Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Йәшәү йәме - татыулыҡта

Бер-береһен ихтирам итеп, ярты һүҙҙән аңлаған, үҙҙәренең яртылары тураһында һоҡланып һөйләгән парҙар менән аралашыуы үҙе бер ғүмер. Ошондай һоҡланғыс ғаиләләрҙең береһе - Түбәнге Төкөн ауылынан Бикҡужиндар бер-береһен хөрмәтләп, ҡәҙерҙәрен белеп, ауыл тормошоноң йәмен күрә һәм тоя белеп, инде 45 йылға яҡын бергә ғүмер кисерә. Ғүмер ағым һыуҙай ағыла ла ағыла. Ошо йылдар эсендә ниндәй генә юлдар һәм һуҡмаҡтар аша үтергә тура килмәгән...

Йәшәү йәме - татыулыҡта
Йәшәү йәме - татыулыҡта

Зөлфирә Минетдин ҡыҙы – Стәрлетамаҡ ҡалаһы һылыуы. Ҡалала тыуып үҫһә лә, ауыл тормошо уға бәләкәйҙән таныш була. Сөнки ҡыҙ йәйҙәрен Ауырғазы һәм Бишбүләк райондарында йәшәгән өләсәләренә ҡайтып йөрөй, ауылда туған телдә аралаша. Ул бында халыҡ йырҙарын тыңлап, милли йолаларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе лә күреп үҫә. Күп балалы ғаиләлә тәрбиәләнгән ҡыҙ мәктәптән һуң, ашнаҡсы-кондитер һөнәрен үҙләштерә һәм студент ашханаһына эшкә урынлаша. Ошонда уның киләсәк яҙмышы ла хәл ителә. Бында буласаҡ тормош юлдашы Әхмәтте осрата. Зифа буйлы, сибәр, тыйнаҡ ҡыҙға Стәрлетамаҡ педагогия институтының физика-математика факультетының 3-сө курсында уҡып йөрөгән студент егет күҙ һала. Ике йәш йөрәк бер-береһен оҡшатып, дуҫлашып китәләр. Өйләнергә етди ҡарары булған егет киләсәк тормош, хыялдары тураһында әйтә. Ул тыуған ауылында төпләнеп, үҙенең ата-әсәһе менән бергә йәшәйәсәге тураһында белдерә. Ауыл тормошонан ҡурҡмаған ҡыҙ, әлбиттә, ризалаша.
Оҙаҡламай йәш ғаилә барлыҡҡа килә. Студент саҡтарында ҡыҙҙары Әлфирә донъяға килә. Ғаилә башлығы уҡыған осорҙа ғаиләне ҡарау өсөн янғын һағына ҡарауылсы булып эшкә урынлаша. Уҡыуҙы тамамлағас, ауылға ҡайтып, тормоштарын дауам итәләр, мал аҫрап, ҡош-ҡорт үҫтереп йәшәйҙәр. Артабан бер-бер артлы ике улдары – Азамат һәм Руслан тыуа.
Бикҡужиндар атай-әсәй нигеҙендә күркәм йорт төҙөп инә. Ул балҡып, әллә ҡайҙан тартып тора. Унда һәр нимә үҙ урынында, кәртә-ҡура төҙөк, бөхтә, тәртип. Өҫтәлдәре лә һәр саҡ мул, үҙҙәре етештергән ризыҡтарҙан һығылып тора. Алсаҡ, йомарт хужалар һәр килгән кешене асыҡ йөҙ менән ҡаршы алалар.
- Атайыбыҙ һәм инәйебеҙ менән баҡыйлыҡҡа күскәнсе бер өйҙә татыу йәшәнек. Атай менән биш йыл, инәй менән ун ике йыл бер ҡыйыҡ аҫтында дуҫ-татыу торорға Хоҙай Тәғәлә насип итте. Уларҙы шул тиклем яҡын күрҙем, ирем әйткәнсә инәй-атай тип өндәштем. Ҡәҙерлеләрем ауылдың бик ихтирамлы, хөрмәтле кешеләре ине. Беҙҙе күп нимәгә өйрәттеләр. Улар аҡыллы кәңәшсе лә, ҙур ярҙамсы ла булдылар, - ти Зөлфирә апай ҡайны-ҡәйнәһен йылы хәтирәләр менән иҫкә алып.
Был көндән һуң күпме йылдар үткән, һыуҙар аҡҡан. Балалар үҫеп, үҙҙәре күптән атай-әсәй булған, ейән-ейәнсәрҙәр менән һөйөндөрәләр. Ошо йылдар эсендә төрлө юлдар үтергә тура килә. Әхмәт Абдулла улы урындағы мәктәптә физика, хәрби әҙерлек, физкультура уҡытыусыһы булып эшләй. Бер үк ваҡытта киномеханик эшен дә алып бара. Шунан уны Куйбышев исемендәге колхоз рәйесе Әнәс Ғәлиев баш энергетик итеп эшкә саҡыра. Колхоз тарҡалғансы бында эшләй. Артабан район ҡулланыусылар йәмғиәтендә баш энергетик, әҙерләүҙәр контораһында әҙерләүсе була, йорттарҙан һөт тә йыя. Шунан Малай мәктәбендә эшләп, хаҡлы ялға сыға. Бында физика, география, химия фәндәренән уҡыта, уҡыу-уҡытыу буйынса директор урынбаҫары вазифаһын башҡара. “Тыуған ауылыма ҡайтыуыма үкенмәйем. Ата-әсәйем тыуған, үҙем уйнап-йүгереп үҫкән ер күңелемә бик тә яҡын. Балаларыбыҙ ҡайтып торалар. Тормошобоҙҙо ейән-ейәнсәрҙәребеҙ тағы ла күркәмләндерә. Төп атай нигеҙендә һалынған йортобоҙға туғандарыбыҙ ҙа килеп йөрөй. Уларҙың килеүҙәрен һағынып, юҡһынып көтөп алабыҙ. Үҙ еремдә йәшәүемә ғорурланам”, - ти Әхмәт ағай.
Зөлфирә Минетдин ҡыҙы 18 йәшендә генә кейәүгә сығып, ауыл тормошон үҙ итә. Мәктәпкә лаборантка булып эшкә урынлаша. Тегә, бәйләй, сигә, ризыҡтарҙы төрләндереп бешерә белгән һәм башҡа ҡул эштәренә оҫта хеҙмәткәргә домоводство дәресен уҡытырға ышанып тапшыралар. Артабан ике тиҫтә йыл ауыл китапханаһында хаҡлы ялға сыҡҡансы эшләй.
Эшләгән саҡтарында әүҙем, талантлы Зөлфирә Минетдин ҡыҙы ауыл сараларының урталарында ҡайнап йәшәне һәм сараларҙа моңло йырҙары менән ауылдаштарын һөйөндөрҙө.
- Ғаиләләге үҙ-ара мөнәсәбәттәр бер-береңә ышаныс, аңлашыуға нигеҙләнә. Ошолай булғанда ғына һәр кем бәхетле була ала, - ти Бикҡужиндар. Ысындан да был парҙың бер-береһенә булған хөрмәте һиҙелә. Береһе һөйләгәндә, икенсеһе тыныс ҡына тыңлай, һөйләгән һүҙҙәре менән килешә. “Ирем һәр саҡ тыныс булды, бер ваҡытта ла миңә һәм балаларға ауыр һүҙҙәр әйтмәне. Ул һәр һүҙҙе бик уйлап ҡына һөйләй”, - тип ҡатын тормош иптәше тураһында әйтһә, йорт хужаһы хәләл ефетенең аңлаусан, тырыш булыуын белдерҙе. Һәр эште лә бергә кәңәшләшеп башҡаралар. Бына, мәҫәлән, яңыраҡ Бикҡужиндар МХО-нан ялға ҡайтҡан егеттәр иҫән-именлеге өсөн ҡорбан салдырып, уларҙы ашҡа саҡырып, Ринат хәҙрәт тарафынан Ҡөрьән аяттары уҡытты. Ир кеше идеяһын тәҡдим иткәс, йорт хужабикәһе хупланы һәм тырышып аш-һыу әҙерләне.
Бикҡужиндар ғаиләһендәге татыу мөнәсәбәт ғаиләнең ныҡлы нигеҙен тәшкил итә. Нимәгә тотонһалар ҙа, бергәләп хәл итәләр. Берҙәм йәшәһәң, күңелдәр тыныс, йәшәүгә дәрт була, ғаиләне бөтөн итә. Татыу булһаң, бәхетле булаһың.
Киләсәктә лә Бикҡужиндарға уңыштар, именлек һәм сәләмәтлек теләйбеҙ.

Фәниә СӘЛИМГӘРӘЕВА.

Автор:
Читайте нас: