Бөтә яңылыҡтар

“Тормошомдан ҡәнәғәт мин” – ти Фәниә Мәүлина

Варшавка ауылында йәшәүсе, асыҡ йөҙлө һәм мөләйем Фәниә әбей Мәүлина менән танышыу бәхете тейҙе.

“Тормошомдан ҡәнәғәт мин” – ти Фәниә Мәүлина
“Тормошомдан ҡәнәғәт мин” – ти Фәниә Мәүлина

Өлкән быуын вәкилдәренең ғүмер юлы еңел генә уҙмаған. Бөйөк Ватан һуғышы килтергән ауырлыҡтар, яҡындарын юғалтыу ҡайғыһы, аттай егелеп эшләү – былар барыһы ла уның башынан үткән һынауҙар.
Тормош юлы тураһында Фәниә Ҡотдус ҡыҙы бәйнә-бәйнә һөйләп китте.
- 1934 йылда Аҡтү­бә ауылында донъяға килгәнмен. Һуғыш башланып, атайымды фронтҡа алғанда миңә алты ғына йәш ине. Уны оҙатырға сығырға аяҡ кейемем булманы, һатып алырға мөмкинлек тә, магазиндарҙа ла юҡ ваҡыттар ине шул. Ашарға астан үлмәҫлек, йән аҫрарлыҡ ҡына. Кесерткән, балтырған тапап, серек бәрәңге ашап, барлы-юҡлы кейем кейеп үҫтек беҙ. 1948 йылда ғына икмәк ашай башланыҡ, - тип һүҙ башланы ул.
Иҫке Муса мәктәбендә 5-се класты тамамлағас, ҡыҙ уҡыуын ташлап, хеҙмәт юлын башлай. Уға һуғыштың һуңғы осороноң бөтә ауыр­лыҡтарын татырға тура килә. Йәй көнө колхоз баҡсаһында эшләһә, ҡыш фермала һарыҡтар ҡарай. 16 йәшендә һыйыр һауа башлай.
- Барыһы ла бөгөн­гө­ләй күҙ алдымда. 1957 йылда Варшавка ауылы егете Рауил Мөшәрәф улы менән тормош ҡороп ебәрҙек. Башта сөгөлдөр алып эшләнем. Һуңынан ауылда ферма һалдылар һәм мин унда һыйыр һауырға барҙым. Пенсияға сыҡҡансы шунда эшләнем, тормош иптәшем малдар ҡараны. Бер-бер артлы Шамил, Камил, Әнисә, Хәмит, Хәлит исемле балаларыбыҙ тыу­ҙы. Ләкин тормош иптәшемдең ғүмере генә ҡыҫҡа булды, уның менән 17 йыл ғына бергә йәшәп ҡалдыҡ, - ти ул.
40 йәшендә Фәниә Ҡотдус ҡыҙы биш бала менән тол ҡала. Бөтә көсөн балалар тәрбиәләүгә бағышлай. Үҙенең өлгөһөндә уларҙы хеҙмәт һөйөргә, ғәҙеллеккә, тормош көтөргә өйрәтә.
Көн һайын таң беленеп, ауыл өҫтөнә офоҡто ярып һибелгән иртәнге нурҙар аҫтында, һуҡмаҡҡа баштарын эйгән үләндәргә төшкән ысыҡ тамсыларын йыра-йыра ул дәртләнеп эшкә ашыға. Өҫтәүенә, өйҙәге эштәренә лә өлгөрөргә, балаларын тәрбиәләргә, мал да ҡарарға, баҡса ла үҫтерергә кәрәк. Бына бит ниндәй уңған һәм егәрле булған улар.
- Эшкә шатланып йөрөнөк. Ул ваҡытта барлыҡ эште ҡул көсө менән башҡарҙыҡ. Эштең ауыр­лығын да тоймағанбыҙ инде, йәш һәм көслө булғанбыҙ. Әле булһа, Зилә Моратова, Зөлфиә Сәғитова, Нажиә Хәмиҙуллина, Зөлфиә Әминева, Лилиә Мөхәмәт­йәнова, Фәүзиә Әминева менән гөр килеп, бер-беребеҙгә ярҙамлашып, үҙ-­ара дуҫ һәм татыу эшләгән йылдарҙы һағынам, - ти Фәниә әбей, ул йылдарҙы иҫкә төшөрөп.
Фәниә әбей пенсияға сыҡҡас, улы Хәлит тә 8-се кластан һуң фермаға һыйыр һауырға бара һәм байтаҡ йылдар шунда эшләй. Районда алдынғы һауынсыларҙың береһе була. Оло ҡайғылар кисерергә лә тура килә Фәниә Ҡотдус ҡыҙына. Улы Хәлиттең, өс йылдан һуң Әнисә ҡыҙының үлемен йөрәге аша кисерегә тура килә. Яҙмыш ҡосағына япа-яңғыҙ ҡалған алты ейәнен үҙенә тәрбиәгә ала, уларға ҙур терәк була, тәбиәләп үҫтереп оло тормошҡа аяҡ баҫырға ярҙам итә. Ҡул эштәре, сигеү-бәйләү, ихата тулы мал-тыуар, аш-һыу, көндәлек мәшәҡәттәр менән йөрәк яраларын баҫырға тырыша ул.
- Ейәндәремдең өл­­кә­­нерәктәре кеселәрен ҡарап, өйҙә, баҡсала, ихаталағы, һарайҙағы бөтә эште өйрәнеп, барыһы ла эшһөйәр, тәртипле булып үҫтеләр. Береһе лә тәмәке лә тартмай, араҡыға ла үрелмәй, - ти ул, ейәндәре тураһында ғорурланып.
Фәниә әбейҙең күңел йылыһы барыһына ла етә: балалары һәм уларҙың ғаиләләренә хәстәрлекле әсәй, ейәндәренә ҡәҙерле өләсәй, күрше-күлән һәм туған-тыумасаларының хөрмәтле һәм ҡәҙерле кешеһе лә.
Бөгөнгө көндә әбей улы Шамилдың тәрбиәһендә йәшәй. 90 йәштә булыуына ҡарамаҫтан, тауыҡ тоталар, баҡса үҫтерәләр. Ултыр­ғыс өҫтәренә, диванда япмалар, аяғындағы ойоҡ­баш, тапочкалар - барыһы ла Фәниә әбей ҡулы менән бәйләнгән. Өйгә килгән “Үзән” гәзитен, “Аҡсарлаҡ” журналын бер хәрефен дә ҡалдырмай, башынан аҙағына тиклем уҡып сыға икән.
Бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килеп, тормоштоң асыһын татыһа ла, әбейебеҙ киң күңелле, кешелекле һәм ярҙамсыл булып ҡала алған. Ҡолағы яҡшы ишетә, күҙе күрә, телевизор ҡарап, илдәге хәлдәрҙе белеп тора.
- Рәхмәт хөкүмәтебеҙгә, район һәм ауыл етәкселегенә. Ваҡытында пенсия аҡсаһын килтереп бирәләр, магазиндарҙа ни генә юҡ хәҙер. Һыу, газ ингән, йылы, йәннәттә йәшәйбеҙ бит. Өйҙә барлыҡ уңайлыҡтарҙы улым һәм ейәндәрем булдыр­ҙы. Күршеләрем менән дә бер-беребеҙгә ярҙамлашып, ғүмер буйы татыу йәшәнек. Әле лә хәлемде белешергә инеп торалар. Уларға мин бик рәхмәтлемен, илдәр генә тыныс булһын. Йәштәргә әйтер теләгем шул – беҙ күргәнде уларға күрергә яҙмаһын, тырышып донъя көтһөндәр, һәр береһе үҙ пары менән тыныс һәм етеш тормошта йәшәһендәр, - тип изге теләктәрен еткерҙе әбейебеҙ.
Венера ҒАФАРОВА.
Автор фотоһы.

Автор: Миляуша Давлянова
Читайте нас