Бөтә яңылыҡтар
10

Маҡсат ҡуйған – моратына еткән

Бала саҡ хыялына тоғро ҡалып, алдына ҡуйған изге маҡсатына ирешкән тырыш кешеләргә һоҡланмау мөмкин түгел. Бөгөн һүҙебеҙ шундай яҡташтары­быҙҙың береһе, Иҫке Бәпес ауылында йәшәүсе хеҙмәт ветераны, хаҡлы ялдағы уҡытыусы Фәғилә Килдина тураһында булыр.

Маҡсат ҡуйған – моратына еткән
Маҡсат ҡуйған – моратына еткән

Уҡытыусы булыу был тормошта һәр кемгә лә бирелмәй. Үҙ һөнәренә мөкиб­бән ғашиҡ булғандар ғына бар ғүмерен мөғәллимлек эшенә бағышлай. Бөгөнгө мәҡәләм геройы бала саҡтан рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булыу хыялы менән яна һәм моратына ирешер өсөн ҙур көс һала. Ауырғазы районы Мораҙым ауылында тыуып үҫкән Фәғилә Әмирхан ҡыҙы үҙ-үҙенә ошондай маҡсат ҡуйыуы тураһында:

- Район үҙәге беҙҙең ауылдан 30 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Ата-әсәйҙәребеҙ унда барыусы маши­налар менән һөйләшеп, беҙҙе, 13-14 йәшлек балаларҙы, икмәк алып ҡай­тырға ебәрә торғайны. Күмәкләшеп шул һигеҙ тинлек икмәкте тоҡлап алып ҡайта инек. Бер ваҡыт район үҙәгенән ҡайтҡан ваҡытта шофер ағайҙар күрше рус ауылында оҙаҡ ҡына туҡтап торҙо­лар. Ныҡ һыуһағайныҡ, тик беребеҙ ҙә рус телендә һыу һорап эсергә ҡыйма­ны. Беҙҙең 6-7-се кластарҙа уҡыған саҡ булғандыр. Һыу һорап эсерлек тә русса белмәйбеҙ бит, тип әсенеп уйлап ҡуйҙым шул ваҡытта һәм был телде яҡшы итеп өйрәнергә үҙ-үҙемә һүҙ бирҙем. Атайым да уҡытыусы булғас, өйҙә төрлө һүҙлек­тәр байтаҡ бар ине, китапхананан да алып ҡайттым. Шулай итеп телде өйрә­неү өҫтөндә эш башлап ебәрҙем үҙемсә. Шул саҡта уҡ рус телен былай ғына өй­рәнеүе ҡыйыныраҡ булыуын, күберәк был телдә аралашырға кәрәк тигән фе­кергә килдем, - тип бәйән итте.

- Минең ауылым мәрйен һымаҡ теҙе­леп киткән тауҙар араһында, йәмле Өр­шәк йылғаһы буйында, бик матур ерҙә урынлашҡан. Ауыл уртаһынан Билле ҡылыс йылғаһы аға. Ҡылғанлы далала­рыбыҙҙа борон-борондан йылҡы аҫра­нылар. Ҡымыҙ эсеп кенә үҫкән бала­лар беҙ, - тип һүҙен дауам итте ул тәпәй баҫҡан тыуған яҡтары хаҡында.

Мәктәпте уңышлы тамамлаған, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булырға ниәтләгән ҡыҙҙы әлеге лә баяғы рус те­лен бик үк яҡшы белеп бөтмәйем тигән уй Михайловка ауылына алып килә. Ул бындағы мәктәп эргәһендәге интер­натҡа тәрбиәсе булып эшкә урынлашып, маҡсатына табан артабанғы аҙымдарын эшләй. Ике йыл буйы рус ауылында, рус мөхитендә йәшәп, тик русса ғына ара­лашып, телдең нескәлектәренә төшөн­гәс, хәҙер инде ышаныслы аҙымдар менән Стәрлетамаҡ педагогия институ­тына юллана. Бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ, үҙ көсө менән тел һәм әҙәбиәт факульте­тының рус теле һәм әҙәбиәте, башҡорт теле һәм әҙәбиәте бүлегенә уҡырға инә ул. Бында ла тырышып уҡый. Студент йылдары ғүмерендә иң күңелле, бәхетле мәлдәре булып хәтерендә һаҡлана. Бер­гә уҡыған төркөмдәштәре менән әле лә хәбәрләшеп, осрашып тора. Институт­ты уңышлы тамамлап, ҡулына диплом алған һәм йүнәлтмә буйынса Бөрйән районына барырға тейеш булған йәш уҡытыусыны тыуған мәктәбе уҡытыу­сылары үҙҙәренә алып ҡайта һәм уны тәрбиә эштәре буйынса директор урын­баҫары итеп тәғәйенләп ҡуялар. Бында дүрт йыл эшләгәндән һуң яҙмыш елдәре уны Иҫке Бәпес ауылы мәктәбенә алып килә. Ваҡытлыса ғына тип килгән ҡыҙ ошо ауылға килен булып төшөп, бына хәҙер 41 йыл был тарафтарҙа матур итеп донъя көтә. Бала саҡ хыялына тоғро ҡа­лып, ғүмеренең 37 йылын мәктәптә рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡыусыларға бе­лем биреүгә бағышлай.

- Мин бәхетлемен, сөнки эшемде яра­тып башҡарҙым, 45 йыл уҡытҡан атай­ымдың кәңәштәрен тоттом. Бына улар: һәр ваҡыт бөхтә, матур итеп кейенеп йөрө, балалар ҡупшы кейенеп йөрөгән уҡытыусыларҙы оҡшаталар; өйҙәге кәй­ефең мәктәпкә бармаһын, мәктәптәге кәйефең өйгә ҡайтмаһын; дәресеңдә иң беренсе тәртип булдыр, тәртип булмаһа, белем булмай; бер ҡасан да балаларға ай­ырып ҡарама, ғәҙел бул, үҙеңде хөрмәт итерҙәр. Бер ваҡытта ла төрлө маҡтаулы исем, дәрәжә алам, тип тырышманым. Уҡыусыларым төрлө уҡыу йорттары­на инеп ҡайтһалар, ысын күңелемдән ҡыуандым. Бер генә миҫал килтерәм. 2003 йылда бер кластан алты уҡыусы рус теленән имтихан биреп, юғары уҡыу йорттарына уҡырға инделәр. Шуларҙың өсәүһе филология факультетын һайла­ны. Коллективыбыҙ көслө булды. Йөҙөп йөрөп эшләнек. Мәктәптән ҡайтып та кермәй торғайныҡ тиһәм дә хата булмаҫ, - тип хәтерләй ул яратҡан һөнәренә ар­налған был йылдарҙы.

Иҫке Бәпес ауылының шулай уҡ уңған, тырыш егете Фәрит Дил­мөхәмәтов менән ғаилә ҡороп, биш ба­лаға ғүмер һәм матур тәрбиә бирәләр. Уларға юғары белем һәм һөнәр алырға ярҙам итешеп, оло тормош юлына сыға­ралар.

Фәрит Хәмиҙулла улы тәүҙә колхозда, һуңынан Өфө предприятиеларының бе­реһендә водитель булып эшләп хаҡлы ялға сыға. Ҡыҙғанысҡа, 61 йәшендә генә ваҡытһыҙ вафат була.

- Иҫке Бәпес ауылы, халҡы тәү күреүҙән оҡшаны. Тормош иптәшемдән дә уңдым. Бик аҡыллы, уңған кеше булды, уның ауыҙынан бер ҡасан ауыр һүҙҙәр ишетмәнем. Донъя булғас төрлө саҡтар була, бер ҡасан да бер-берегеҙ­гә ауыр һүҙҙәр әйтмәгеҙ, бер-берегеҙҙе хөрмәт итегеҙ, тип балаларыма һәм килен-кейәүҙәремә лә гелән әйтеп то­рам. Аллаһҡа шөкөр, балаларыбыҙҙың барыһы ла гөрләтеп тормош көтәләр, ҡоҙа-ҡоҙағыйымдар ҙа абруйлы кешеләр. Балаларыбыҙ, ейән-ейәнсәрҙәребеҙ тыуған йортҡа ҡайтырға ашҡынып торалар. Ошонан да ҙурыраҡ бәхет юҡтыр, - тип таныштырҙы әңгәмәсем үҙенең ишле ғаиләһе менән.

Эйе, Фәғилә Әмирхан ҡыҙы бөгөнгө көндә балаларының игелеген күреп, улар өсөн һөйөнөп йәшәй. Иң оло ҡыҙҙары Эльмира – юғары белемле бухгалтер. Азамат Санкт-Петербург театр сәнғәте академияһын тамамлап, яратҡан һөнәре буйынса эшләй. Айҙар менән Илһөйәр нефть сәнәғәте өлкәһен һайлаһа, Ил­гизәр инженер-геолог һөнәрен үҙ иткән.

- Балаларым уҡытыусы эшенең еңел түгеллеген, төндәр буйы дәфтәр тикше­реүҙәрҙе күреп үҫте. Шуғалыр ҙа береһе лә уҡытыусы һөнәрен һайламағандыр. Бигерәк тә ауыл ерендә эш күп, барыһы­на ла өлгөрөргә кәрәк. Шулай уҡ уҡы­тыусы һәр ваҡыт, һәр ерҙә өлгө булырға тейеш, - ти Фәғилә Әмирхан ҡыҙы үҙе­нең еңел булмаған, әммә бик кәрәкле һөнәре хаҡында.

Дилмөхәмәтовтар ғаиләһе иркен йорт һалып инәләр. Фәғилә апай 24 йыл буйына ҡәйнәһе менән бергә донъя көтә. Яңғыҙ көн иткән Миңниса әбейен дә ҙур теләк менән үҙҙәренә йәшәргә алалар. Ҡәйнәһе менән әбейе апайлы-һеңлеле кеүек дуҫ һәм татыу булып, бер йортта йәшәйҙәр.

- Ҡәйнәм Миңлегөл Баһауетдин ҡыҙы алты малай тәрбиәләп үҫтер­гән. Килендәрен үҙенең ҡыҙҙары кеүек яратты. 2006 йылда вафат булды. Унан алдараҡ ҡына әбейем гүр эйәһе булғай­ны. Икеһе лә 87 йәштә донъя ҡуйҙылар. Бер-беребеҙгә оло таяныс-терәк булып, икеһенең дә ҙур ярҙамын тойоп татыу ғүмер кисерҙек. Улар иҫән саҡта, хатта, йортобоҙҙа йоҙаҡ булманы. Балалары­быҙ ҙа ҡараулы булдылар, - тигән йылы хәтирәләре менән дә бүлеште.

Барлыҡ ҡылған изге эштәрегеҙҙең сауаптарын күреп, шундай матур-матур исемле балаларығыҙ һәм ейән-ейән­сәрҙәрегеҙ Солтаниә, Әҙилә, Айсулпан, Абдрахман, Әмирхан, Рамзан, Руслан­дың уңыштарына һөйөнөп тағы ла оҙаҡ йылдар ошондай бәхетле тормош кисе­рергә яҙһын һеҙгә!

Розалия НАЗАРОВА.

Автор фотоһы.

Маҡсат ҡуйған – моратына еткән
Маҡсат ҡуйған – моратына еткән
Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: