Мөләйем ағинәй Үрге Төкөндә йәшәй
Өлкән йәштәгеләр менән аралашыу – үҙе бер кинәнес, ә уларҙың үткәне – үҙе бер тарих. Халҡыбыҙ юҡҡа ғына “Киләсәккә юл һалғанда, боронғоларға боролоп ҡарау яҡшы” тимәгән бит. Ололарҙың әйткән бер һүҙе һабаҡ, кәңәш-төңәше аҡыл булып яңғырай.
Һәр төйәк үҙенең сабыр холоҡло, инсафлы, иман һаҡсыһы һәм ауыл ҡото булған инәйҙәре менән дан тота. Үрге Төкөн ауылында йәшәүсе 85 йәшлек мөләйем ағинәй ҙә тап шундайҙарҙан.
Зәйнәб Көҫәпҡолова Ғафури районы Үзбәк ауылында өс балалы ғаиләлә донъяға килә. Һуғыш һәм унан һуңғы йылдарҙың асы-сөсөһөн татып, ауырлыҡтарын күреп буй еткергән ҡыҙ туғыҙынсы класты тамамлау менән эшкә төшә.
- Тәүҙә башмаҡ ҡараным, һуңыраҡ сөгөлдөр баҫыуында эшләнем, аҙаҡ хаҡлы ялға сыҡҡансы һауынсы булдым, - ти ул был хаҡта.
Әйткәндәй, уларҙың ғаиләһендә барыһы ла эшһөйәр һәм уңған: апаһы Миңлегөл Санъярова Өфөлә эшләп, Социалистик Хеҙмәт Геройы тигән маҡтаулы исем ала.
19 йәшлек ҡыҙ һөйгәнен - Үрге Төкөн ауылынан Кәшәф Көҫәпҡоловты әрме хеҙмәтенән көтөп алғас, йәштәр өйләнешергә ҡарар итә.
Көҫәпҡоловтарҙың ишле ғаиләһе алты балаға ғүмер, матур тәрбиә һәм белем биреп, оло тормош юлына оҙата. Хәҙер ул-ҡыҙҙарының барыһы ла үҙ ғаиләләрен ҡорған, балалар һәм ейән-ейәнсәрҙәр үҫтерәләр.
Зәйнәб инәй оло улы Ирек һәм килене Альбина менән 27 йыл гөрләшеп йәшәй. Нәжибә ҡыҙҙары Илеш районында донъя көтә. Юғары белем алған һәм уҡытыусы булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан Ләлә ҡыҙҙары Олокүлдә, Илдар улы Стәрлетамаҡ ҡалаһында, юғары белемле иҡтисадсы Әлфинә тормош юлдашының тыуған яҡтарында, Йылайыр районында төпләнә. Төпсөк ҡыҙҙары Әлфиәнең ғаиләһе иһә тыуған ауылын үҙ итә.
Ҡыҙғанысҡа, Кәшәф Бикбулат улы ғына ҡыҫҡа ғүмерле була һәм балаларының, ун бер ейән-ейәнсәренең, алты бүлә-бүләсәренең бәхетен дә татып өлгөрмәйенсә, 61 йәшендә генә ауыр сирҙән донъя ҡуя.
- Аллаға шөкөр, 31 йыл ҡәйнәм Ғәйниямал Сафиулла ҡыҙы менән бергә татыулыҡта йәшәнек. Донъя көткән саҡта һәр саҡ уның ҙур ярҙамын тойҙом. Балаларҙы ла ҡарашты, йылы ойоҡбаштарын да бәйләне, эштән арып ҡайтыуыңа ҡайнар сәй менән ҡаршы алды. Декретта ял итеп ятырға тура килмәне беҙгә. Бер айлыҡ балаларымды ҡалдырып, сөгөлдөр эшенә сығып киттем. Алай ҙа ғына балаларым илаҡ булманы. Ҡыҙғанысҡа, ҡәйнәм йәшләйерәк, 76 йәшендә генә баҡыйлыҡҡа күсте. Балаларымдың атаһы ла бер эштән ҡурҡып торманы. Башҡа тракторсылар ял иткәндә, ул ял итә белмәне. Сөгөлдөр эше бөткәс, фермала фураж тарттырҙы, тракторы менән бесән, һалам ташыны. Хаҡлы ялға сығып, бер йылдан ашыуыраҡ ҡына пенсия алып өлгөрҙө, ауыр сирҙән беҙҙе ташлап китеп барҙы, - тип ғүмер йомғағын һүтә иң бәхетле өләсәйҙәрҙең береһе.
Иң тыныс, иң һәйбәт һауынсыларҙың береһе ине, тип хәтерләй Зәйнәб Әҙелмөхәмәт ҡыҙын ауылдаштары. Һауынсы булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡас та, баҡсаға эшкә төшә ул. Унда һуған, һарымһаҡ, кәбеҫтә, ҡыяр үҫтерергә, шул арала сөгөлдөр баҫыуында ла эшләргә өлгөрә.
- Эй, балаҡайым, сабый булһам да, ауыр һуғыш йылдарын бер аҙ хәтерләйем. Унан һуңғы йылдар ҙа еңелдән булманы. Атайым үлгәндә дүрт йәштә генә ҡалғанмын. Хәҙерге тормош Аллаға шөкөр. Ай һайын бер туҡтамай пенсияһы килеп тора. Магазинда йәнең теләгән аҙыҡ-түлеге бар. Инәйем оҙон ғүмерле булды. Ҡартайғас, уны үҙебеҙгә алып ҡайтып ҡараным. 102 йәшендә үҙемдең ҡулымда мәрхүмә булды. Уның кеүек оҙағыраҡ йәшәге килә лә бит, ҡартайтып китте. Ғүмер буйы бар эште ҡул менән башҡарҙыҡ. 20-25-ләгән һыйырҙы көнөнә өс тапҡыр ҡул менән һауыу, унан ҡала бөтмәҫ-төкәнмәҫ йорт эштәре сәләмәтлекте ҡаҡшатҡандыр, күрәһең, ике ауыр операция үткәрергә тура килде, - тип бер аҙ көрһөнөп тә ҡуя әңгәмәсем.
Эйе, өлкән быуын вәкилдәре күпте күргән, күпте кисергән һәм һәр ваҡыт оло хөрмәткә эйә. Зәйнәб инәйгә лә балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәрҙәре хәстәрлегендә тағы ла оҙаҡ йылдар бәхетле ҡартлыҡ кисерергә насип булһын тигән изге теләктә ҡалабыҙ.