Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ауыл йәш ғаиләләре менән йәмле!

Илдә һәм республикала торлаҡ шарттарын яҡшыртырға теләүселәр өсөн төрлө маҡсатлы программалар уңышлы эшләй. Шуларҙың береһе – “РФ граждандарын уңайлы торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр менән тәьмин итеү” федераль дәүләт программаһы. Уны тормошҡа ашырыу сиктәрендә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаждар иҫәбенә индерелгән йәш ғаиләләр йорт төҙөү йәки торлаҡ һатып алыуға дәүләт бюджетынан матди ярҙам алыу мөмкинлегенә эйә

Ауыл йәш ғаиләләре менән йәмле!
Ауыл йәш ғаиләләре менән йәмле!

Быйыл Һәүәләй ауылында йәшәүсе Әлиә һәм Илнар Динисламовтарға ла ошондай бәхет тәтене. Ун йыл сиратта торғандан һуң улар февраль айында 3 миллион 200 мең һумлыҡ торлаҡ сертификатына эйә булды.
Был хаҡта уларҙың үҙҙәре менән күреп һөйләшеү маҡсатында Һәүәләй ауылына юл тоттоҡ. Йорт алдына килеп туҡтау менән беҙҙе йәнлелек ҡаршы алды. Әлиә ихатаһында хужалыҡ эштәре менән булыша, уның эргәһендә балалар сыр-сыу килеп уйнап йөрөй. Балалы йорт шулай нурлы һәм шат балалар тауыштарына күмелгән булырға тейеш тә. Ыҡсым ғына йорт, ихата матур итеп кәртәләп алынған, эргә-тирәһе лә бөхтә итеп йыйыштырылған, матур сәскәләр, йәшелсә баҡсаһы йәм биреп ултыра. Эйе, был эштәр - һәр ғаиләнең төп бурысы, эсендә йәне булғандар тик ятмаҫ та инде.
Динисламовтарҙың тынғыһыҙ, уңған булыуҙары тураһында йорттары эргәһендә тағы ла бер йортҡа нигеҙ һалыуҙары иҫбатлай.
- Был йортобоҙҙо 2021 йылда ғына һалып сыҡҡан инек. Хәҙер һатырға тура киләсәк, сөнки торлаҡ сертификатын фәҡәт йорт төҙөү йәиһә фатир һатып алыу маҡсатында ғына тотонорға ярай. Шуға күрә эргәбеҙҙән ер биләмәһе алып, яңы йорт һалыу өсөн нигеҙ ҡорҙоҡ. Алла бирһә, киләһе йылда һалып бөтөп, өй туйларға ниәтләйбеҙ, - ти Әлиә Венер ҡыҙы.
Ғаиләлә өс бала тәрбиәләнә. Ансар 2-се класҡа бара, Амелинаға - 5 йәш, Роланға өс йәш.
– Амелина менән Ролан балалар баҡса¬һына йөрөй. Ағайҙарына эйәреп, яҙырға, һүрәт төшөрөргә яраталар. Бергәләп уйнайҙар, ҡушҡан эштәрҙе лә башҡаралар.
Балаларҙы ике яҡлап та өләсәйҙәре һәм ҡарт өләсәйҙәре лә тәрбиәләшә. Өлкәндәрҙең әхлаҡи һәм дини тәрбиәһе, фәһемле кәңәштәре бала тәрбиәләүҙә бик кәрәк.
Әйткәндәй, бер ауылда йәшәгәс, атай-әсәйҙәребеҙ ҙә матди яҡлап та, ҡул көсө менән дә бик ҙур ярҙам күрһәтә. Уларҙың барыһына ла ҙур рәхмәт, - тип дауам итә Әлиә.
Шуныһы ҡыуаныслы, хәҙер хөкүмәт күп балалы ғаиләләргә төрлө ярҙам күрһәтә. Динисламовтар ҙа икенсе балалары тыуғас, әсәлек капиталы менән ҡулланғандар, балалар баҡсаһына түләгәндә 70 процент ташламанан файҙаланалар, балалар пособиеһы алалар, юл хаҡы бушлай.
Йәштәр үҙҙәре лә бик тырыш, йүнсел һәм булдыҡлы. Шуға ла донъялары ла гөрләп алға бара. Өфө күп профилле һөнәри колледждың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре факультетын тамамлап, ошо тармаҡта декрет ялына сыҡҡан Әлиә әлеге ваҡытта балалар тәрбиәләү менән мәшғүл булһа, Өфө автотранспорт техникумын уҡып бөтөргән Илнар үҙ эшен асып ебәргән. Илнар Зияфетдин улы биш-алты йыл инде тарттырылған түшәмдәр эшләү менән шөғөлләнә. Төҙөлөш эштәрен дә улар бергә башҡаралар, бер эште лә айырып тормайҙар. Беҙ ниндәйҙер эште башлар алдынан, бергәләп план ҡорабыҙ. Яңы йортобоҙҙоң да проектын икәү ултырып һыҙҙыҡ, ти Әлиә.
Киләсәктә лә уйҙары ла, эштәре лә бер булһын Динисламовтарҙың. Уларға Һәүәләй ауылының күркәм һәм өлгөлө ғаиләһе булып, оҙон-оҙаҡ йылдар йәшәргә яҙһын.
Гөлсәсәк Аласова.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: