Ғаиләлә бәхет, тыныслыҡ, үҙ-ара аңлашыу булһын өсөн ниндәй кәңәштәр бирер инегеҙ?
Зөлфиә ӘСФӘНДИЙӘРОВА, Үтәгән ауылы:
- Тормошта иң мөһим урынды ғаилә алып тора. Ғаиләлә татыулыҡ булһа, һәр эшкә лә күңел ята. Ә татыу булыр өсөн бер-береңде аңлай белергә, сабыр булырға, кәрәк саҡта юл ҡуйырға кәрәк. Ғаилә бәхете – ул бәрәкәтле имен тормош.
Миңниса БӘҘРЕТДИНОВА, Ҡолош ауылы:
- Ғаиләм минең өсөн һәр саҡ беренсе урында тора. Ул минең терәгем, йылытып тороусы усағым. Татыу йәшәү өсөн бер-береңде тыңлай һәм аңлай белергә кәрәк. Берең ут булғанда, икенсең һыу булырға тейеш, тигән әйтем бар. Шуға ла берең ҡыҙғанда, икенсеңә шым булыу кәрәк икәнен үтәп йәшәйем. Татыу ғаиләлә генә балалар тәртипле, итәғәтле булып үҫәләр. Балалар ата-әсәне ихтирам итһә, ейән-ейәнсәрҙәр тыңлаһа, йүгереп килеп ҡосаҡлаһа, үҙе бәхет. Шулай уҡ туғандарымдың эргә-тирәмдә булыуына шатланам. Иртә мәрхүм булған һеңлемдең һәм ағайымдың ҡыҙҙары минең күрһәткән изгелектәремде аңлап, яҡын күреүҙәре күңелемә йылылыҡ бирә.
Ғәлинур СӘЛИХОВ, Үрге Төкөн ауылы:
- Ғаилә минең өсөн 43 йыл бергә тороп, бынан ете йыл элек баҡыйлыҡҡа күскән ҡатынымды һағыныу ҙа, кире ҡайтара алмаған йылдарға үкенес тә һәм, әлбиттә, балаларымдың, ейән-ейәнсәрҙәремдең шатлыҡтарын күреп, һөйөнөү ҙә... Беҙ ҡатыным менән бик матур йәшәнек. Бергә йәшәгән йылдар бик тиҙ үтеп китә икән, шуға күрә ир менән ҡатын бер-береһенең ҡәҙерҙәрен белеп, аңлашып-килешеп йәшәһендәр ине.
Зөлфиә ШӘМСЕТДИНОВА, Ҡарлыман ауылы:
- Ғаилә - ул рухи һәм матди таяныс. Ике кеше лә үҙен яуаплы тотһа, ялҡын һүрелмәй. Эштә йә юлда арығандан һуң беҙ ғәзиз ғаиләбеҙ янына йылы йортобоҙға ҡайтабыҙ. Бында күңел тыныслығы табабыҙ, арыуҙарыбыҙ, күңел бошоуы һыпырып алғандай юҡҡа сыға. Иң мөһиме, бер-береңде ишетергә, үҙеңдең һүҙеңде өҫкә ҡуймаҫҡа. Аңлашылмаусанлыҡ килеп сыҡһа, үпкәләшеп йөрөргә түгел, уртаға һалып аңлашырға кәрәк.
Махсус битте Фәниә СӘЛИМГӘРӘЕВА әҙерләне.