Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Һоҡланырлыҡ ғүмер юлы

Һәүәләй ауылында бар ғүмерен мәғариф өлкәһенә арнаған кеше - Римма Рамазанова менән танышып-осрашырға насип булды. Уның алсаҡлығы, асыҡлығы, ғөмүмән, эске һәм тышҡы тәбиғи матурлығы үҙенә тартып тора.

Һоҡланырлыҡ ғүмер юлы
Һоҡланырлыҡ ғүмер юлы

1 октябрь – Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнө

Һоҡланырлыҡ ғүмер юлы

Һәүәләй ауылында бар ғүмерен мәғариф өлкәһенә арнаған кеше - Римма Рамазанова менән танышып-осрашырға насип булды. Уның алсаҡлығы, асыҡлығы, ғөмүмән, эске һәм тышҡы тәбиғи матурлығы үҙенә тартып тора.

 

 

 Римма Мостафа ҡыҙы аралашыу ба­рышында үҙенең тормош юлына һәм хеҙмәт эшмәкәрлегенә байҡау яһап, ғүмер йомғағын һүтте.

- Беҙ ғаиләлә биш бала үҫтек. Атайым һуғыштан яраланып, госпиталдә дауа­ланғандан һуң һуңлабыраҡ ҡайтты. Тә­нендә ярсыҡтар күп ине, улар тынғылыҡ бирмәне. Ҡайтҡас та дауахананан дауаха­наға йөрөнө. Бик оҙаҡ йәшәй алмайынса 1952 йылда утыҙ туғыҙ йәшендә генә вафат булды. Әсәйем йәшләй биш бала менән то­роп ҡалды, ике һеңлем һуғыштан һуң тыуғандар ине, мин үҙем -өсөнсөһө булдым.

Йортобоҙ ҙур ғына ине. Беҙҙең менән бергә өләсәйем дә гел бергә йәшәне. Йорт ҡына түгел, күңел дә киң булды -был ауыр йылдарҙа беҙҙә балалары менән ике туған­дар ҙа торҙо. Йәшәү ауыр булғас, улар бергә көн итеүҙе кәрәкле таба. Ғөмүмән, беҙҙә күп кеше йәшәне.

Һуғыштан һуңғы йылдар ҙа еңел бул­маны. Ололар менән бер рәттән балалар ҙа ҡыр эштәрен башҡарҙы: утауға йөрөнөк, башаҡ йыйҙыҡ, кемдер ҡаҙҙы, икенселәр кукуруз орлоҡтары сәстек. Шулай бәләкәй саҡтан эшкә өйрәнеп, сынығып үҫтек, -тип хәтер һандығын систе ул.

Алайғыр ауылы ҡыҙы яҡшы уҡыуы, ты­рыш, маҡсатҡа ынтылыусан булыуы менән айырылып тора. “Ул саҡтарҙа һауынсы бу­лыу бик модала ине, тик әсәйем, уҡыуың шәп, уҡырға кәрәк, тине. Үҙемдең дә бик ныҡ уҡытыусы булғым килде”, -тип иҫкә алды ул.

Тик мәктәпте бөткәс тә уҡырға инер­гә тура килмәй, сөнки иптәш егете, була­саҡ тормош иптәше Рәис армияға алына. Йәштәр бергә юғары уҡыу йортона инер­гә тип хыялланған була. Шуға ла тыуған ауылында башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшкә урынлаша. Иҫке Бәпес мәк­тәбендә лә эшләргә тура килә уға. Арта­бан Өфөлә уҡытыусылар әҙерләү курсын тамамлай. Егет дүрт йыл диңгеҙ флотында хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң бергәләшеп Башҡорт дәүләт университетына математи­ка белгеслеге буйынса уҡырға инәләр. Бер йыл уҡығас, ситтән тороп уҡыуға күсәләр һәм өйләнешәләр. Бишауыл-Уңғар мәктә­бе директоры Абдрахман Әлмөхәмәтов үҙе етәкләгән мәктәпкә эшкә килеп ала, бер йылдан һуң Һәүәләй мәктәбе төҙөлөп бөт­кәс, уның менән бергә өсәүһе ошо белем усағына күсәләр.

Римма Мостафа ҡыҙы барлығы утыҙ туғыҙ йыл балаларға белем бирә. Уҡыусыларына фәнде яратырға, уның нескәлектәрен йөрәге менән тойорға өйрәтә ала.

 “Дәрескә бер ваҡытта ла насар кәй­еф менән инмәнем, балаларға йөрәк йылымды, яғымлы һүҙемде йәлләмәнем”, - ти ул шул йылдарҙы хәтерләп. Көндөҙ уҡытһа, кистәрен агитбригада менән баҫыуҙарға, фермаларға йөрөүҙәр ҙә мәктәп эше була.

Уҡытыусылар сафында тәрән йөкмәт­келе матур кисәләр үткәреүҙә ҡатнашып, янып-ярһып эшләй. Ваҡыт менән иҫә­пләшмәйенсә, эшкә тулыһынса бирелеп, һайлаған һөнәренә тоғро ҡалып, хеҙмә­тенән йәм табып йәшәй.

Эшенә лә, ғаиләһенә лә өлгөрә ул. Ошо йылдар эсендә тормош иптәше менән биш бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Ҡыҙғанысҡа күрә, тормош иптәше алтмыш биш йәшен­дә ауыр сирҙән баҡыйлыҡҡа күсә.

Римма Рамазанова инде егерме ике йыл кесе улы Илгизәрҙең ғаиләһе менән бергә килешеп татыулыҡта ғүмер кисерәләр. Улы һәм килене эштә саҡта өс ейәненә күҙ-ҡо­лаҡ булып, уларға тәрән аҡыллы өләсәй тәрбиәһе биреп, эшһөйәрлеккә өйрәтеп йәшәй. Ул ҡамыр аштары бешерергә ярата. Яҡындарын тәмле-татлы ризыҡтары менән һыйлай. Әйткәндәй, үҙенә лә ҡәйнәһе менән бергә 39 йыл йәшәргә насип була. Бер-береһен тулыландырып, бер һулыш менән йәшәгән йылдарын йылы иҫтәлек­тәр менән телгә ала ул...

Римма Мостафа ҡыҙы үҙе ғүмер бир­гән бөтә балаларынан да бик ҡәнәғәт. Уларҙың һәр береһе белем алып, ғаиләләре менән матур итеп донъя көтәләр. Һәүәләй ауылында йәшәгән иң өлкәне Венер ағас эше буйынса оҫта. Әйткәндәй, уҡытыусы булған Рәйес Яхъя улы ла ағас эшенә бик маһир булған. Юғары белемле инженер һөнәрҙәрен алған Рөстәм - Һәүәләйҙә, ә Рим Ҡырмыҫҡалыла йәшәйҙәр. Ҡыҙы Зөл­фиә ата-әсәһенең юлын һайлап, Ҡамышлы мәктәбендә математика фәненән уҡыта. Илгизәр ҙә математик һөнәрен ала, бер нисә йыл уҡытҡандан һуң ул башҡа юлды һайлай. Венер район үҙәгендә йыһаз яһау оҫтаханаһында эшләһә, улдарының ҡалған­дары ауыл хужалығы техникаһын тәьмин итеү хеҙмәтендәләр.

Римма Мостафа ҡыҙы килендәре Рау­шания, Рәмилә, Земфира, Зөлфиә, кейәүе Азат хаҡында ла йылылыҡ менән һөйләй. Балаларының тормош юлдаштарының ке­шелекле, изгелекле, итәғәтле, тәүфиҡлы булыуҙарына бик һөйөнә. Шулай уҡ ул үҙе белем биргән байтаҡ уҡыусыларының ма­тематика фәне буйынса юлды һайлауҙарын ғорурлыҡ менән телгә ала.

Оло йөрәкле мәғариф уҙаманы, күркәм кеше Римма Рамазановаға алдағы көндәрҙә лә бәхетле ғүмер һәм тыныс көндәр насип булһын.

Фәниә СӘЛИМГӘРӘЕВА.

Автор фотоһы.

Автор:
Читайте нас: