Уларҙың йорттарында татыулыҡ, берҙәмлек хакимлыҡ итә. Был пар өс улға һәм ике ҡыҙға ғүмер бүләк иткән. Балалары атай һәм әсәйҙең ғорурлыҡтары булып тора. Өлкәндәре Илнур Өфө ҡалаһында байтаҡ йылдар эшләп, яңыраҡ атай-әсәй династияһын дауам итеп, икмәк комбинатына эшкә ҡайтҡан. Земфир Себер тарафтарында эшләп йөрөһә, Илназ – Кушнарен педагогия колледжы студенты. Мәктәп уҡыусылары Миләүшә 8-се класта, Ралина 3-сө класта уҡыйҙар. Ауыл район үҙәгенән алыҫтараҡ булһа ла, дәрестәрҙән һуң ҡыҙҙар Балалар сәнғәт мәктәбендә шөғөлләнергә лә ваҡыт таба: Миләүшә һүрәттәр төшөрһә, Ралина хорға йөрөй. Аталары балаларының ҡыҙыҡһыныуҙарына ҡаршы төшмәй, ваҡыт табып уларҙы машинала йөрөтә.
- Ишле ғаиләлә эш күп була. Балаларыбыҙҙың һәр береһе кескәй саҡтан тырышып өй, хужалыҡ эштәрендә булыша, шулай үҙҙәре лә эштәрҙең нескәлектәренә өйрәнә. Улар татыу, берҙәм, бер-береһенә терәк һәм таяныстар. Уҡыуҙа ла һынатмайҙар, - тине Айҙар Мәсхүт улы.
Был ғаилә тормоштоң бар ваҡлыҡтарынан өҫтөн булып, ымһындырғыс ялтырауыҡтарына ҡыҙыҡмай, хәләл тормош менән йәшәй. Шуға ла күңелдәре тыныс, нурлы. Улар өсөн иң мөһиме – ғаиләлә тыныслыҡ һәм балаларының уңыштары, иҫән-һаулығы. Балаларын да үҙҙәре кеүек эшһөйәр, алсаҡ, изге күңелле булырға, киләсәккә өмөт менән ҡарарға өйрәтәләр. Ғаиләлә ата һүҙе, ата абруйы юғары һәм әсәгә, ҡатын-ҡыҙға ихтирам итеү иғтибарға лайыҡлы.
Ҡасимовтарҙы өйҙәрендә тап итеүе ҡыйыныраҡ, шуға ла улар менән эш урынында осраштыҡ. Был пар унда ла бергә – уңышлы эшләп килгән Ҡырмыҫҡалы икмәк комбинатында хеҙмәт итәләр. Уларҙың ғүмерҙәренең күп ваҡыты эштә үтә. Ғаилә башлығы бында өс йыл эшләһә, ҡатын алты йыл көс түгә. Икмәк комбинатының етештереү цехы мөдире Земфира Әминева әйтеүенсә, Ҡасимовтарҙың икеһе лә түҙемле, яуаплы хеҙмәткәрҙәр. “Комбинатта тик тырыштар ғына эшләй ала. Улар араһында коллективта ирле-ҡатынлы үҙ эшенең оҫталары - Ҡасимовтар. Слесарь булған Айҙар Мәсхүт улы икмәк бешереүҙә тотҡарлыҡтар булмаһын өсөн мейестәрҙе, ҡоролмаларҙы ҡарап тора, килеп сыҡҡан етешһеҙлектәрҙе бөтөрә. Ә Сәйҙә Дәүләтбәк ҡыҙы - тәжрибәле ҡамыр баҫыусы һәм мастер. Уның эше сменалы. Икеһе лә ҡәнәғәт булып, бурыстарын еренә еткереп үтәй. Тәжрибәле хеҙмәткәрҙәребеҙ эштәренең һәр этабын бөтә нескәлектәрен белеп, көстәрен ҡыҙғанмай, күңелдәрен һалып башҡара”, - ти Земфира Шәмсетдин ҡыҙы.
Шулай итеп, даны бөтә республикала танылыу алған Ҡырмыҫҡалы икмәгенә Ҡасимовтар үҙ өлөштәрен индерә. Улар етештергән сифатлы һәм тәмле ризыҡты халыҡ яратып һатып ала.
- Икмәк – тормошобоҙҙоң нигеҙе. Ниндәй мул өҫтәл булмаһын, һәр кем икмәккә үрелә. Унан башҡа аҙыҡ үтмәй. Ә бешереүе үҙе бер сәнғәт бит! Һәр икмәкте, һәр изделиены әҙерләүҙең үҙенсәлекле технологияһы була. Беҙҙең өсөн етештергән продукцияның сифаты мөһим. Улар тейешенсә үтәлһә генә сифатлы һәм тәмле була. Барыбыҙ ҙа әҙерлеген янып-көйөп көтөп алабыҙ”, - тип һөйләне Сәйҙә Дәүләтбәк ҡыҙы.
Ғаилә башлығы ошо Кәсеүән ауылында тыуып үҫеп, бер ҡайҙа ла китмәйенсә, бәхетен тыуған ерендә таба. Ул Ҡарлыман ауылы мәктәбен тамамлағас, умартасы һөнәрен үҙләштерә. Салауат исемендәге колхоздың умарталығында эшләй. Артабан ошо уҡ колхозда малсы була. Хужалыҡ “Алатау” йәмғиәтенә әйләнгәс, ферма мөдире вазифаһын башҡара. Ферма бөткәс, район үҙәгендәге колбаса етештереү цехында эшләй. Ул ябылғас, яңынан “Алатау” йәмғиәтенә урынлашып, осеменатор була. Ошо урау юлдар аша Икмәк комбинатына килә.
Ә ҡатын тыумышы менән Үзбәкстандан. Донъялар үҙгәргәс, ғаилә Башҡортостанға ҡайтырға мәжбүр була. Ҡыҙҙың мәктәп йылдарының бер нисә йылы Ҡарлыман мәктәбендә үтә. Ул хеҙмәт юлын колхозда һауынсы булып башлай.
Ихласлыҡ, алсаҡлыҡ, эскерһеҙлек бөркөлөп торған, бер-береһенә ҡарата ихтирам һәм хөрмәт тантана иткән Ҡасимовтар менән осрашып аралашҡас күңелдәр йылынып китте. Был ғаиләгә киләсәктә лә бәхет һәм сәләмәтлек теләйбеҙ.
Фәниә Сәлимгәрәева.
Автор фотоһы.