Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Йәшәү тәмен, донъя ғәмен тойоп

 Матур донъя көтөп йәшәгән­дәрҙе күреп күңелдәр ҡыуана. Ә ун­дайҙар районыбыҙҙа бихисап. Шу­ларҙың береһе Ҡаракүл ауылында йәшәүсе Рузилә һәм Марат Ҡоҙаҡа­евтар.  

Йәшәү тәмен, донъя ғәмен тойоп
Йәшәү тәмен, донъя ғәмен тойоп

Рузилә Фәнәүи ҡыҙы Дүртөй­лө районының Бейектау ауылын­да донъяға килгән. Бала һәм үҫмер сағы тыуған ауылында үтә. Мәк­тәпте тамамлағас, Салауат ҡалаһын яуларға китә. Унда Салауат маши­налар төҙөү заводының “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһына тәрбиәсе ярҙам­сыһы булып эшкә урынлаша. Завод­тың дөйөм ятағында йәшәй. Ошо ҡалала ул ғүмерлек мөхәббәтен – Марат Әмир улын осрата. Йәштәр 1982 йылдың авгусында сәстәрен сәскә бәйләй.

Марат Әмир улы Малай ауылын­да ишле ғаиләлә тыуа. Ата-әсәһе өлгөһөндә тырыш, уңған егет бу­лып үҫә. Түбәнге Төкөн мәктәбен тамамлағандан һуң, Салауат ҡа­лаһының 55-се дәүләт һөнәрсе­лек-техник училищеһына уҡырға инә. Уҡыу йортон тамамлағас, за­водта практика үтеп, шунда эшкә ҡала. Салауат машиналар төҙөү за­водында слесарь-ҡаҙансы булып эшләй. Свердлов өлкәһендә ике йыл хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, элекке эшләгән еренә урынла­ша. Унда бер йыл тирәһе эшләгәс, “Салаватстекло” йәмғиәтенә эшкә күсә. Хаҡлы ялға сыҡҡансы ошо йәмғиәттә хеҙмәт итә. Әйткәндәй, Рузилә апай ҙа балалар баҡсаһын­да өс-дүрт йыл эшләгәндән һуң, “Салаватстекло” йәмғиәтенә эшкә урынлаша һәм хаҡлы ялға сыҡҡан­сы шунда эшләй.

Йәш ғаилә йәмғиәттең дөйөм ятағында көн күрә. Мөхәббәт емеш­тәре булып улдары Марсель донъяға ауаз һала. Һуңынан ғаиләгә эшлә­гән ерҙән фатир бирәләр. Хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң, ғаилә тыуған төйәгенә ҡайтырға ҡарар итә.

Ҡаракүл ауылының тәбиғәте үҙҙәрен әсир итә. Ауыл тирәһе тә­биғәте бик матур, эргәһендә генә Ҡаракүл күле урынлашҡан. Ошо ауылдан ер һатып алалар. Бөгөнгө көндә үҙҙәре төҙөгән матур йорт­та гөрләтеп йәшәйҙәр, тырышып донъя көтәләр. Йорт-ҡураның бар­лыҡ төҙөлөш эшен бергәләп эшләй­ҙәр. Өҫтәүенә ҡура тултырып ҡош-ҡорт - йомортҡа һалыусы тауыҡтар, бройлерҙар, ҡаҙ, өйрәк бәпкәләре аҫрайҙар. Уңған хужалар баҡса тул­тырып бәрәңгеһен, ҡабағын, ки­шерен, сөгөлдөрөн, һуғанын, кә­беҫтәһен һәм башҡа йәшелсәһен ултыртҡан. Сейә, ҡарағат, алма ағастары мул уңыш бирә. Көҙ етһә, уларҙан компот, салаттар эшләп, ҡайһыларын тоҙлап кинәнәләр.

- Йәшелсә-емештәрҙе тоҙлап та, киптереп тә, туңдырып та ҡуйырға була. Ҡыш көнө уларҙан ҡайнатма­лар, компоттар яһарға ла мөмкин,- ти Рузилә апай.

Улдары Марсель Мәскәү уни­верситетын тамамлап, әлеге көндә вахта ысулы менән Новый Урен­гой ҡалаһының “Газстройпром” йәмғиәтендә идара начальнигы булып эшләй. Ғаиләле. Йәш ғаилә Салауат ҡалаһында йәшәй. Марсель ҡатыны Регина Салауат ҡыҙы менән ике малайға – Динислам менән Ну­рисламға ғүмер биргәндәр. Бала­лар йәйге каникул осоронда олатай һәм өләсәй янында рәхәтләнеп ял итә. Өй артында ғына урынлашҡан Ҡаракүлдә һыу инәләр, еләккә йөрөйҙәр, велосипедта елдерәләр, балыҡҡа йөрөйҙәр. Әйткәндәй, Марат ағай оҫта балыҡсы. Һыу буй­ында үҫкәнгәме, бала саҡтан балыҡ ҡармаҡларға ярата.

- Балыҡ тотоу – ул бик матур шөғөл, уны ҡармаҡ менән тоторға ҙур сыҙамлылыҡ талап итә. Балыҡ ҡармаҡларға яратмаған ирҙәр бармы икән? Кемгә нисектер, әммә миңә оҡшай, - ти ул. Марат ағай йәйен дә, ҡышын да, бик мөһим генә эш булмаһа, күл буйында балыҡ ҡар­маҡлай. Йылдың һәр миҙгелендә ейәндәре, ғаиләһе менән тәбиғәт ҡосағына сығып, күңелле ял итеп, балыҡ ҡармаҡлап ҡайталар.

- Бында төрлө балыҡ бар – сур­тан, табан, шырт балыҡ, ҡыҙылға­нат, ҡорман һәм башҡалар. Ҡыш ҡармаҡлауҙың бер матур яғы бар: мәке уяһың да сихри һыу аҫты донъ­яһына – балыҡтар батшалығына ем ташлайһың һәм, нимә эләгерен белмәһәң дә, өмөтләнеп мәкеңә текәләһең. Буш ҡайтһам да, бер ҙә бошонмайым – була торған хәл. Минең өсөн тәбиғәт ҡосағында ял итеү мөһимерәк, берҙән, тирә-йүн менән аралашаһың, икен­сенән, күңел дә, тән дә ял итә. Тә­биғәттә булыу кешене сыныҡтыра, һөҙөмтәлә сир-сырхауға ла бире­шеп бармайһың,- ти Марат ағай.

Тормоштан йәм табып, йәшәү тәмен, донъя ғәмен тойоп ғүмер иткән был күркәм ғаиләгә бары тик бәхетле яҙмыш насип булыуын теләйек.

Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.

Автор фотоһы.

Автор:Миляуша Давлянова
Читайте нас: