Ә бөтәһе лә ҡәҙимгесә, ябай ғына башлана. Фәүзәнә Ауырғазы районының йәмле тәбиғәтле, Ағиҙел йылғаһы буйында урынлашҡан Өсбәлеш ауылында Рауза һәм Мөбәрәк Аҫылғужиндарҙың ишле ғаиләһендә өсөнсө бала булып донъяға килә. Ғаиләләрендә алты бала үҫкәнгә, әсәһе менән атаһының иң беренсе ярҙамсыһы була, кесе һеңлеләрен ҡараша, йорт-ҡура тирәһен таҙалыҡта һәм тәртиптә тоторға, һәр ваҡыт үҙенең бурыстарын яуаплы үтәргә тырыша. Ҡыҙ ярҙамсыл, эшһөйәр, тырыш, изге күңелле, сабыр холоҡло бала булып үҫә. Буй етеп Өсбәлеш ауылы башланғыс мәктәбен тамамлағас, 9-10 кластарҙы күрше Трәпә ауылына йөрөп уҡый. Артабан 1970 йылда Салауат ҡалаһының 49-сы һөнәрселек училищеһына уҡырға инә һәм маляр-облицовщик һөнәрен үҙләштерә. Уҡыу йортон тамамлағас иң тыныс һәм кәрәкле һөнәр эйәһе маляр булып, Өфө ҡалаһында эш башлай. Үҙ һөнәрендә өс йыл хеҙмәт иткән ваҡытта, тормош юлында буласаҡ тормош иптәшен Сәйфидин Абдулазиз улын осрата. Йәштәр бер-береһен оҡшатып, ҡулға-ҡул тотоношоп, матур ғаилә ҡороп ебәрәләр.
Шулай итеп, Фәүзәнә Мөбәрәк ҡыҙы 1974 йылдың йәмле йәйендә күрше Үрге Төкөн ауылына килен булып төшә. Ғаилә башлығы колхозда тракторсы-комбайнсы булып эшләй, йәш килен шул уҡ колхозға һауынсы булып эшкә урынлаша. Ул егерме бер йыл буйына фермала һыйырҙар һауа. Бар эшкә лә өлгөр ҡатын һыйыр һауған арала, быҙауҙар ҡарарға ла, сөгөлдөр утарға ла, ауыл клубының мейесен йылытырға ла өлгөрә. Ә инде колхоз тарҡалғандан һуң хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем ауыл мәктәбендә иҙән йыуа.
Мин дә ишле ғаиләлә дүртенсе бала булып донъяға ауаз һалғанмын. Ул осорҙағы бар ауыл малайҙары кеүек эшләп үҫергә тура килде. 11 йәшемдә үк колхозда бесән йыйышып, һарай төҙөргә ярҙам итергә йөрөнөм. Түбәнге Төкөн ауылы мәктәбенең 8-се класын тамамлағас, тракторсылар курсын уҡып, колхозда тракторсы, комбайнсы булып эш башланым. Колхоз тарҡалғас, хаҡлы ялға сыҡҡансы ауыл мәктәбендә 12 йыл кочегар булып эшләнем. Шул арала мәктәптең ихатаһын бөхтә, таҙа итеп тотоп, ағастар ултыртырға ла өлгөрҙөк.
1997-2000 йылдарҙа ауыл Советы депутаты вазифаһын да башҡарырға тура килде. Етәкселеккә, ауыл халҡына миңә ышаныс белдергәндәре өсөн рәхмәт, - ти Сәйфидин Абдуләзиз улы тормош юлын байҡап.
Бекҡужиндар өс ҡыҙға ғүмер бүләк итеп, уларҙы тик мөхәббәткә, наҙға төрөп тәрбиәләп үҫтерәләр. Хәҙерге көндә уларҙың барыһы ла матур итеп донъя ҡороп, береһенән-береһе матур ҡыҙҙар, батыр улдар тәрбиәләйҙәр. Ейәндәре Азат, Фәнзил, Фидан, Сыңғыҙ, Ризуан, Эмиль, Илнар, Илмир, ейәнсәрҙәре Әлиә, Лилиә, Зәлифә һәм бүләсәрҙәре Кәримә өсөн өҙөлөп торған олатай һәм өләсәй ҙә улар.
Мәҡәләм геройҙары бер-береһенә, балаларына оло терәк һәм ярҙамсы, аҡыллы кәңәшсе булып донъя көтәләр. Өлкән йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, һарыҡтар, ҡош-ҡорт аҫрайҙар, баҡса тултырып йәшелсә-емеш үҫтерәләр. Ауылдаштары араһында ла хөрмәткә лайыҡ улар. Ярҙамсыллыҡтары, олоға ла, кесегә лә берҙәй хәстәрлекле булыуҙары менән айырылып торалар. Сәйфидин ағай бик матур, дәртле итеп гармунда уйнаһа, Фәүзәнә апай моңло итеп йырлай ҙа, иҫ киткес матур итеп бейей ҙә. Йәш сағынан уҡ ауыл клубында үткән бер саранан да ҡалмай Фәүзәнә апай. Әлеге көндә лә уның моңло тауышын ауыл клубы ойошторған "Мәләш" ансамблендә йыш ишетергә тура килә.
Республика көнөнә арналған байрам сараһында республика башлығы исеменән ҡотлау юлламаһы һәм иҫтәлекле бүләк алыуҙары улар өсөн ҙур мәртәбә. Киләсәктә лә был күркәм ғаиләгә эргә-тирәләгеләргә үрнәк булып, тиң-тигеҙ, матур йәшәүҙәрен теләйбеҙ. Хоҙай һеҙҙе сәләмәтлектән, Хоҙай биргән оло бүләктән - мөхәббәтегеҙҙән айырмаһын!
Гөлсәсәк Аласова.