Даирә
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

«Намыҫ ҡушҡанса эшләнек»

Йылдар үткән һайын һуғышта ҡатнашҡан ветерандар ғына түгел, хатта уның әсеһен татыған һуғыш осоро балаларының да һаны кәмей бара. Уларҙың һәр ҡайһыһының үҙ яҙмышы һәм ғүмере буйына һаҡлап йөрөткән үҙ хәтирәләре бар.  

Бала сағы

Ҡырмыҫҡалы ауылында йәшәүсе бала сағы һуғыш осо­рона тура килгән Рәүиә Була­товаға ла тормоштоң әсеһен- сөсөһөн байтаҡ татырға тура килә.

- Һуғыш башланғас, бар­лыҡ ир-егеттәрҙе фронтҡа ал­дылар. Беҙ ҙә атайыбыҙҙы күҙ йәштәре түгеп һуғышҡа оҙа­тып ҡалдыҡ. Ете бала менән яңғыҙы ҡалған әсәйебеҙ беҙҙе ас итмәҫ өсөн көнө-төнө эштә булды, беҙгә алабута икмәктәре, баҫыуҙарҙан серек бәрәңге йыйып, унан кәлйемә яһап бешереп ашата ине. Ул ваҡытта аяҡ кейеме юҡ, сабата кейеп йөрөнө халыҡ, өҫкә кей­ергә лә ике-өс кешегә бер кей­ем. Ауылда ҡалған ҡатын-ҡыҙ ураҡ урҙы, сөгөлдөрҙә эшлә­не. Бер аҙ үҫә төшкәс, беҙ ҙә әсәйгә булышырға баҫыуға сө­гөлдөр утарға бара инек. Ауыр йылдар ине, шулай ҙа әсәйебеҙ һәр ваҡыт: “Барыһы ла яҡшы булыр, һуғыш бөтөр, атайығыҙ ҡайтыр, тормошобоҙ яйла­ныр”, - тип беҙҙе тыныслан­дыра ине. Шулай булды ла, атайыбыҙ һуғыштан иҫән-имен йөрөп ҡайтты. Кол­хозда “лесник” булып эшлә­не. Әкренләп ашлыҡ үҫтерә башланылар, уны тирмәндә тартып, әсәйебеҙ икмәк бе­шерҙе. Хәҙер, Аллаға шөкөр, тамаҡ туҡ, нимә кәрәк – шул бар.

Башланғыс кластарҙы Аҡтүбә ауылында уҡыным. Һуңынан Иҫке Муса мәктә­бенә йәйәүләп йөрөп ун класс белем алдым. Атайым күтәрт­мәле сабата яһап бирҙе. Саба­та аяҡты ҡыра, кискә тиклем беҙҙең тәпәйҙәребеҙ ҡанап бөтә ине. Мәктәптә һыуыҡ, класс бүлмәһен һалам яғып йылыталар. Өс-дүрт сәғәт уҙғандан һуң, ул тамам һы­уынып бөтә. Ҡыш көнө бый­ма, бейәләй кейеп ултырҙыҡ. Яҙа торған ҡарабыҙ һалҡын­да туңа, әлеге кеүек яҙырға дәфтәр юҡ, иҫке китап битенә ҡош ҡанаты менән яҙа инек. Мәктәптә туңып, өйгә йылы­нырға тип ҡайтһаҡ, унда ла шундай уҡ һыуыҡ көтә,- тип һүҙ башланы Рәүиә Мәхмүт ҡыҙы.

Хеҙмәт һөйөүе – ғаиләнән

- Йәй көнө Аҡтүбәнән алты саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан Илтуған баҫы­уына тары утарға йөрөнөк. Ҡулыбыҙҙа бәйләм, барғанда ла, ҡайтҡанда ла бәйләйбеҙ. Селтәр ҙә, шәл дә бәйләнек, сигеү ҙә сиктек. Мендәр, са­мауыр япмаларын әле булһа ҡәҙерләп һаҡлайым. Унынсы класты тамамлағас, Өфө ҡа­лаһындағы Кооператив техни­кумына уҡырға индем. Ләкин атайым быға риза булманы, шулай итеп алты айҙан һуң уҡыуымды ташларға тура кил­де, - ти ул һүҙен дауам итеп.

Һуңынан ҡыҙ бер аҙ ваҡыт Боҙаяҙ ауылындағы “Гос­страх”та секретарь булып та эшләп ала. Ойошманы Тал­базы ауылына күсергәс, Ҡырмыҫҡалы ауылының “Ҡар­лыман” артелендә тегеүсе булып эш башлай. Артабан уны “Көнкүреш хеҙмәтлән­дереү йорто” тип үҙгәрттеләр. Көнкүреш йортоноң гөрләп торған сағы була. Яңы фасон күлдәк йәки фуфайка текте­рергә, тиҙ арала салбар, итәк ҡыҫҡартырға булһа, халыҡ ательеға йүгергән.

Ғаиләһе

Буласаҡ ире Алкин ағай менән дә ҡыҙ шунда таныша. Яңы ғына армия хеҙмәтенән ҡайтҡан, оҙон буйлы, бөҙрә сәсле һалдат кейемендәге егет юрған һырҙырырға заказ би­рергә килгән була. Бер күреүҙә үк егет зифа буйлы, сибәр ҡыҙға ғашиҡ була. Өс йыл ике йәш йөрәк дуҫлашып йөрө­гәндән һуң 1960 йылда яра­тышып өйләнешәләр.

Йәш ғаиләлә Илдар һәм Дамир исемле улдары тыуа. Өлкәне Илдар Башҡорт дәүләт медицина институ­тын тамамлап, 40 йылға яҡын инде Рәсәй Федерацияһы “Роспотребнадзор” ҡулла­ныусылар хоҡуҡтарын яҡлау һәм кеше именлеге өлкәһен­дә күҙәтселек буйынса феде­раль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса ида­раһы территориаль бүлегендә эшләй. Алты-ете район менән эш итә. “Хеҙмәт ветераны” тигән маҡтаулы исем йөрөтә. Бик күп наградалар менән бүләкләнгән. Тормош иптәше Әлфирә дауаханала шәфҡәт туташы булып эшләй. “Киле­нем бигерәк уңған, “әней” тип өҙөлөп тора” тип Рәүиә Мәх­мүт ҡыҙы маҡтап алды. Лиана һәм Эльвина исемле ҡыҙҙар үҫтерҙеләр. Эльвина ла атаһы һөнәрен һайлап, Өфө дауаха­наһында эшләй.

Алкин ағай Механика­лаштырылған күсмә колонна ойошмаһында 42 йыл шофер булып эшләгән. Әммә Рәүиә апайға тормош иптәше менән тигеҙ ҡартайырға насип бул­май – 1996 йылда Алкин ағай был донъянан иртә китеп бара. Ә һуңыраҡ яҙмышы Рәүиә апайға тағы ла һынау ебәрә - ғаилә ҡороп, гөрләтеп донъя көткәндә улы Дамир ҙа вафат була. Ғәзиз балаһын юғалтыу иң ҙур хәсрәт, әммә һуғыш йылдарын, унан һуңғы ауырлыҡтарҙы кисерә алған әсәгә Хоҙай Тәғәлә сабыр­лығын, түҙемлеген бирә.

Хөрмәт – иң ҙур бүләк

Рәүиә Мәхмүт ҡыҙы Көнкүреш йортонда эшләү­гә ҡырҡ йыл ғүмерен бағы­шлаған. Бурыстарын еренә еткереп башҡарғаны, на­мыҫлы һәм ғәҙел булғаны өсөн миҙалдарға һәм бик күп Маҡтау грамоталарына лайыҡ булған. Улар араһын­да “В.И.Лениндың тыуыуы­на – 100 йыл”, “Туғыҙынсы биш йыллыҡ” миҙалдары һәм Башҡортостан Республикаһы Профсоюздары Өлкә комите­тының Маҡтау грамотаһы ла бар. “Хеҙмәт ветераны” тигән дәрәжәле исемгә эйә.

- Коллективыбыҙ бик та­тыу булды. Ул йылдарҙа бергә эшләгән хеҙмәттәштәрем­де, бигерәк тә хужабыҙ Мөс­лимә Хисаметдинова, келәт мөдире Рима Яфаева, Төкөн ауылынан Венера Вәлиева, Бекеттан Глүсә Ковалева һәм Бельский, Ҡарлыман совхозы, Подлуб, Иҫке Бәпес, Боҙаяҙ, Ефремкин ауылдарындағы “приемщицалар”ҙы йыш ҡына һағынып иҫкә алам, - ти Рәүиә апай һүҙен тамамлап.

Тормоштоң әсеһен- сөсөһөн татыған, сабый саҡта­ры һуғыш осорона тура килгән быуындың тырышлығы һәм түҙемлеге беҙгә өлгө алыр­лыҡ. Ә Рәүиә апайҙың бөгөнгө көнө бик бәхетле – тормошо бөтөн, балалары һәм ейәндәре ҡәҙер-хөрмәттән өҙмәй, гел йәнәшәһендә бөтөрөлөп то­ралар.

Ғүмере буйы эшләргә кү­неккән тынғыһыҙ кеше бу­лараҡ, ул бөгөн дә тик ул­тыра белмәй, баҡсаһы ҙур, ҡош-ҡорттар үҫтерә, балала­рын һәм ейәндәрен тәмле ри­зыҡтар менән һыйлай.

Рәүиә апай Булатоваға йән тыныслығы һәм сәләмәт тор­мош теләйек, балалары һәм ейәндәре һөйөндөрөп кенә торһон.

Венера ҒАФАРОВА.

Фотолар ғаилә

архивынан алынды.

Автор:
Читайте нас: