Юбилярҙың тормош юлы башҡаларҙыҡынан әллә ни айырылмай. Атаһы Әхмәт Имаметдин улы БАССР-ҙың атҡаҙанған агрономы, ә әсәһе Кифая бик эшһөйәр, уңған ҡатын була.
Әлфәт Әхмәт улы мәктәпте яҡшыға уҡып бөтөп, армия сафтарына алына. Хәрби бурысын Германияла үтәгәндән һуң Башҡорт дәүләт университетының физика факультетына уҡырға инә.
Студент йылдарында һыу туризмы клубын етәкләй. Студенттар менән Йүрүҙән, Еҙем, Инйәр йылғалары буйлап кәмәләрҙә ағыу ойоштора. Самбо секцияһында етди шөғөлләнә. Уның был оҫталыҡтары һәм белеменең Түбәнге Төкөн һәм Ҡарлыман мәктәптәрендә эшләгәндә лә кәрәге тейә. Үҙе самбо секцияһын етәкләй, уҡыусыларҙы походтарға йөрөтә, Ағиҙел йылғаһы буйлап кәмәләрҙә ағыу ойоштора, туристик слеттарға әҙерләй. Был мәлдәр уҡыусыларҙың күңелдәрендә онотолмаҫлыҡ хәтирәләр, бай тәьҫораттар ҡалдыра.
Ул үҙенең юлынан китеүсе уҡыусылары менән хаҡлы рәүештә ғорурлана ала, уларҙың ҡайһы берәүҙәре мәктәптәргә һәм ауыл биләмәләренә етәкселек итә.
Ҡарлыман станцияһында директор булып эшләгән осоронда уҡ ул эшҡыуар булырға ҡарар итә. 1988 йылда үҙенең “Темп” предеприятиеһының уставын яҙып, уны теркәй. Йылдар үткәндән һуң Әлфәт Әхмәт улы баш көллө үҙенең предприятиеһында эшләүгә сума. 1992 йылда Көнкүреш йортон һатыуға ҡуялар, ул аукционда ҡатнашып, уны һатып ала. Бөгөн Көнкүреш йорто – иллегә яҡын эшҡыуарҙар һәм хеҙмәткәрҙәр хеҙмәт иткән ҙур үҙәк булып иҫәпләнә. Шәфҡәтлелек эшендә йыш ҡатнашҡаны өсөн ул күп тапҡырҙар Рәхмәт хаттарына лайыҡ булған.
Шул уҡ ваҡытта ул әүҙем тормош алып барырға ярата Әлфәт Әхмәт улы. Спортты үҙ итә, балыҡҡа, һунарға йөрөү менән мауыға. Шөғөлдәре лә бик күп уның, ағасты һырлап һәм тимерҙе сүкеп әйберҙәр яһай, һүрәт төшөрә.
Әлфәт Әсфәндийәров һоҡланғыс ғаилә башлығы ла. Ҡатыны Зөһрә Кинйәбай ҡыҙы менән ҡырҡ йылдан ашыу мөхәбәттә һәм татыулыҡта ғүмер кисерәләр. Айтуған һәм Айгизәр исемле улдар үҫтереп, уларға яҡшы белем һәм тәрбиә биргәндәр. Бөгөн улар илебеҙҙең иң эре компанияларында хеҙмәт итә.
Беҙҙең өсөн хөрмәтле булған кешебеҙҙе тыуған көнө менән ҡотларға ашығабыҙ. Уға ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, бәрәкәтле тормош һәм үҙ маҡсаттарына гел шулай ынтылып йәшәүен теләйбеҙ.
Ҙур ихтирам менән уҡыусыларығыҙ.