Бөтә яңылыҡтар

Миҙхәт Рәжәповҡа – 85 йәш

Республиканың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ҡырмыҫҡалы районының Почетлы гражданы, оҙаҡ йылдар район гәзите редакцияһын етәкләгән, тиҫтәләгән китаптар авторы Миҙхәт Ғәндәлиф улы Рәжәпов үҙенең 85 йәшлек юбилейын билдәләне.

Миҙхәт Рәжәповҡа – 85 йәш
Миҙхәт Рәжәповҡа – 85 йәш

Миҙхәт Ғәндәлиф улы 1940 йылдың 11 ғинуарында Боҙаяҙ ауылында тыуа. 40 көндән һуң атаһы совет-фин һуғышына китә һәм һәләк була. Ә әсәһе Мәҙинә Ғәлләм ҡыҙын 1943 йылда хеҙмәт фронтына мобилизациялайҙар.
Ул үҙен “өс әсә улы” тип атай. Уны әсәһе, әсәһенең Фатима һәм Зәйтүнә апайҙары тәрбиәләй. Ул һуғыш һәм һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙа үҫә. “Мин – һуғыш балаһы” китабын нәҡ шул осорға бағышлаған да инде.
- Беҙ кесерткән, алабута, бәрәңге ҡабығы һәм кәлйемә ашап үҫтек, - тип хәтирәләре менән уртаҡлаша Миҙхәт Ғәндәлиф улы.
Йәштән үк колхозда эшләй башлай. Яланға һыу ташыған, аттар ҡараған, класташтары менән мәктәп өсөн утын әҙерләгән, бесән сапҡан. Урып йыйыу ваҡытында, бәрәңге, шәкәр сөгөлдөрө ҡаҙығанда улар берҙәм эшләгәндәр.
- Бала саҡта өлкәндәрҙән өлгө алып, хужалыҡта ярҙамлашырға тырыштым. Колхозда беренсе аҙым яһауымды бөгөн дә ваҡ-төйәгенә тиклем яҡшы хәтерләйем. Өлкәндәр мине маҡтап ебәргәндә ғорурлыҡ хисе биләп ала ине. Әлбиттә, кем беренсе бесәнде эҫкерткә килтереп еткерә тип егеттәр менән ярыша инек. Ул ваҡытта, беренсе сиратта, Ватаныбыҙҙы фронтта һаҡлаусыларға ярҙам итеү теләге көслөрәк ине, - ти юбиляр.
Шул уҡ ваҡытта бала сағы төрлө уйындар уйнау, йәй көнө йылғала рәхәтләнеп һыу инеү, ҡыш көнө тауҙа шыуыу менән иҫтә ҡалған. Ә кес кенә Миҙхәт үҫкәс өлкән ат ҡараусы булырға хыялланған, ләкин яҙмышы башҡаса килеп сыҡҡан...
Дүртенсе класта Миҙхәт Рәжәпов “Кызыл таң” республика гәзитенә беренсе яҙмаһын ебәрә. Унда ул яҡташы, комбайнсы Гайдани Ҡанбәковтың Боҙаяҙ районында бер сезон эсендә 13 000 центнер ашлыҡ һуҡтырып, беренсе урын алыуы тураһында хәбәр итә.
Һуңынан, мәктәп уҡыусыһы булараҡ, райондың “Хеҙмәт даны” гәзите менән хеҙмәттәшлек итә башлай. Мәктәптә стена гәзитен сығарыуҙа әүҙем ҡатнаша.
Миҙхәт Ғәндәлиф улының журналист булып үҫеүенә, һис шикһеҙ, ике туған ағаһы – башҡорт яҙыусыһы, шағир, драматург Фәнил Әсәнов ҙур роль уйнай. Юбиляр уның менән бергә үҫә, уның өсөн ағаһы һәр ваҡыт өлгө һәм таяныс була.
Ләкин Миҙхәт Рәжәпов юрист һөнәрен һайларға ҡарар итә. Ситтән тороп Свердловск юридик институтының Өфө ҡалаһындағы факультетына уҡырға инә. Юғары белем алыу менән Ауырғазы районының “Ленин юлы” гәзитенә эшкә урынлаша. Ә 1963 йылдың 23 февралендә Ҡырмыҫҡалы район гәзитендә хаттар бүлеге мөдире вазифаһына тәғәйенләнә. Шулай итеп, яҙмышы уны журналистика менән бәйләй.
- Оҙаҡ йылдар район гәзитенән айырылманым. Ауыл хужалығы, партия тормошо бүлеге мөдире вазифаларын башҡарҙым. 30 йылға яҡын редакцияға етәкселек иттем. 24 йәшемдә СССР Журналистар берлегенә ҡабул иттеләр. 38 йәшемдә БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре исемен бирҙеләр. Тығыҙ хеҙмәттәшлектәре өсөн хакимиәттәргә, редакция коллективтарына, ауыл хәбәрселәренә, урындағы етәкселәргә, ә район гәзитен уҡыусыларға баҫмаға тоғролоҡтары өсөн сикһеҙ рәхмәтлемен, - ти Миҙхәт Рәжәпов.
Уның етәкселеге аҫтында коллектив райондар араһында беренселәрҙән булып компьютер технологияһын үҙләштерҙе. Гәзиттең тиражы 10 000 данаға тиклем етте. Гәзит биттәрендә һәр ваҡыт көнүҙәк темалар яҡтыртыла.
Баҫма бер нисә тапҡыр республика һәм төбәк-ара кимәлендә үткәрелгән конкурстар лауреаты тип таныла. Миҙхәт Рәжәпов нигеҙ һалған юғары эш һәм йолалар бөгөнгө көнгә тиклем һаҡланып ҡалған һәм “Даирә”, “Кармаскалинская новь”, “Үзән” гәзиттәре коллективтары тарафынан хуплана.
Редакцияла эшләү менән бер рәттән, Миҙхәт Ғәндәлиф улы диссертация яҙа, халыҡ театрында ҡатнаша, район Советы депутаты итеп һайлана, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре профсоюзы райкомы рәйесе (43 йыл был ойошманы йәмәғәт башланғысында етәкләй), райондың халыҡ контроле комитеты ағзаһы вазифаларын башҡара.
Юбиляр ғаиләһенән дә уңа. Тормош иптәше Рима Бәкер ҡыҙы менән 60 йыл бергә ғүмер итәләр. Резеда һәм Дамир исемле балалар үҫтерҙеләр. Бөгөнгө көндә өләсәй менән олатайҙың өс ейәне һәм бер бүләһе бар.
Юбилярҙың күптәнге мауығыуы ла бар – ул баҡсасылыҡ менән шөғөлләнә. “Яҡшы тәрбиә бирһәң, ер һиңә рәхмәтле – үҫентеләр тирә-яҡҡа хуш еҫ таратып сәскә ата һәм мул уңышы менән ҡыуандыра”, – ти Миҙхәт Рәжәпов.
Шулай уҡ ул спорт менән мауыға – 70 йыл буйына көн һайын иртән йүгерә һәм гимнастика яһай.
Миҙхәт Ғәндәлиф улы – 24 китап, шул иҫәптән публицистик, документаль повестар, очерктар, хикәйәләр, ғибрәтле хикәйәләр авторы. Фәнил Әсәнов, Ҡәнзәфәр Усаев, Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев исемендәге премиялар лауреаты.
Ләкин ул үҙен яҙыусы тип һанамай, ә үҙ эшенә тоғро журналист булып ҡала. Ҡәләмен ул әле лә ташламай – район гәзиттәрендә уның баҫмалары даими баҫылып тора.
- 85 йыл юғарылығынан бына ошоно билдәләп үткем килә. Мин яҙмышыма рәхмәтлемен. Юҡ, ул мине иркәләмәне, һәр ваҡыт ныҡлыҡҡа һынаны. Ул мине тәрбиәләне, һөнәри үҫешкә һәр яҡлап булышты, яуаплылыҡ хисе тәрбиәләне, - тип билдәләп үтте юбиляр.
Әлфиә ӘХМӘҘУЛЛИНА.

Автор:
Читайте нас