтендә бөтәһе лә яҡшы, барыһы ла уң булһын”, тигән теләктә әсә.
25 йәшлек улдары Илдар ғаиләһе менән Себерҙә йәшәй, Эмир тигән сабыйҙары бар. 22 йәшлек Радмир Ҡырмыҫҡалыла икмәк заводында эшләй. 19 йәшлек Рената – Өфө машиналар төҙөү колледжы студенты. Иң кескәй ҡыҙҙары Регина, Камилла һәм Венера әле мәктәптә уҡый, өлкән ағай-апайҙарынан ҡалышмайҙар, бисерҙан үреп төрлө әйберҙәр эшләү менән шөғөлләнәләр, сараларҙа әүҙем ҡатнашалар.
– Алты ейән-ейәнсәребеҙ бар, уларҙың килгәнен көтөп алабыҙ. Бала тауыштары тынмаған йортта йәшәү күңелле. Шул хәтлем балаға әсә булыу минең өсөн ҙур бәхет, – ти Рауза ханым. – Эргәңдә һине аңлаған, ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торған хәстәрлекле ир һәм атай булыуы икеләтә бәхет, икеләнеүҙәргә, хәүефләнеүҙәргә урын ҡалмай.
Балаларын һөйөү һәм яуаплылыҡ менән үҫтергән Рауза Ғәбдерәүеф ҡыҙына 2005 йылда дәүләт наградаһы – “Әсәлек даны” миҙалы тапшырылды. Яңыраҡ уға юғары дәрәжәле “Герой әсә” исеме бирелеүе һәм бер миллион һум күләмендә аҡсалата түләү тапшырылыуы менән бөтә республика ҡотланы. “Аҡсалата ҙур бүләкте нимәгә тотондоғоҙ ?”– тип ҡыҙыҡһыныуыбыҙ яуапһыҙ ҡалманы. “Йортобоҙҙо тағы иркенерәк, ейән-ейәнсәрҙәребеҙ өсөн уңайлыраҡ, матурырыҡ иткебеҙ килде, ҙур ҡәнәғәтлек менән ремонт эштәренә тотондоҡ”, – ти йылмайҙы Рауза ханым.
Динә Арыҫланова.
Ҡырмыҫҡалы районы.
Фото: шәхси архивтан.