Бөтә яңылыҡтар

Бер-береһе өсөн йән атып йәшәйҙәр

Ҡустығол ауылында илле алты йыл бергә ғүмер кисергән Әминә һәм Владимир Винстарҙың һоҡланғыс ғаиләһе менән танышырға насип булды. Яҙмыш ҡушыуы буйынса ике милләт кешеһе сәстәрен сәскә бәйләп, бер-береһе өсөн йән атып йәшәйҙәр.

Бер-береһе өсөн йән атып йәшәйҙәр
Бер-береһе өсөн йән атып йәшәйҙәр

Тырыш ғаиләнең йорто, ихатаһы алыҫтан уҡ тирә-яҡҡа йәм биреп тора. Был парға һәм уларҙың донъяһына һоҡланып та туймаҫлыҡ.
Винстар беҙҙе элекке таныштары кеүек ихлас ҡаршы алдылар. Алсаҡ йөҙлө, яғымлы, теремек хужалар менән тиҙ арала уртаҡ тел таптыҡ.
Йорт хужаларынан танышып китеүҙәре тураһында һорағас, бала, йәш саҡтарын иҫкә төшөрҙөләр.
- Күрше ауыл балалары үҫмер саҡтан бергәләшеп колхоз эшенә йөрөнөк. Эштән һуң бергә уйнаныҡ, шаярҙыҡ, клубҡа йөрөнөк. Шулай танышып, дуҫлашып киттек, - тине ғаилә башлығы.
Матур буй-һынлы рус егете ҡара сәсле һылыу башҡорт ҡыҙын оҡшата. Ҡыҙға ла егеттең яғымлылығы, ихтирамлығы күңеленә ята. Йәштәр буласаҡ тормош иптәштәренең башҡа милләттән икәнлектәрен дә, өлкәндәр нисек ҡабул итерҙәр икән тип тә уйламай. Ә ата-әсәләр ике ғашиҡҡа ҡаршы килмәй.
Барлыҡҡа килгән яңы ғаилә тәүге көндән үк ихтирамлы булып, ата-әсәләр, туғандар менән аралашып йәшәй, йорттарынан нәҫел-нәсеп өҙөлмәй. Ир менән ҡатын бер-береһенең баһаһын күтәреп, дәртләнеп ғүмер итәләр. Был парҙы уртаҡ ниәттәр, уртаҡ теләктәр берләштерә. Винстар Лариса һәм Светлана исемле ике ҡыҙға ғүмер бүләк иткәндәр. Хәҙер балалары үҙ донъяһын ҡороп, үҙ тормоштары менән йәшәйҙәр, олатай һәм өләсәйҙе дүрт ейән-ейәнсәр һәм бер бүләр менән дә шатландыралар.
- Ғаиләбеҙҙә бер ҡасан да аңлашылмаусанлыҡ булманы. Бер-беребеҙҙең телен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын ихтирам итеп йәшәнек. Балаларыбыҙға ике телгә лә һөйөү тәрбиәләп үҫтерҙек. Әле олоғайғас бер-беребеҙгә тағы ла ҡәҙерлерәк, кәрәгерәк булыуыбыҙҙы аңлайбыҙ, - ти улар.
Әминә Ғәйфулла ҡыҙы ошо ауылда күп балалы ғаиләлә тыуып үҫә һәм тәрбиәләнә. Бала сағын бик бәхетле булды, тип хәтерләй ул. “Йәштән актив ҡыҙ булдым. Өмәләрҙә ҡатнашыуҙар, комсомол йыйылыштары, депутат булған саҡтар… - барыһы ла матур хәтирә булып ҡалды”, - ти ул.
Владимир Ауырғазы районының Степановка ауылынан булһа ла, яҙмыш әсә менән улды Ҡырмыҫҡалы районына килтерә. “Әсәйем йәш сағында комбайнсы булып эшләй. Ә күңеленән педагог булырға хыяллана. Теләгенә ирешеү өсөн ситтән тороп Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтына уҡырға инә. Уҡып бөткәс, уны районыбыҙға йүнәлтәләр. Улы Владимир менән килә. Ҡатын Урал, Ивановка, Покровка ауылдарында уҡытыусы булып эшләй. Ә бәләкәй малай был яҡтарға һәм тормошта кәрәк булған бар эшкә лә өйрәнеп үҫә.
Өйләнешкәс, ҡатынының тыуған ауылында төпләнеп, күркәм йорт һалып сығалар. Тәүҙә колхозда ир механизатор, механик, бригадир булһа, ҡатын баҫыуҙарҙа сөгөлдөр үҫтерә, фермала һыйырҙар һауа. Шунан үҙгәртеп ҡороуҙар башланғас, 1992 йылда “Нива” крәҫтиән-фермер хужалығын асып ебәрәләр. Байтаҡ йылдар иген культуралары, шәкәр сөгөлдөрө үҫтерәләр.
Бер-береһе тураһында һорағас, Әминә Ғәйфулла ҡыҙы:
- Эшһөйәр, нимәгә тотонһа, шул ҡулынан килә. Техниканы һәм электромеханиканы ла яҡшы белә. Уның ике кешегә етерлек энергияһы бар. Изге күңелле лә, уны ауылдың бөтә бала-сағаһы ла ярата. Ололарға ла, кеселәргә лә ихтирамлы һәм иғтибарлы, - тип һөйләне.
Әйткәндәй, ғаилә башлығының ҡыҙыҡлы шөғөлө бар икән: ул монтажлап, биҙәп видеофильмдар эшләй. Уларҙа ауыл тормошо, байрамдар, юбилейҙар, тарихҡа ингән күп төрлө хәл-ваҡиғалар! Был видеофильмдарҙы ҡарап үткәндәр буйлап гиҙәһең.
Владимир Юрьевич та тормош юлдашынан мөкиббән ине. “Иң яҡшы сифаттар Әминәлә: аҡыллы һәм сабыр. Ул яҡшы баҡсасы, тәмле бешерә”, - тигән маҡтау һүҙҙәрен әйтте. Уңған, бар яҡлап һоҡланғыс кешенең уңыш нигеҙе, эшкә дәртләндереүсеһе ҡатыны икәнен дә телгә алып китте. Ғөмүмән, йорт хужаһы баҙнатлы һәм йүнсел булһа, ҡатын уға терәк булып йәшәй. Татыулыҡтың сере нимәлә тип һорағас, бер-беребеҙҙе тыңларға һәм аңларға өйрәндек, тип яуапланы улар.
Шулай Винстар бер-береһен хөрмәт итеп, тулыландырып, бер маҡсатта йәшәп, бер-береһенең ярты йәненә әүерелгәндәр.
Фәниә Сәлимгәрәева.
Автор фотоһы.

Автор: Миляуша Давлянова
Читайте нас