Даирә
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Сабый тыуыуҙан да ҙурыраҡ бәхет юҡ

“Беҙ матди байлыҡ, карьера, аҡса эшләү менән артыҡ мауығып киттек. Шул уҡ ваҡытта иң мөһим ҡиммәттәр – атайлыҡ һәм әсәлек бәхете хаҡында оноттоҡ.Беҙҙең юл - ныҡлы ғаиләләр, күп балалыҡ, балаларҙы изгелек, выждан, намыҫлы хеҙмәт, ғаилә һәм тоғролоҡ ҡанундарына таянып тәрбиәләү», - тине республика башлығы Радий Хәбиров беренсе тапҡыр БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә.

Сабый тыуыуҙан да ҙурыраҡ бәхет юҡ
Сабый тыуыуҙан да ҙурыраҡ бәхет юҡ

Эйе, күмәк бала үҫтегән матур ғаиләләр – йәмғиәтебеҙҙең ныҡлы нигеҙе. Тап уларға илебеҙ таяна. Илтерәк ауылында йәшәүсе Регина һәм Мансур Нурисламовтарҙың ҙур һәм татыу ғаиләһе был яҡлап күптәргә өлгө булып тора. Улар биш бала тәрбиәләйҙәр. Иң өлкәндәре Азалияға – 14, Альбертҡа – 8, Амалияға – 6, игеҙәктәр Асҡар һәм Арыҫланға 4-әр йәш. Регина Сәлих ҡыҙы район дауаханаһының неврология бүлексәһендә процедура кабинеты шәфҡәт туташы булып эшләһә, тормош иптәше Мансур Хәмит улы төҙөлөш өлкәһендә хеҙмәт итә. Улар барлыҡ хужалыҡ эштәрен бергәләп башҡара. Балаларын да хеҙмәткә, бер-береһенә ярҙам итергә өйрәтеп үҫтерә.

- Ирем дә, мин дә ишле ғаиләлә тәрбиәләнгәнбеҙ. Шуға күрә, ҙур ғаилә тураһында хыялландыҡ. Биш балаға ғүмер бүләк итеп, уларҙы тәүфиҡлы, игелекле, лайыҡлы шәхестәр итеп тәрбиәләргә тырышабыҙ.
Бер балаға ҡарағанда бер нисә бала үҫтереүе күпкә еңелерәк. Бала саҡтан алып эш һөйөргә өйрәтәбеҙ. Ҙурҙары бәләкәстәрен ҡарашырға ла ярҙам итәләр. Бергәләп һүрәт төшөрәбеҙ, бәләкәстәргә китаптар уҡыйбыҙ, - ти Регина Сәлих ҡыҙы.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың Указы буйынса биш һәм унан күберәк бала үҫтергән, ғаилә ҡиммәттәрен нығытыуҙағы һәм әсәнең социаль әһәмиәтен күтәреүҙәге ҡаҙаныштары өсөн Регина Нурисламова "Әсәлек даны" миҙалына һәм уға ҡушып 50 мең һум аҡсалата бүләкләүгә лә лайыҡ булды. Уны Һабантуй байрамында Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов тапшырҙы.
- Хөкүмәт яғынан күп балалы ғаиләләргә ярҙам күрһәткәндәре өсөн Хөкүмәтебеҙгә ҙур рәхмәт. Икенсе балабыҙ тыуғас, әсәлек капиталын ҡушып, йорт һатып алдыҡ. Балалар пособиеһы ла ғаиләбеҙ өсөн ҙур ярҙам. Һанай китһәң, ярҙамды һәр ерҙә тоябыҙ. Балаларға өс йәш тулғансы бушлай һөт кухняһы менән ҡулландыҡ, мәктәптә туҡланыу өсөн түләмәйбеҙ, музей, театрҙар, балалар лагерҙары, шифаханалар бушлай. Мәктәп формаларының аҡсаһын ҡайтарыу ҙа ғаиләгә ҙур ярҙам.
Йәштәр ишле ғаилә булдырыуҙан ҡурҡамһындар ине, сөнки һәр бала үҙ ризығы менән тыуа. Күп балалы ғаиләлә тәрбиәләнгән сабыйҙар бер-береһенә, ата-әсәһенә ярҙам итергә, олоно оло, кесене кесе итергә, хәстәрлек күрергә өйрәнә. Улар аҙаҡ үҙ ғаиләләрен ҡорған осраҡта ла берҙәм ҡала, туғандарын ташламай. Беҙҙең ул һәм ҡыҙҙарыбыҙ ҙа ошо йүнәлештә тәрбиәләнә, - ти бәхетле әсәй.
Биш баланы аяҡҡа баҫтырыу, уларға һәйбәт белем биреп, тормошта үҙ урындарын табырға ярҙамлашыу, әлбиттә, еңел түгел. Ләкин, Нурисламовтар һәр балаға уңайлы шарттар булдырып, уларҙы һәр яҡлап үҫтереү өсөн бар тырышлығын һала. Ғаиләлә милли ғөрөф-ғәҙәттәр һаҡлана, милли байрамдар үткәрелә, милли ризыҡтарға өҫтөнлөк бирелә. Балаларҙы түңәрәктәргә, театр-концерттарға, аттракциондарға, йөрөтәләр. Бергәләп тәбиғәткә ял итергә сығалар, диңгеҙгә сәйәхәткә баралар.
Ҡыҙҙары Азалия бейеү түңәрәгенә йөрөй, Прибельский мәктәбендә үткән Бөтә Рәсәй бәйгеһендә инглиз теле буйынса Гран-при яулаған, улдары Альберт балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә футбол менән шөғөлләнә.
Нурисламовтар ғаиләһендә атай абруйы, әсәй наҙы, балалар ҡәҙере, өлкәндәр аҡылы сағыла. Ошондай ғаиләләр күберәк булһын ине!
Гөлсәсәк Аласова.
- Ун йыл эсендә Башҡортостанда күп балалы ғаиләләр һаны дүрттән бер өлөшкә – 59 меңгә тиклем артҡан. Уларҙың иҫәбе буйынса беҙ Волга буйы федераль округында беренсе һәм Рәсәйҙә етенсе урынды биләйбеҙ. Тыуым кимәле ил һәм округ буйынса уртаса күрһәткестән юғарыраҡ. Ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу, ғаиләгә, әсәлеккә, атайлыҡҡа һәм балалыҡҡа ярҙам итеү – беҙҙең өсөн һәр саҡ мөһим өҫтөнлөктәр, - ти республика Башлығы.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: