Тормош ҡуласаһын зыр итеп әйләндерә...
Бер ҡарында ятмаһаҡ та,
Беҙ бит бер туғандар.
Апай-һеңле булып үҫтек
Тормош таянысым - апайым!
Була бит шундай кешеләр, бер минут тик ултырмайҙар. Донья тәгәрмәсен тәгәрәтә, алдан бара, ҡулынан килмәгән эше, етешмәгән ере юҡ.
Бөгөн һеҙҙе лә таныштырып үткем килә шундай бер кеше менән. Ул минең яратҡан апайым - Флорида.
Ул Ғаяз менән Йәзилә Шәйәхмәтовтарҙың ғаиләһендә өсөнсө ҡыҙ бала булып Ғафури районы Баҡраҡ ауылында доньяға ауаз һала. Флориданың апалары һеңлеләрен бик яраталар, ҡурсаҡ урынына ҡарайҙар. Ҡыҙҙар өс таған кеүек татыу булып үҫә, ата-әсә лә бик бәхетле булалар.
Тик бәхетле, ғәмһеҙ баласаҡ оҙаҡ булмай, Флоридаға өс йәш тулғанда әсәләре ҡаты ауырыуҙан гүр эйәһе була. Атайҙары үгәй әсәй алып ҡайта. Үгәй әсәй, үгәй инде, ҡыҙҙарҙы ҡарай, ашата, тәрбиәләй, тик әсә наҙы, әсә ҡарашы, әсә һөйөүе бирмәй. Мәктәп йәшенә еткәс ҡыҙҙарҙы берәм-берәм ҡалаға интернатҡа уҡырға бирәләр. Улар ял ваҡыттарында ғына ҡайтып йөрөйҙәр. 9-сы кластан һуң апайым штукатур-маляр һөнәрен үҙләштерә.
Флорида апайым менән беҙҙең атай бер, әсәй башҡа, мин үгәй әсәйҙән тыуған ҡыҙмын. Әсәйем минең өсөн бик яҡшы булды, тик бына атайҙың ҡыҙҙарын үҙ ҡыҙҙары һымаҡ ярата алманы. Апайым минән биш йәшкә өлкән булһа ла, игеҙәктәр һымаҡ үҫтек. Йәй көндәрендә еләккә, балыҡ ҡармаҡларға, һыу инергә бергә йөрөй инек. Кейемдәрҙе лә бер төрлө алалар ине, сөнки апайым буйға бәләкәй, ә мин йәшемә ҡарағанда ҙурыраҡ була торғайным. Мин шаталаҡ, ә ул аҙ һүҙле, тыйнаҡ ҡыҙ.
Бәләкәйҙән аш-һыу бешерергә оҫта булды, кухняла ул булһа тәмле печенье, булочкалар һәр саҡ булыры билдәле ине.
Училищены уҡып бөткәс, апайымды ҡалаға һөнәре буйынса эшкә саҡыралар, тик маңлайына икенсе яҙмыш яҙылған булғандыр, күрәһең. Уҡыған сағында әхирәт ҡыҙы менән Үрге Төкөн ауылына ҡайтып йөрөгәндә тормош иптәше Фәнзил Аҙнабаев менән таныша. Бер-береһен яратҡан йәштәр гөрләтеп туй үткәрәләр. Бына 27 йыл инде иңгә-иң терәшеп йәшәйҙәр. Өс балаға ғүмер бирҙеләр, оло улдары Фидан хәҙер үҙе атай, Рәмзил менән Лиана һылыу - студенттар. Мин уларҙың ғаиләһендә оло ҡыҙҙары һымаҡ булдым. Ҡалаға уҡырға ингәс, ял көндәрендә Үрге Төкөнгә ҡайтып йөрөй торғайным. Апайым һәр саҡ яҡты йөҙ менән ҡаршы ала, күстәнәстәр тейәп оҙатып ҡала ине. Фәнзил еҙнәйгә лә ҙур рәхмәт, ат менән поездан ҡаршы алып, оҙатып йөрөнө.
Өйләнешкәндең беренсе йылдарында колхоздар бөтмәгән саҡ, 3-4 гектар сөгөлдөр алып эшкәртәләр, өсәр баҡса бәрәңге сәсәләр ине. Яҙ көндәрендә балыҡ менән кәсеп итәләр, балыҡтары үҙҙәренә генә түгел, һатыуға ла етте.
Ғаилә ҡорғас еҙнәйҙең ата-әсәһе шундуҡ йәштәрҙе айырым сығара. Апай менән еҙнәй икәүләшеп, төндәрен йоҡламайынса иҫке өйҙө ҡурсаҡ өйө итеп алалар. Үҙ тырышлыҡтары менән ике йыл эсендә мунса, һарай төҙөп ҡуялар. Мал-тыуар, ҡош-ҡорт үрсетеп ебәрҙеләр. Тиктормаҫ апайымдың бәләкәй баҡсаһы ла гөрләп үҫте, ҡош-ҡорттары ла үрсене.
Бер ҡыҙыҡ хәлде лә иҫләп китәйем. Бер йыл ауылдарында бурҙар күбәйеп китте, төнгөлөккә урамда бер нимә ҡалдырып булмай, урлайҙар. Һарай, мунсаны йоҙаҡларға кәрәк. Бер көн кис һарайҙы бикләргә оноталар, иртән сыҡһалар, 8 тауыҡ һәм әтәстән елдәр иҫкән. Тик себеш баҫып ултырған тауыҡ ҡына тороп ҡалған. Икенсе көндө кис апайым йыуынты һыу һала торған биҙрәһен ҡалдыра, уныһы ла аяҡлана төндә. Мин ялға ҡайтҡан инем, апайым ошо хәлдәрҙе һөйләгәс, мин уға:
- Әйҙә, бөгөн матур пакетҡа ат тиҙәге тултырып баҡса ҡапҡаһына эләйек, әйҙә урлаһындар тим.
Әйткән һүҙ - атҡан уҡ, шулай эшләнек, ысынлап та иртән ат тиҙәгенә айыу майы һөрткәндәр. Был яҡшы һабаҡ булды бурҙарға, икенсе ваҡыт апайҙарҙың урамын урап үткәндәрҙер, моғайын.
Апайым менән еҙнәм бик уңғандар, йәй көндәрендә йөҙәр баш ҡаҙ, өйрәк алып үҫтерәләр. Ә бройлерҙары өсәр партия үҫә, тәүгеһен февраль айында уҡ алалар. Мал-тыуарҙары һарай тулы, ат, өс һыйыр, һарыҡ-кәзәләрҙең иҫәбе юҡ.
Баҡсаларында ниндәй генә йәшелсә-емештәр үҫмәй. Йәй ҡышты туйҙыра, тип, апайым йәй көндәрендә иртәнге 5-тән уяна, ә йоҡларға ярты төн еткәс кенә ауа.
Көҙ еткәс эштәре тағы арта, үҫкән ҡош-ҡортто эш итергә, баҡсалағы йәшелсәләрҙе банкаларға тултырырға кәрәк. Ҡайһы арала барыһына ла өлгөрәлер апайым, мин уны тиктормаҫ апай тип кенә йөрөтәм. Еҙнәйҙең атаһы мәрхүм булғас, әсәләрен үҙҙәренә алдылар, ҡәйнәһе менән әсәле-ҡыҙлы һымаҡ бер-береһен аңлап, хөрмәт итеп егерме йыл бергә йәшәнеләр.
Ҡыш көндәрендә лә тик ултырмай ул, ҡул эштәре менән булыша, элмәк менән мунса йыуғыстары, салфеткалар, ултырғыстарға япмалар бәйләй.
Беҙҙең ғаилә ҙур, Флорида апайымдан башҡа тағы дүрт апайым бар, тик бәләкәй апайым иң яҡыны, минең уң ҡанатым.
Тормош тәгәрмәсен зырылдатып әйләндерә минең апайым. Ваҡыт үтә, тик ул һаман йәш килендәй йүгереп йөрөп донья көтә.
Алдағы тормошонда уңыштар, ныҡлы сәләмәтлек теләйем ҡәҙерлемә.
Лена ШӘЙӘХМӘТОВА.