Асылыкүлде - республикабыҙҙың иң ҙур күлен ғорурлыҡ менән Башҡорт диңгеҙе тип тә атайҙар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул йылдан-йыл һайыға. Быны уның янындағы ағастарҙың ҡырҡылыуына бәйләйҙәр, элек ул тирәлә ылыҫлы урман булған.
Башҡортостандың Ирҙәр ҡоро тыуған тәбиғәтебеҙҙе һаҡлау менән дә әүҙем шөғөлләнә. Атайҙар көнө уңайынан был ойошма Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы һәм Урман хужалығы министрлығы менән берлектә экологик өмә уҙғарҙы. Ғаилә йылында был сарала 50-ләп атай һәм уларҙың улдары менән ҡатнашыуы менән дә әһәмиәтле ине.
Аталы-уллылар 200-ҙән ашыу ҡарағай ултыртты, ә һуңынан күлде туйындырып торған шишмәләрҙең береһен таҙартты. Акцияла ҡатнашыусылар күл буйынан сүп-сар ҙа йыйҙы.
— Дымлы урында яңы һыу сығанағы булыуын күҙаллап, ҡаҙа башланыҡ һәм тағы бер шишмә юлына тап булдыҡ. Ул беҙ яһаған юл буйлап аға башланы. Уны Ирҙәр шишмәһе тип нарыҡланыҡ, – тип һөйләне Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, Башҡортостандың Ирҙәр ҡоро рәйесе Зариф Байғусҡаров.
Ирҙәр ҡоро бындай экологик акцияларҙы даими үткәрә. Мәҫәлән, Талҡаҫ күле янында ла ошондай сара ойошторғайнылар.
Атайҙар көнөндә йәш быуын мөһим һабаҡ алды – тәбиғәт өсөн яуаплы булырға өйрәнде. Ә Асылыкүл буйында шаулап үҫәр мәғрур ҡарағайҙар был көндөң йылыһын һаҡлар.
Фото: Ирҙәр ҡоро ойошмаһынан.
Автор:Рәмилә Мусина
Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите