Земфира Сафиулла ҡыҙы Ғафури районы Ҡормантау ауылынан егерме йәшендә генә килен булып төшә. Асыҡ, мөләйем Земфираны ауыл кешеләре тиҙ үк үҙ итә. Йыйнаҡлығына, бөтә эште белеп башҡарыуына күптәр һоҡланып ҡарай.
Ауыл тормошон, ер эшен яратҡан йәш ҡатын ауыр физик эштән һис тә ҡурҡып тормай, бригадир саҡырыу менән сөгөлдөр баҫыуына эшкә бара.
- Бәләкәйҙән саҡта уҡ атайһыҙ ҡалдыҡ. 2-се класта уҡығанда атайым дүрт баланы ҡалдырып ауыр сирҙән вафат булды. Мин ғаиләлә өсөнсө инем. Иркәләнеп ултырырға тура килмәне, кесе йәштән эшкә өйрәндем, - ти ул.
Хужабикә ауылдаштарына үҙен аш-һыу оҫтаһы итеп тә күрһәтә. Татлы, матур итеп әҙерләнгән ризыҡтары үҙе бер ижадҡа тиң.
Бауырһаҡтары, ҡоймаҡтары, бәлештәре телеңде йоторлоҡ, тиҙәр уның хаҡында. Милли ризыҡтарҙы оҫта итеп бешергәс, уны ярҙамға саҡырыусылар ҙа бар. Уңған ҡатын ҡулынан килгәнсә булышырға һәр ваҡыт әҙер. Әйткәндәй, хужабикә һөнәре буйынса ла ашнаҡсы. Ул мәктәптә уҡыған сағынан уҡ тәмле итеп төрлө ризыҡтар бешереп, йорттағыларҙы һыйларға ярата. Төрлө урындарҙан рецептар табып яңыларын да өйрәнә. Шуғалыр ҙа 8-се класты тамамлағандан һуң Стәрлетамаҡ ҡалаһында ашнаҡсы һөнәренә уҡый. Шунан ошо уҡ ҡалала машиналар төҙөү заводы ашханаһында эшләй. Тик ҡыҙ ҡаланы үҙ итмәй, тыуған ауылына ҡайтырға ҡарар итә. Бер йыл фермала һауынсы була. Ошо осорҙа туған тейешле егеттең туйында буласаҡ тормош иптәше менән таныша. Бер аҙҙан йәштәр өйләнешә. Тормоштарын йәмләп бер-бер артлы улдары Азат һәм Айрат донъяға килә. Тәүҙә йәштәр төп йортта ҡәйнәһе Зифа әбей янында, аҙаҡ бәләкәй генә иҫке өй һатып алып, шунда йәшәйҙәр. Артабан бергәләп ҙур йорт төҙөп, башҡа сығалар һәм ауыл тормошо менән һәүетемсә генә хужалыҡ алып баралар: мал аҫрайҙар, ҡош-ҡорт, баҡса үҫтерәләр. “Ғаилә ҡорғас, тырышып йәшәргә кәрәк. Ауылда мал-тыуар, ҡош-ҡортһоҙ йәшәүҙе күҙ алдына ла килтереп булмай. Үҙең етештергән сифатлы ризыҡҡа етәме ни?!” - ти ул.
Земфираның ҡулынан килмәгән ҡатын-ҡыҙ эше юҡтыр, моғайын. Һәр эште еренә еткереп башҡарған, матурлыҡты, бөхтәлекте яратҡан тырыш ҡатындың өйҙәрендә ҡул эштәре лә урын алған. Ул бейәләй, ойоҡбаштар, ырғаҡ менән юғыстар, япмалар бәйләй, сигә. Хужалыҡ эштәре араһында ҡул эштәре менән шөғөлләнеү ҙә оҡшай. Ә баҡсаларында йәшелсәнең ниндәйен генә үҫтермәй! Йәшелсәһенән һәм емеш-еләктән ҡышҡылыҡҡа төрлө салат-ҡайнатмалар әҙерләп, яҡындарын һыйларға ярата ул.
Земфира Сафиулла ҡыҙы - һөйөклө ҡатын, хәстәрлекле әсәй һәм ҡәҙерле өләсәй ҙә. Килен булып төшкән ере уның өсөн бик тә ҡәҙерле урынға әйләнгән. Был ауылда йәшәгәненә 31 йыл да булып киткән. Ире Хәҙис Раян улы менән үҙҙәре кеүек тырыш улдар үҫтерәләр. Улар бәләкәйҙән ҡул араһына инеп, бөтә эштәрҙә ата-әсәнең уң ҡулдары. Икеһе лә иретеп-йәбештереүсе һөнәрҙәрен үҙләштергән. Красноусол ҡасабаһында йәшәгән Азат инде үҙе ғаиләле, ҡыҙҙары бар. Кеселәре Айрат әлегә үҙҙәре янында. Шулай уҡ өлкән йәштәге әсәһен алып ҡайтып, биш йыл инде бергә йәшәйҙәр.
Эргә-тирәбеҙҙә ошондай ғаиләләр һәм уңғанлыҡта, булғанлыҡта өлгө ҡатындар булыуы күңелде һөйөндөрә. Земфира Көҫәпҡоловаға алдағы көндәрҙә лә яҡын кешеләре янында тормошонан йәм табып, һаулыҡта, бәхеттә йәшәргә яҙһын.
Фәниә Сәлимгәрәева.
Автор фотоһы.