Даирә
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Фәттәховтарҙың ғаиләһендә 13-сө бала тыуған

Был шатлыҡлы яңылыҡ ҡына түгел, ул Ғаилә йылында өмөт һәм мөхәббәт символы    

Фәттәховтарҙың ғаиләһендә 13-сө бала тыуған
Фәттәховтарҙың ғаиләһендә 13-сө бала тыуған

Бала тыуыу - һәр ғаилә өсөн көтөп алынған бәхет. Өфө ҡалаһының Октябрь районында ысын мәғәнәһендә иҫ киткес ваҡиға булған. Һупайлы биҫтәһендә йәшәгән Лилиә Фәттәхова 13-сө сабыйын ҡулына алған.

"Шулай итеп, баш ҡаланың 450 йыллығына яңы өфөлө тыуҙы. Был шатлыҡлы яңылыҡ ҡына түгел, ул Ғаилә йылында өмөт һәм мөхәббәт символы", - тип яҙҙы Өфөнөң Октябрь районы хакимиәте башлығы Сергей Плотниковтың рәсми каналы.

Лилиә Фәттәхованың ғаиләһе менән бергә 3-сө бала табыу йортонан күп балалы әсәйҙе ҡотларға Өфө ҡала советы депутаты Ирина Сухарева һәм башҡалар килгән.

- Фәттәховтарҙың ғаиләһен ошо иҫ киткес ваҡиға менән ҡотлайбыҙ. Баш ҡаланың юбилейына ошондай матур бүләк өсөн һеҙгә рәхмәт белдерәбеҙ, - тиелгән каналда.

Сығанаҡ: Сергей Плотниковтың рәсми каналы.

Автор:Рузилә Ҡолөмбәтова
 
 
 
 
Фәттәховтарҙың ғаиләһендә 13-сө бала тыуған
Фәттәховтарҙың ғаиләһендә 13-сө бала тыуған
Фәттәховтарҙың ғаиләһендә 13-сө бала тыуған
Фәттәховтарҙың ғаиләһендә 13-сө бала тыуған
Автор:
Читайте нас: