Бөтә яңылыҡтар

Оло иғтибар тойоп йәшәй

Олпат йәштәге инәй-олатайҙар һәр ауылдың ғорурлығы һәм йәме, йәш быуын өсөн сыҙамлыҡ, эшһөйәрлек, сабырлыҡ һәм тәрән аҡыл өлгөһө булып тора. Шундай инәйҙәрҙең береһе Ибраһим ауылында йәшәй.

Оло иғтибар тойоп йәшәй
Оло иғтибар тойоп йәшәй

Роза Тәлғәт ҡыҙы Ҡырмыҫҡалы ауылында тыуып үҫкән. Уның әсәһе Сәй­мә Ғөбәйҙуллина ике ҡыҙына ла яҡшы тәрбиә биреп, эшһөйәр итеп үҫтерә.

Ибраһим ауылының үҙе кеүек уңған егете Вил Юламанов менән матур ғаилә ҡороп, оҙаҡ йылдар бәхетле һәм татыу тормош юлы үтәләр. Икеһе лә тәүҙә Фрунзе исемендәге колхозда, һуңынан М.Өмөтбаев исемендәге колхозда ты­рышып хеҙмәт итәләр. Ғүмеренең күп өлөшөн сөгөлдөр үҫтереүгә бағышлаған Роза Юламанова “Хәрәкәттә – бәрәкәт” тигән үҙенең тормош девизына бөгөн дә хыянат итмәй. Яңғыҙ булыуына ҡара­маҫтан ул ихата тултырып ҡош-ҡорт һәм мал аҫрай, баҡсаһында гөрләтеп емеш- еләк, йәшелсә үҫтерә. Борон-борондан ата-бабаларыбыҙ әйтеп ҡалдырған “Күр­ше хаҡы – тәңре хаҡы” тигән мәҡәлде лә онотмай ул һәм күптән инде яҡын туған­дарға әйләнгән күршеләре менән бик та­тыу йәшәй. Ҡыҙғанысҡа, тормош иптә­ше Вил Ғәлимйән улы тәрән ҡайғыларға һалып, ауыр сирҙән һигеҙ йыл элек фани донъянан иртәрәк китеп бара.

Юламановтарҙың мөхәббәт емеш­тәре – ике ҡыҙҙары мәктәпте яҡшы билдәләргә генә тамамлап, юғары белем алалар. Бөгөнгө көндә уларҙың икеһе лә юғары категориялы уҡытыусылар. Оло ҡыҙҙары Лена Вил ҡыҙы 30 йылға яҡын Ҡырмыҫҡалының 2-се мәктәбендә ба­лаларға башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән белем бирә. 2015 йылдан алып мәктәп директорының уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса директорҙың алмаштырғыһыҙ урынбаҫары. Намыҫлы хеҙмәте өсөн бик күп Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләклән­гән һәм “Рәсәй Федерацияһының почет­лы мәғариф хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған. Матур донъялары­ның биҙәге булған ҡыҙы Лиана Башҡорт дәүләт университетын тамамлап, бөгөнгө көндә ошо уҡыу йортонда белгес булып эшләй, улы Динислам 9-сы класта белем ала.

Әлиә Вил ҡыҙы ла ошо уҡ мәктәптә 20 йылдан ашыу рус теле һәм әҙәбиәте буй­ынса белем бирә. Уның тырыш хеҙмәте юғары баһаланып, Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығы Почет грамо­таһы менән бүләкләнә. Тормош иптәше менән 8-се класта уҡыусы Динара исемле ҡыҙ үҫтерәләр.

- Беҙҙең әсәйебеҙ – изге күңелле кеше. Ул барыһына ла тик яҡты теләк­тәр теләй. Динислам улыбыҙ һәм Дина­ра ҡыҙыбыҙ ҙа юғары белем алып, алған һөнәрҙәренең мәнфәғәтен күрһендәр, тигән матур хыялдар менән янып йәшәй. Шулай уҡ уның бөгөнгө көндәге иң ҙур теләге – һуғыштың тиҙерәк бөтөүе, донъ­яла тыныслыҡ урынлашып, яугир егет­тәребеҙҙең тыуған яҡтарына имен-һау әйләнеп ҡайтыуҙары, - ти Роза Юлама­нованың ҡыҙҙары.

Эйе, Роза апай бөгөнгө көндә ике ҡанаты – ике ҡыҙының, кейәүҙәренең ярҙамын, оло иғтибарын тойоп, уларҙың рәхмәтле була белгәндәре өсөн һөйөнөп, ейән-ейәнсәрҙәренең уңыштарына ҡыу­анып һәм һәр көнөнә шөкөр итеп йәшәй. Хоҙай Тәғәлә ошо бәхеттән тағы ла оҙон- оҙаҡ йылдар айырмаһын һеҙҙе!

Автор: Розалия Назарова
Читайте нас