Радий Хәбиров Благовещенда МХО-ла ҡатнашыусының күп балалы ғаиләһендә булды. Вәхид Вәлиев менән Ирина Вервельская ғаиләһендә 30 бала тәрбиәләнә. Уларҙың өсәүһе – үҙ балалары, икәүһе уллыҡҡа алынған, ә 25-е иһә – тәрбиәгә алынған балалар.
Ғаилә башлығы 2024 йылдың сентябрендә МХО-ға добровелец булып китә, ә хәҙер иһә ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан.
– Контракт төҙөгәндә ҡабул ителгән ҡарарымда шикләнмәнем. Миңә тормош иптәшем дә, балалар ҙа, 76 йәшлек әсәйем дә терәк булды, – тине Вәхид Вәлиев.
Радий Хәбиров яугиргә генерал Шайморатов миҙалын тапшырҙы һәм Ватанға хеҙмәт иткәне өсөн рәхмәт әйтте.
Ирина Вервельская хәбәр итеүенсә, уларҙың ғаиләһендә беренсе бала 2004 йылда тәрбиәгә алынған. 13 өлкән балалары үҙ ғаиләләре менән айырым йәшәй.
– Бер улыбыҙ армияла, бишәүһе – мәктәп уҡыусылары, туғыҙы – студенттар. Ике улыбыҙ һәм өс кейәүебеҙ МХО-ла,– тине ул.
2021 йылда күп балалы ғаилә "Ата-әсә ҡаһарманлығы" юғары дәүләт наградаһын, ә 2023 йылда "Әсәлек даны" миҙалын ала. 2024 йылда Ирина Вервельская Бөтә Рәсәй "Ҡатын-ҡыҙ – йыл директоры" конкурсында еңеүсе була. Ул пассажирҙар ташыу буйынса бизнесын үҫтерә, шулай уҡ балалары менән бергә тыуған Благовещенда хәйриә акцияларында әүҙем ҡатнаша. Ирле-ҡатынлы үҫентеләр питомнигы тота һәм "Йәшел Башҡортостан" проекты сиктәрендә тыуған ҡалаларында парктарҙы төҙөкләндерә. Бынан тыш, Ирина Вервельская ирекмән булып тора һәм МХО ҡатнашыусыларына гуманитар ярҙам й
Ирина Вервельская Башҡортостан Башлығына телмәр менән бәйле проблемалар арҡаһында Яңауылдың коррекция мәктәбендә уҡыған улдарының береһен дауалауҙа ярҙам итеүҙәрен һорап мөрәжәғәт итте. Төбәк етәксеһе, Өфөлә малайҙы тулыһынса медицина тикшереүе үткәреү өсөн республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығына ҡушырмын, тине.
Фото: glavarb.ru