- Эльвина Вәсим ҡыҙы, музыка менән ҡасан мауыға башланығыҙ?
- 1-се класҡа уҡырға төшкәс тә ата-әсәйем мине музыка мәктәбенә бирҙеләр. Фортепиано класы буйынса уҡытыусы мине йырларға өйрәтте. Сәхнәгә сығып йырларға мин үтә лә оялсан инем, унда сығырға кәрәк, ә мин ҡурҡып шаршау артында баҫып торам. Шул ваҡыт атайым: “Әгәр әле сыҡмаһаң, башҡаса музыка мәктәбенә йөрөмәйһең!” - тип ҡырт киҫте. Уның ошо һүҙҙәре миңә этәргес бирҙе. Барлыҡ ҡыйыулығымды йыйып сыҡтым һәм сығыш яһаным. Шунан алып сәхнәнән төшкәнем юҡ. Фортепиано класы буйынса музыка мәктәбен тамамланым. Мәктәптә һәм район Мәҙәниәт һарайында үткәрелгән сараларҙа, конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар яуланым. Бөтә Башҡортостанды урап сыҡтым тиһәм дә була.
- Был һәләт Һеҙҙә ҡайҙан килә?
- Атайым Вәсим Нуретдин улы буш ваҡыты булыу менән ҡулына баян ала. Шуға, һәләт миңә атайымдан күскәндер, тип уйлайым. Минең сәхнәлә сығыш яһауыма ата-әсәйем, туғандарым һәм дуҫтарым бик шатланалар һәм теләгемде хуплайҙар.
- Мәктәпте тамамлағас, ҡайҙа уҡырға керҙегеҙ?
- Мәктәптән һуң мин башҡа юлды һайланым – Башҡорт дәүләт педагогия университетына психология буйынса уҡырға индем. Уҡыған сағымда музыканы ташламаным, студенттар төркөмөндә шөғөлләнеүемде дауам иттем. Беҙ төрлө фестивалдәрҙә, конкурстарҙа ҡатнашып, заманса рус йырҙарын башҡарҙыҡ.
Һуңынан тормошҡа сыҡтым һәм күберәк ваҡытымды ғаиләмә бағышланым. Сәхнәлә сығыш яһарға саҡырһалар ҙа, балалар бәләкәй булғанлыҡтан, бер аҙ туҡтап торорға тура килде.
- Телевидениела тәүге тапҡыр ҡайһы йыр менән сыҡтың?
- 2013 йылда Риф Йөҙлөкбаев миңә “Кәкүк һағышы” тигән йырын тәҡдим итте. Уның һүҙҙәрен үҙе, ә көйөн Фәрит Яҡшығолов яҙған. Был йыр менән беҙ, хатта, Башҡортостан юлдаш телевидениеһына “Дарман” тапшырыуына барып сығыш яһаныҡ һәм алтын миҙалға лайыҡ булдыҡ. Шул ваҡытта миндә беҙҙең районда йәшәүсе яҡташтарыбыҙҙың йырҙарын башҡарырға, район данын күтәрергә тигән теләк барлыҡҡа килде.
- Үҙегеҙ йыр яҙғанығыҙ бармы?
- Бар. 2022 йылда коронавирус пандемияһынан һуң, беҙ барыбыҙ ҙа был һынауҙарҙы үтеп сыҡтыҡ. Яҙғы һауа, ҡояш нурҙарын һибә. Машинала китеп барғанда кинәт кенә илһамланып, уйыма “Һинең менән” йырының һүҙҙәре килде. Эшкә килеү менән уны яҙып та алдым. Шунан уны Татарстандағы бер аранжировщикка ебәрҙем. Ул тиҙ генә аранжировка эшләне һәм беҙ клип төшөрҙөк. Социаль селтәрҙә уны “Туған тел” телевизион каналында күреп ҡалғандар һәм әлегә тиклем йырым был каналда яңғырай.
- Һеҙҙең йырҙы тағы ниндәй каналда тыңларға мөмкин?
- Быйыл миңә Татарстандың ТМТВ каналынан шылтыратып, был клипты художество советында ҡарауға ризалыҡ алдылар. Шунан минең клиптың “Музыкаль ҡаймаҡ” хит-парадына үтеүе тураһында хәбәр иттеләр.
- Был клипты нисек төшөрөүегеҙ тураһында ла һөйләп үтһәгеҙ ине?
- Был клипҡа улар юғары баһа бирҙеләр, уларға уның сюжеты, кульминацияһы оҡшаған һәм ул “йәнле” килеп сыҡты. Барыһы ла клипта ир менән ҡатын һәм балалары төшөүенә ышанды. Ысынында иһә, был ролде уйнарға минең танышым, ижади кеше Денис Ҡадаев ризалыҡ бирҙе. Балаларға: “Беҙ хәҙер “Мега” сауҙа һәм ял үҙәгенә барып, һеҙҙең ата-әсәйегеҙ булып уйнайбыҙ”, - тип аңлаттыҡ. Уларға самокаттар, һабын күбектәре алып бирҙек. Был магазиндар буйлап йөрөгән ысын ғаилә кеүек килеп сыҡты, балалар камераны бар тип тә белмәне, рәхәтләнеп уйнанылар. Видеооператор Дамир Мөхәмәтйәнов камера менән беҙҙең арттан йүгереп йөрөнө.
- Клип төшөргәндә ҡыҙыҡлы ваҡыттар булдымы?
- Эйе, булды. Беренсе көндө беҙ балалар менән “Мега”ла төштөк. Шунан Тауһеңергә ҡайтып, велосипедта йөрөргә тейеш инек, ләкин Денис ҡулын һындырҙы. Шулай итеп, уның ҡулы төҙәлгәнсе ике ай көтөргә тура килде. Август бөтөп килә, ә беҙгә йәй күренеше кәрәк ине. Шул ваҡытта беҙ велосипедта түгел, ә Тауһеңер күлендәге пирста төшөрөргә булдыҡ. Декорациялар менән миңә әхирәтем Динара Сәғәҙиева бик ныҡ ярҙам итте.
Бер көндө эш буйынса “Виктория” лагерына барғанда, күлдә кәмә күреп ҡалдым. Мин уны биреп тороуҙарын һораным. Кәмәне матур итеп биҙәнек. Шулай итеп, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә клип төшөрә алдыҡ. Үҙебеҙ менән сосискалар һәм маршмэллоу алған инек. Клип аҙағында беҙ уларҙы усаҡта ҡыҙҙырҙыҡ. Бик матур килеп сыҡты.
- Клиптың сюжетын кем уйлап тапты?
- Уны беҙ тормош иптәшем Айҙар Филорит улы менән бергә уйланыҡ. Был йыр менән ТМТВ хит-парадында ҡатнаштыҡ. Етенсе аҙнала Рамазановтар ғаиләһе, Илһөйә Бәҙретдинова, Зәйнәп Фәхретдинова кеүек данлыҡлы артистар араһында беренсе урын яулауыбыҙ минең өсөн көтөлмәгән хәл булды. Баянсы Рөстәм Әсәҙуллиндың беренсе урынға барып етә алмауы ғына аяныс.
Туғыҙынсы аҙна инде хит-парад бара һәм беҙ ун башҡарыусы араһында. Был минең өсөн үҙе ҙур еңеү.
Күптәр миңә шылтыратып, һинең өсөн ҡайҙа тауыш бирергә, тип һорайҙар. Мин ТМТВ- ға шылтыратып, тауыштарҙың телевидениела нисә кеше ҡарауынан иҫәпләнеүен һәм уға художество советы ла баһа биреүен белдем.
- Бының өсөн һиңә аҡса түләнәме?
- Эйе, был һорау күптәрҙе ҡыҙыҡһындыра. Был проектта ҡатнашыу минең өсөн үҙе бер ҡыуаныс, һәләтеңде асыу мөмкинлеге. Эшемде күңел биреп башҡарам. Барыһы ла аҡса менән иҫәпләнмәй бит. Яңыраҡ ТМТВ каналынан шылтыратып, минең беренсе урынға сығыуым тураһында әйттеләр һәм яңы йыр менән Ҡазан ҡалаһына съемкаға килергә саҡырҙылар.
Минең танылған шағирә Гөлфиә Шакирова менән уртаҡ йырым бар, ләкин мин “Туған тел” каналына барырға ризалыҡ бирергә өлгөрҙөм. Форсаттан файҙаланып, район гәзите аша район халҡына мөрәжәғәт иткем килә: мәғәнәле шиғырҙары йәки яҙылған көйө булғандар “ВКонтакте” социаль селтәре аша минең менән бәйләнешкә инһендәр ине. Мин уларға бик рәхмәтле булыр инем.
- Эльвина Вәсим ҡыҙы, икенсе йырығыҙ нисек тыуҙы?
- Ул илһам килеүгә бәйле. Беренсе йырым мине ҡанатландырып ебәрҙе. Икенсе йырым минең мотлаҡ мөхәббәт тураһында булырға тейеш тигән ҡарарға килдем. Уның һүҙҙәре оҙаҡ яҙылды. Бер көндө һеңлем Диана йөрәк ҡушыуы буйынса махсус хәрби операция биләмәһенә командировкаға китергә йыйыныуы, яугирҙәргә стоматология ярҙамы күрһәтәсәге тураһында әйтте. Уның өсөн борсолоп, текст яҙыуҙы туҡтатып торҙом. Ул иҫән-имен йөрөп ҡайтҡас, күңелем тынысланды һәм уйыма иң мөһиме ер йөҙөндә тыныслыҡ һәм мөхәббәт йәшәһен тигән һүҙҙәр килә башланы. Мин йырҙың тексын яҙыуҙа ярҙам һорап танылған шағирә Гөлфиә Шакироваға мөрәжәғәт иттем. Хәҙер йыр махсус хәрби операция биләмәһенән ир-егеттәрҙең иҫән-имен ҡайтыуҙарын теләгән доға булараҡ яңғырай.
Был йыр менән мин “Туған тел” телеканалында сығыш яһаным һәм тиҙҙән уны был каналда күрһәтәсәктәр.
- Һөнәрегеҙҙе алмаштырып, ижади юл буйлап китеү тураһында уйлағанығыҙ булманымы?
- Ундай теләгем юҡ, сөнки ижад минең өсөн бер мауығыу ғына. Ижадтың төп эшем булыуын теләмәйем. Ә эштән ҡайтҡас, фортепиано артына ултырып, сәғәттәр буйына уйнай алам. Миңә бигерәк тә классик музыка оҡшай.
- Ғаиләгеҙ һәм эшегеҙ менән дә таныштырып үтһәгеҙ ине?
- Айҙар Филорит улы менән ғаилә ҡороуыбыҙға 16 йыл тулды. Ике ҡыҙыбыҙ үҫеп килә. Сафинаға – 14, Айлинаға 9 йәш. Өлкән ҡыҙым “Далан” бейеү ансамбленә йөрөнө, әлеге ваҡытта художество мәктәбендә уҡый, рәсем төшөрөргә ярата. Бәләкәй ҡыҙым Айлина музыка мәктәбендә фортепиано класында бик теләп шөғөлләнә, шулай уҡ театр түңәрәгенә йөрөй.
Мин муниципаль район хакимиәтендә торлаҡ программаларын тормошҡа ашырыу секторы мөдире булып эшләйем.
- Киләсәккә ниндәй пландарығыҙ бар?
- Киләсәктә лә ижадымды ташламаҫҡа уйлайым, яҡташтарым миңә йыр текстары һәм көйҙәрен тәҡдим итһәләр, мин уларҙы сәхнәлә ҙур теләк менән башҡарасаҡмын.
- Эльвина Вәсим ҡыҙы, ҡыҙыҡлы әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт. Киләсәктә лә һеҙгә ижади уңыштар юлдаш булһын, тыныслыҡ һәм изгелек теләге килә.
Гөлсәсәк ӘСӘҘУЛЛИНА әңгәмәләште.