Зифа Йәғәфәр ҡыҙы Үрге Төкөн ауылында тәбиғәттең иң матур мәлендә - йәмле июль айында донъяға килә. Һәр кешенең яҙмышы илдекенән айырылмай, заманында ил ни күрһә, халҡы ла шуны үҙ башынан үткәрә. Зифа әбейҙең яҙмышы ла китап яҙырлыҡ үҙе бер тарих. Ғүмере эсендә ул тормоштоң әсеһе-сөсөһөн татып, ниҙәр генә кисермәй. Етемлек, ғәрәсәтле һуғыш арҡаһында бер борсолоуҙарһыҙ уйнап ҡына йөрөр бала сағынан ауыр тормоштоң әсе һурпаһын татып, аслыҡ-яланғаслыҡтың аяныслы мәлдәрен күрергә тура килә уға.
- Бала сағым еңелдән булманы. Бәләкәй саҡтан ғаиләлә өс бала атайһыҙ ҡалдыҡ: атайымды утыҙ өс йәшендә генә йәшен атып үлтерҙе. Зәкиә апайыма ун бер, миңә биш йәш булһа, ҡустым Нәүфил өс айлыҡ ҡына ҡалды. Ауыр нужаларҙа үҫтек, уҡып булманы. Инәйемдең һүҙҙәре буйынса, ул йылда яҙ иртә килә. Колхозсылар сананы ташлап, урмандан ҡайтып, сәсеүгә төшә. Сәсеү тамамланғас, улар, шул иҫәптән атайым да ҡыҙыл флагтар тотоп шатланышып ҡайталар. Шул көндө атайым йәйәүләп Малай ауылында йәшәүсе ике туған һеңлеһенә барырға була, кире ҡайтып килгәндә уны йәшен һуғып үлтерә. Был хәл 1939 йылда була. Ике йылдан һуғыш башланып китә. Атайым фажиғәле вафат булғас, беҙгә дәүләттән ярҙам булманы. Яугирҙәрҙең балаларына ярҙам итһәләр, беҙ етем булһаҡ та, һәр саҡ ситтә ҡалдыҡ. Мәҫәлән, бер саҡ ғаиләләргә 3 килограмм тары ярмаһы өләштеләр, атайыбыҙ һуғышта ҡатнашмағас, беҙгә бирмәнеләр. Шул тиклем ауырлыҡ менән үҫтек, барыһын да күрергә тура килде. Шулай ҙа, Аллаға шөкөр, бына һаман йәшәйем, Хоҙайым миңә ғүмерҙе мул итеп бирҙе, йәшәүгә көс һәм зиһенде лә, - тине уҙаман хәтер һандығын сисеп.
Малай ауылындағы бер туған Байбикә апаһының ире - Һибәт еҙнәһе һуғышҡа киткәндә, бер ҡаҙан аҫығыҙ, ни күрһәгеҙ ҙә, бергә күрегеҙ, бергә йәшәгеҙ, ти. Уның һүҙҙәрен тыңлап, әсәһе һыйырҙарын баҙарға алып барып һата ла өс балаһын эйәртеп, Малай ауылына күсеп китә. “Инәйем бик егәрле булды, ул урманға ла китә ине эшләргә, бөтә ирҙәр эше уға төштө. Байбикә апайым йәш балаһы Рәсимә менән өйҙә ҡалғас, беҙ уның янында булдыҡ”, - тип хәтирәләргә бирелә ул.
Зифа әбейгә аслыҡ-яланғаслыҡ арҡаһында ике генә класс тамамларға тура килә. “3-сө класҡа барып ҡараным, тик өҫкә һәм аяҡҡа кейем юҡлыҡтан артабан уҡыуҙы ташларға тура килә. Ул саҡта хатта дәфтәр ҙә юҡ ине, бер бит кенә биреп тор әле, тип һорай инек. Урман-яландарға сығып, төрлө еләк-емеш, үләндәр ашаныҡ, урыҫ ауылдарына барып серек бәрәңге - кәлйемә йыйып алып ҡайттыҡ. Ташлыкүл эргәһендә урынлашҡан умарталыҡҡа бара инек, унда умартасы бабайҙар беҙҙе йәлләп йәшереп кенә бал менән һыйлайҙар ине. Шунан бала ғына көйө баҫыуға утауға, Ҡайныу яланына иген киптерергә йөрөтә башланылар. Бик асығабыҙ, эштән ҡайтҡанда йәшереп кенә игенде усҡа алып ыуып ҡабабыҙ. Уны алырға рөхсәт итмәнеләр. Ул осорҙа бер ус иген өсөн кешеләрҙе хатта төрмәгә лә ултырттылар. Хатта ҡуна ятып эшләгән ваҡыттар ҙа булды. Үҫмер генә булған Зәкиә апайымды урман киҫергә ебәрәләр, ә әсәйем башҡа ҡатын-ҡыҙҙар менән бергә көлтә бәйләргә йөрөнө.
Бына шулай бала ғына көйө колхозсылар рәтенә баҫып, иртә эшкә егелә ул. Артабан фермала һарыҡтар ҡарай, ҡул көсө менән һыйырҙар һауа. Колхоз эшенә тоғро ҡалып, хаҡлы ялға сыҡҡансы тырышып хеҙмәт юлын үтә. Пенсияға сыҡҡас та ҡул ҡаушырып ултырырға теләмәй, ете йыл баҫыуҙарҙа сөгөлдөр үҫтерә.
Зифа Йәғәфәр ҡыҙы ауылдашы Раян Тимербулат улы менән яҙмыштарын бәйләп, ғаилә ҡоралар. Улар өс балаға ғүмер биреп, оло тормош юлына сығара.
Тормош иптәше лә бар ғүмерен колхоз эшенә бағышлай. Ҡыҙғанысҡа, ул пенсияға сығыу менән 61 йәшендә генә ауыр сирҙән баҡыйлыҡҡа күсә.
Бөгөнгө көндә Зифа Көҫәпҡолова бәхетле, бәрәкәтле ғүмер кисерә. Ул ҡыҙының, улдарының, килендәренең ҡәҙер-хөрмәтенә төрөнөп, шатлыҡтарына ҡыуанып, хөкүмәт биргән пенсияһына ҡәнәғәт булып, һөйөнөп, рәхмәттәрен уҡып йәшәй. Ҡыҙы Мөнирә оло йәштәге әсәләрен яңғыҙ итмәй, бергә йәшәйҙәр. Уның хәстәрлегендә бәхетле ҡартлығын кисереп ғүмер итә. Ейәндәр һәм бүләсәр күреүенә лә һөйөнә.
Әлеге көндә артта ҡалған хеҙмәт осорон, тормош көткән йылдарын һағынып иҫкә ала. Бигерәк тә бер төркөмдә һауынсы булып эшләгән хеҙмәттәштәре, әхирәттәре Наилә Сурбаеваны, Зәйнәб Көҫәпҡолованы йылы хәтирәләр менән телгә ала, улар менән йыш осрашҡыһы килә.
- 2011 йылдан бирле әсәйем менән бергә йәшәйбеҙ. Ҡыштарын Олокүлдә фатирҙа торһаҡ, яҙын ауылыбыҙға уның йортона ҡайтабыҙ. Өлөшөнә төшкән барлыҡ һынауҙарҙы ҙур сабырлыҡ менән үткәргән әсәйем тик торорға күнекмәгән кеше булараҡ бер ҙә йәшем оло тип тормай, ихатала һәм баҡсала сүп үләндәрен йолҡорға ярата. Ҡалған утындарҙы ла күрмәйерәк ҡалһам, ҡул бысҡыһы менән быса ла ҡуя. Ә өйҙә телевизорҙан сәйәсәт ҡарарға ярата. Ул илдәге, донъялағы хәл-ваҡиғалар менән ҡыҙыҡһына, ҡан ҡойошҡа бик борсола, - ти ҡыҙы Мөнирә.
Яҡты хәтирәләрҙе һаҡлаусы әбейҙең нурлы, яғымлы йөҙөнә, тәрән аҡылына, саф күңеленә, асыҡ зиһененә һоҡландым. Алдағы көндәрҙә лә уға ныҡлы сәләмәтлек, тыныс ҡартлыҡ, балаларының тик шатлыҡтарын ғына күреп йәшәргә насип булһын.
Фәниә Сәлимгәрәева.
Автор фотоһы.