Кешегә һәр саҡ яғымлы һүҙле, нурлы йөҙлө был әбейҙе ауылдарында яратмаған, хөрмәт итмәгән бер кем дә юҡтыр. Урамда күрһәләр ҙә уны ҡосаҡлап, хәлдәрен белешеп китәләр.
Бөгөн Флизә Дауыт ҡыҙы үҙ йортонда ҡыҙы Илфира һәм кейәүе Рәшиттең тәрбиәһендә тыныс ҡартлыҡ кисерә. Матур итеп кейенгән, йөҙөнән һөйкөмлөлөк бөркөлөп торған әбейҙең ғүмер юлы еңел генә үтмәгән.
- 1934 йылдың 3 декабрендә Үтәгән ауылында тыуғанмын. Атайымды һуғышҡа алып киткәндә миңә – һигеҙ йәш, һеңлем Фәүзиә 40 көнлөк кенә булып ҡалды. Ул киткәндә мине лә Ҡарлыман станцияһына тиклем атҡа ултыртып алып барҙылар. Уны илап, оҙатып тороп ҡалдыҡ. Атайым шул киткәндән ҡайтманы, “хәбәрһеҙ юғалды” тинеләр.
Ул ваҡытта аяҡ кейеме юҡ, сабата кейеп йөрөнө халыҡ, өҫкә кейергә лә ике-өс кешегә бер кейем ине. Әсәйҙәр Еңеүҙе яҡынайтыр өсөн күп эшләне, күп тир түктеләр: ураҡ тотоп баҫыуға сыҡтылар, ас килеш көндө төнгә ялғап эшләнеләр.
Әсәйем бик уңған һәм егәрле булды. Прибельскийға барып, йомортҡа һатып, һеңлем менән миңә кейем алып ҡайтып кейендерә ине. Яландан балтырған, ҡаҡы йыйып, өйрә лә бешерҙе. Үҙе колхозда сөгөлдөрҙә эшләне. Беҙ ҙә ярҙамлашырға барабыҙ. Әсәй менән ҡул санаһы тартып урманға утынға барғандар ҙа онотолмай. Уны саҡ һөйрәп ҡайтабыҙ, көс етмәй, һуңынан уны ватып яғабыҙ. Малһыҙ ҙа торманыҡ. Һыйырға бесән, һалам сабып күтәреп ҡайтабыҙ. Уны йәйеп киптерәбеҙ.
Йәшем еткәс, мәктәпкә барҙым, ә яҙырға дәфтәр юҡ, яҙабыҙ ҙа, уны юябыҙ, тағы яҙабыҙ. Ауыр йылдар булһа ла, ауылда ете класс белем алдым.
Беҙҙең осор кешеләренең эшләмәгән эше ҡалманы. Һуғыш осоронда ла, унан һуң да тормош еңелдән булманы. Ир-егеттәрҙең көслө ҡулдары менән эшләнәһе эштәрҙең барыһы ла йәш-елкенсәк һәм тол ҡатындарға күсте. Ҡыш көндәрендә ҡатын-ҡыҙҙар үгеҙ егеп фермалағы малдарға аҙыҡ ташыны, яҙын ер һөрҙө. Сәсеү орлоғон ҡатын-ҡыҙҙар иңдәренә ҡапсыҡ һалып ташыны, баҫыуҙа көлтә бәйләне. Өҫтәүенә, халыҡтан һалым түләтәләр ине. Баҡсабыҙ бәләкәй булһа ла, беҙҙең бәрәңгебеҙ бик уңа ине, әсәй: “Һалым һорап килһәләр, баҙға төшөрмә, юғиһә, баҙҙағы бәрәңгене алып сығып китерҙәр”, - тип әйтеп ҡуя ине. Шуға, мин баҙҙың таҡтаһына менеп ултыра торған инем.
Етем үҫкәнгәме, гел ауыр эш башҡарырға тура килде. 7-се кластан һуң сеялка әйләндерергә барҙым. Яландан машинаға көрәк менән иген төйәйбеҙ. Мин ырғытам, әхирәтем ташып тора. Тырнаҡтар айырылып бөтә торғайны. Оло апайҙар, ағайҙар менән бергә бесән сабырға, ике йыл Ҡарлыман станцияһына йөк ташырға ла йөрөнөм. Ауыр булһа ла мин бирешмәй инем.
Йәйен-ҡышын, яҙын-көҙөн аяҡта сабата булды. Уны ла күп осраҡта беҙ үҙебеҙ үреп кейә торған инек. Яҙлы-көҙлө ағас шаҡмаҡ ҡуйып уны еүешләтмәҫкә тырышһаҡ та, ул шаҡмаҡ үксәләр бысраҡҡа йәбешеп, төшөп ҡала ине, - тип ғүмер йомғағын һүтте Флизә Дауыт ҡыҙы.
22 йәшендә уны димләп Ҡарлыманбаш ауылы егете Мансаф Нуретдин улына кейәүгә бирәләр. Бәхеткә, ире бик һәйбәт кеше булып сыға. Ҡәйнәһе һәм ҡайныһы йортона килен булып төшә һәм 42 йыл ҡәйнәһе менән бергә йәшәйҙәр. “Татлы” телле һәм уңған киленде улар үҙ ҡыҙҙары кеүек күреп, яратып, «ах» итеп торалар. Башта Флизә колхозда сөгөлдөрҙә эшләй, һуңынан ире янына фермаға һарыҡтар ҡарарға бара.
Иштуғановтар дүрт ҡыҙға ғүмер бирәләр, ләкин өс ҡыҙҙарының ғүмере ҡыҫҡа була, бәләкәй саҡта уҡ сирләп үлеп торалар.
- Бөгөн берҙән-бер ҡыҙым Илфира һәм кейәүем Рәшит - минең ярҙамсыларым, бәхетем һәм йыуанысым, – ти Флизә апай, шатланып.
Ҡыҙы Илфира мәктәптән һуң Өфөлә училищела уҡып, һөнәре буйынса Өфө моторҙар төҙөү заводына эшкә урынлаша. Буласак тормош иптәше - Флүр Һаҙый улы менән шунда таныша. Өйләнешеп, иренең тыуған ауылы Илтуғанда йәшәй башлайҙар. Илфираға сөгөлдөр бүлеп бирәләр, һуңынан фермаға һыйыр һауырға бара.
Ғаиләлә дүрт ҡыҙҙары тыуа. Бөгөнгө көндә уларҙың һәр береһе үҙаллы донъя көтәләр, балалар үҫтерәләр.
Атаһы сирләп киткәс, ғаиләләре менән Илфираның тыуған ауылы – Ҡарлыманбашҡа ҡайталар. Илфира ауыл клубында эшләй башлай, үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәгендә ҡатнашып, ауылда һәм районда үткәрелгән сараларҙа әүҙем ҡатнаша.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, башта атаһы, бер нисә йылдан һуң тормош иптәше Флүр Һаҙый улы ауырып, вафат була. Һигеҙ йыл Флизә әбей ҡыҙы Илфира менән йәшәй. Ләкин ауыл ерендә нимәгә тотонһаң да, ир-егет ҡулы кәрәк. “Ирһеҙ йәшәү ауыр, кейәүгә сыҡһаң, йәшәү еңелерәк булыр”, - тип Флизә әбей ҡыҙына кәңәш бирә. Шулай итеп, Илфира Кушнарен районы егете Рәшит исемле ир менән ғаилә ҡора. Бөгөнгө көндә улар матур итеп донъя көтәләр, баҡса үҫтерәләр, ҡош-ҡорт аҫырайҙар.
Аллаһҡа шөкөр, балаларының үҙ ғаиләләре, үҙ тормоштары.
Илфираның ҙур ҡыҙы Гүзәл тормош иптәше Радик менән Стәрлетамаҡта йәшәйҙәр. Диана, Лиана, Марсель, Рамина исемле балалар үҫтерәләр. Яңыраҡ ҡыҙҙары Диана Азамат исемле егеткә кейәүгә сыҡҡан.
Икенсе ҡыҙы Гөлдәр тормош иптәше Радик менән икеһе дә “Теплоизоляция” заводында эшләйҙәр. Камила һәм Амелия исемле ике ҡыҙға ғүмер биргәндәр.
Ҡыҙы Гөлназ тормош иптәше Иштуған менән Стәрлетамаҡ районының Ҡырмыҫҡалы ауылында ғүмер итәләр. Кесе ҡыҙы Земфира үҙҙәре менән йәшәй.
Шулай, ғүмер дауам итә. Тимәк, уларҙың лайыҡлы дауамсылары бар.
- Әсәй тик ултырыуҙың ни икәнен белмәй. Йәшерәк сағында ҡулынан бәйләме төшмәне. Ул төрлө япмалар, ойоҡбаш, бейәләйҙәр бәйләне. Иртә яҙҙан орлоҡ сәсеп, үҫентеләр үҫтерә. Баҡсаһы уның гөл-сәскәгә күмелеп ултыра. Уның ырҙынында бер генә бөртөк сүп үләне лә тапмаҫһың. Күҙ теймәһен, үҙ аяғында йөрөй, иртән тороу менән, тиҫбе тартып, балаларына теләк теләй, һәр тыуған көнгә һөйөнөп, Хоҙайҙан донъяларға тыныслыҡ, аяҙ күк йөҙө һорап доға ҡыла, - ти ҡыҙы Илфира, Флизә әбей тураһында.
Һуғыш осоро балаһының тормош юлы, ысынлап та, һоҡланырлыҡ та, ғибрәтле лә, үрнәкле лә. Флизә Дауыт ҡыҙы барына ҡәнәғәт булып, Хөкүмәткә рәхмәт әйтеп йәшәй. Бәлки, оҙон ғүмерле булыуының сере лә шунда йәшеренгәндер. Беҙ ҙә уға тыныс тормошта, балалары янында оҙаҡ йәшәүен теләйбеҙ.
Венера ҒАФАРОВА.