Бөтә яңылыҡтар

Гүзәл заттарға бағышланды

Район үҙәк китапханаһында гүзәл заттарҙың күркәм байрамы – 8 март – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә бағышлап “Тормош йәме – ҡатын-ҡыҙ” тип исемләнгән сара уҙғарылды. Матур итеп биҙәлгән залға бер-бер артлы саҡырылған ҡунаҡтар килде.

Гүзәл заттарға бағышланды
Гүзәл заттарға бағышланды

Яҙғы ҡояш нурҙарына күмелгән байрамды китапханасы Гөлсиә Бикҡужина алып барҙы.
- Яҙ ҡатын-ҡыҙҙан башлана. Ул йәнендә һөйөү гөлдәре үҫтергән, наҙлы, иркә һүҙҙәр йөрөткән аҫыл заттан. Сөнки ҡатын-ҡыҙ донъяға кеше бүләк итә, уның һулышынан тормош йәшәрә, ғүмер усағы мәңге һүнмәҫ яна. Һөйөклө әсәйҙәр, хәстәрлекле апай-һеңлеләр, тоғро ҡатындар, изге күңелле өләсәйҙәр, ярҙамсыл әхирәттәр! Һеҙҙең бөтәгеҙҙе лә етеп килгән яҙҙың һоҡланғыс байрамы – 8 март – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ихлас ҡотлайбыҙ һәм байрам кә­йефе теләйбеҙ, - тине ул сараны асып.
Республика кимәлендә сығыш яһап, еңеүҙәргә ирешкән Гөлсиә Гәрәй ҡыҙы ҡәҙерле әсәйҙәр тураһында һәм мәңгелек ҡиммәттәр сағылыш тапҡан шиғырҙар һөйләп күңел ҡылдарын тибрәтте.
Ҡунаҡтар араһынан талантлы ҡатын-ҡыҙҙар күстәнәскә йырҙар һәм шиғырҙар алып килгәйне. Мәҫәлән, Ҡырмыҫҡалы ауылында йәшәүсе Нәсимә Намаҙғолова әсәйҙәр, туғанлыҡ тураһында моңло йырҙары менән әсир итһә, Венера Латипова үҙе ижад иткән шиғыр һәм көйҙө йырға һалып башҡарып һоҡландырҙы. Ул шулай уҡ шиғырҙарын да уҡып ишеттерҙе. Ҡарлыман ауылынан Шәриф Бикҡол музейы етәксеһе Фәйрүзә Ҡотлобаева үҙе яҙған шиғырҙарын уҡып уйландырҙы. Ижади кешеләрҙең барыһы ла йыйылыусыларға байрам кәйефе өҫтәне.
Сарала ҡатнашыусыларға ҡыҙыҡлы конкурстар ҙа әҙерләнелгәйне. Тәүге конкурс “Йырлайым әсәйем тураһында” тип аталды. Унда һәр кем әсәйҙәр тураһында йырҙар исемлеге әйтте. Күберәк әйткәндәр еңеүсе булды. Икенсе конкурс “Артистар” тип атала. Бында ҡатнашыу­сылар төрлө ситуацияларҙы күрһәтергә тейеш ине. Улар бында әүҙем ҡатнашып, үҙҙәренең отҡорлоҡтарын күрһәтеп, мәрәйҙәр йыйҙы. Китапханасы Лариса Кириллова “Оҫталыҡ дәресе” ойошторҙо. Ҡатын-ҡыҙҙар байрамға бүләк эшләргә ихлас өйрәнде.
Осрашыуҙа иң әүҙем ҡатнашыусыларға бүләктәр тапшырылды. Улар - Фәйрүзә Ҡотлобаева, Венера Латипова, Нәсимә Намаҙғолова.
Йыйылыусыларҙың шат йөҙҙәрен кү­реп, күңел һөйөндө.Тәбиғәт уянған мәлдәге был осрашыу һәр кемдең күңелендә тик яҡты иҫтәлектәр генә ҡалдырыр.
Фәниә Сәлимгәрәева.
Автор фотолары.

Гүзәл заттарға бағышланды
Гүзәл заттарға бағышланды
Автор:Миляуша Давлянова
Читайте нас: