Даирә
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ғәзизә инәй 106-сы көҙөн ҡаршылай

Яҡташтары ошо күркәм йәштә лә зиһен үткерлеген һаҡлаған ауылдаштарына һоҡланып, уны яҡшы тәрбиәләгән ҡыҙына, туғандарына рәхмәт белдерә.

Ғәзизә инәй 106-сы көҙөн ҡаршылай
Ғәзизә инәй 106-сы көҙөн ҡаршылай

Ҡырмыҫҡалы районының Ҡабаҡ ауылында иң өлкән, абруйлы кешеләрҙең береһе йәшәй. Хеҙмәт ветераны, тыл хеҙмәткәре Ғәзизә Мәғәсүм ҡыҙы Ғәлиуллина яңыраҡ үҙенең 106-сы тыуған көнөн ҡаршыланы. Ул -  әле лә асыҡ зиһенле, йәшәү ҡәҙерен белгән, ауылдаштарының хөрмәтен тойоп йәшәгән ағинәй.

Ҡабаҡ ауыл биләмәһе хакимиәте хеҙмәткәрҙәре был иҫтә ҡалырлыҡ күңелле ваҡиға хаҡында хәбәр итеп, инәйҙе күркәм дата  менән ҡотлағандары тураһында яҙған. Ҡабаҡ ауыл биләмәһе башлығы Руслан Фәнис улы Әйүпов һәм ауыл биләмәһе ветерандары советы рәйесе Рауил Абдулхаҡ улы Ғәниев йөҙйәшәр инәйҙе тыуған көнө менән ысын күңелдән ҡотлап, уға ныҡлы һаулыҡ, яҡшы кәйеф, көс һәм йәшәү дәрте теләгән.

Ғәзизә инәй ҡыҙы Нәфисә Сафиулла ҡыҙы тәрбиәһендә бәхетле, тыныс ғүмер кисерә. Социаль селтәрҙе ҡулланыусы яҡташтары ошо күркәм йәштә лә зиһен үткерлеген һаҡлаған ауылдаштарына һоҡланып, уны яҡшы тәрбиәләгән ҡыҙына, туғандарына ҙур рәхмәт белдерә.

Беҙ ҙә Ғәзизә Мәғәсүм ҡыҙын 106 йәше менән ҡайнар ҡотлайбыҙ һәм оҙайлы, бәхетле ҡартлыҡ теләйбеҙ!

Фото: https://vk.com/karmaskaly_rayon

 
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: