Ҡайһы бер ҡыҙҙарҙа, буласаҡ килендәрҙә, әсәйҙәр башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына хас һыҙаттарҙы тәрбиәләмәйҙәр. Ғөмүмән, тәрбиәһеҙлек бер ҡатын-ҡыҙҙы ла биҙәмәй инде ул. Ошо ябай ғына шарттарҙы үтәргә өйрәнегеҙ һәм балаларығыҙҙы ла өйрәтегеҙ: Башҡорттарҙа күстәнәсһеҙ кеше йортона кермәйҙәр, күстәнәсһеҙ сығармайҙар үҙ йортоңа ингән кешене. Бигерәк тә, кешегә ауыҙ тотоп килеп, сәй эсергә ултырыу - тәрбиәһеҙлектең юғары нөктәһе. Аҡса юҡлыҡҡа һылтанмағыҙ. Яҡшы хужабикәнең шкафында бер әсмүхә сәй, бер ус кәнфит булһа ла ята. Ҡәйнә-ҡайны йортона үҙ ҡулығыҙ менән бешергән күстәнәстәр тотоп барһағыҙ, ирегеҙ һеҙгә рәхмәтле булыр, ҡайны-ҡәйнәгеҙ ҙә "килен" тип яратып ҡына торор.
Байрамдар йыл да бер үк ваҡытта килә. Бүләктәрҙе алдан хәстәрләргә өйрәнегеҙ. Яңы Йыл, тыуған көн, 23 февраль, 8 март, әсәйҙәр көнө, атайҙар көнө кеүек байрамдарҙа яҡын кешеләреңде (үҙ ғаилә ағзаларың, үҙ туғандарың, ҡайны-ҡәйнәң, иреңдең бер туғандарын һәм уларҙың балаларын) бүләкләү мотлаҡ. Ҙур бүләктәрҙе юбилейҙарға әҙерләйҙәр. Башҡа байрамдарҙа осһоҙло, әммә кәрәкле әйбер бүләк итергә лә була. Байрамдарҙа кешегә буш ҡул менән барыу ҙа тәрбиәһеҙлектең бер билдәһе. Яулыҡ, носки, крем, шампунь, һабын, таҫтамал кеүек әйберҙәр һәр хужабикәнең һандығында ята. Бик булмаһа, шуларҙы булһа ла тотоп барырға кәрәк бүләк йөҙөнән. Йыраҡта йәшәһәгеҙ, шылтыратып ҡотлап тороғоҙ. Бүләкте аҙаҡ тапшырырһығыҙ.
Үҙеңдән олораҡ кешегә ингәндә, сәй өҫтәле әҙерләргә булышлыҡ ит. Түргә саҡырғандарын көтөп ултырма. Сәй эскәндән һуң һауыт-һабаны йыуырға тәҡдим ит.
Ҡәйнә йортона килеп, сәй яһап биргәндәрен көтөп ултырыу - килешкән эш түгел. Килен кеше үҙе сәй ултыртыша, сәй яһай, аҙаҡтан өҫтәлде йыйыштырып ҡуя.
Килен кеше өсөн иң ояты - ялҡаулыҡ. Ҡәйнәгеҙгә ялға килеп, бот күтәреп ятаһығыҙ икән, ирегеҙ өндәшмәһә лә күңеленә һеңдереп йөрөй, асыуын ҡасан булһа ла сығарасаҡ. Иҙән йыуыу, саң һөртөү, өйҙө йыйыштырыу, ашарға бешереү кеүек эштәрҙе, әлбиттә, килен кеше башҡара. Ҡәйнә-ҡайынбикәләрҙе егеп, телефон тотоп ятыу тәрбиәһеҙлек кенә түгел, оятһыҙлыҡ.
Ҡәйнә йортонда өмә, ҙур ҡунаҡҡа әҙерләнеү, сезонлы эштәр (бесән, бәрәңге, өй йыуыу һ.б.) ваҡытында, әлбиттә, килен йөрөргә тейеш алғы һыҙыҡта.
Иң мөһиме, үҙ йортоғоҙҙа яҡшы хужабикә булығыҙ. Өйҙөң таҙа-бысраҡ булыуы тик ҡатындың елкәһендә. Ашарға бешереү кеүек изге эште күңел һалып, асыҡ сырай менән башҡарығыҙ. Өҫтәлегеҙ һәр ваҡыт тулы булһын. Ас ир - асыулы ир.
Иреңдең, балаларыңдың өҫ-башын таҙа тотоу ҙа һинең бурыс, ҡатын-ҡыҙ.
Ошо ябай ғына шарттарҙы үтәп ҡарағыҙ. Тормошоғоҙ тик яҡшы яҡҡа үҙгәрер. Ирегеҙҙең һеҙгә ҡарата ихтирамы артыр. Ҡатын-ҡыҙҙың ҡанына, аңына тыумыштан да һеңергә тейештер инде был һыҙаттар.