Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Был йәштәр никахтарын Мәскәүҙә теркәйәсәк

Беренсе Бөтә Рәсәй туй фестивалендә беҙҙән дүрт пар ҡатнаша. Кемдәр һуң был бәхетлеләр? 

Был йәштәр никахтарын Мәскәүҙә теркәйәсәк
Был йәштәр никахтарын Мәскәүҙә теркәйәсәк

Ғаилә йылы был йәш парҙар өсөн ғүмерлеккә иҫтә ҡаласаҡ. Улар үҙҙәренең никахтарын беренсе Бөтә Рәсәй туй фестивалендә рәсмиләштерәсәк. Кемдәр һуң был бәхетле парҙар? Сибайҙан Әлфирә һәм Наилдең, Баймаҡтан Райхана һәм Айгиздең, Ишембайҙан Аиша һәм Эмилдең, Әбйәлилдән Юлиә һәм Аяздың никахтарын тантаналы рәүештә Мәскәү ҡалаһының ЗАГС идаралығы хеҙмәткәрҙәре теркәйәсәк.

Күркәм сараны, “Рәсәй” халыҡ-ара күргәҙмә-форумына ярашлы, 12 майҙан 19 майға тиклем үткәреү планлаштырыла. Никах теркәү тантанаһында Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән 150 пар ҡатнашасаҡ. Хәбәр итеүҙәренсә, йәштәр милли костюмдарҙа ҡатнашасаҡ, аҙаҡ беренсе туй бейеүен күрһәтәсәк. Шулай уҡ бергәләп әйлән-бәйлән уйнаясаҡтар, Рәсәй эстрадаһы йондоҙҙары ҡатнашлығында үтәсәк концертты ҡараясаҡтар. Бәхетле парҙарға уңыштар теләйбеҙ!

Фото: https://bash.news/news/223786-srazu-neskolko-par-iz-baskirii-vstupiat-brak-na-svadebnom-festivale-v-moskve

Автор:
Читайте нас: