Бәхетле ҡартлыҡ кисерә
“Даирә”гә яҙылып, бүләк отҡан гәзит уҡыусыларыбыҙҙың ҡайһы берҙәренең төрлө сәбәптәр менән бүләктәрен килеп алырға форсаты булмай. Әлбиттә, шул тарафтарға юл төшкәндә беҙ уларға бүләктәрен индереп биреп сығырға тырышабыҙ. Был юлы Бишауыл-Уңғар ауылында йәшәүсе Лилиә Байымованың ишеген шаҡыныҡ һәм бәләкәй генә бүләген – гөл һауыттарын тапшырҙыҡ.
Туҡһанынсы тиҫтәне ваҡлаған Лилиә Мансур ҡыҙы беҙҙе ҡыуанып ҡаршы алды. Асыҡланыуынса, ул үҙенең бүләк отҡанын белмәйенсә ҡалған икән. Йыл да иң тәүгеләрҙән булып яҙылыусы, беҙҙең гәзиттең тоғро уҡыусыһы быйыл үҙенең 89-сы яҙын ҡаршылай.
- Мин ошо ауылда 22 апрелдә, В.И.Лениндың тыуған көнөндә, донъяға килгәнмен. Шуға ла атайым Ленинға оҡшағаныраҡ булһын тип, Лилиә исемен ҡушҡан. Әсәйем һөйләүе буйынса, ныҡ ҙурлағандар ул заманда мине – ап-аҡ биләүгә биләнгән сабыйҙы иң тәүҙә октябряттың, шунан пионерҙың, комсомолдың, коммунистың ҡулына тотторғандар.
Атайымды яҡшылап хәтерләмәйем дә. Ул 1941 йылда һуғышҡа алына һәм 1943 йылда һәләк була. Ҡышҡы бер көндө ат санаһында буран туҙҙырып киткәнен тәҙрәнән ҡарап торғаным ғына бер аҙ хәтеремдә уйылып ҡалған. Атайым киткәндә, әсәйем алты бала менән тороп ҡалған. Ул киткәс, етенсе туғаным донъяға ауаз һалған, - тип хәтерләй Лилиә инәй һуғыш һәм унан һуңғы ауыр йылдарҙы.
Тол ҡалып, Лилиә Байымова бына 21 йыл инде яңғыҙы донъя көтөргә мәжбүр. Тормош иптәше Халиҡ Шәйхетдин улы менән дүрт балаға ғүмер бирәләр, тик дүртенсеһенең генә маңлайына ҡыҫҡа ғүмер яҙыла, сабый көйө генә гүр эйәһе була. Ҡыҙғанысҡа, йыл ярым элек оло ҡыҙын юғалтыу ҡайғыһын да кисерергә тура килә.
Байымовтар ғүмере буйы колхозда тир түккән. Лилиә Мансур ҡыҙы хаҡлы ялға сыҡҡансы сөгөлдөр баҫыуында эшләй. Шулай уҡ ябай колхозсы булып эш башлаған Халиҡ Шәйхетдин улы ферма мөдире, халыҡ контроле рәйесе, янғын һүндереү һағы етәксеһе, ревизор вазифаларына тиклем күтәрелә. Аяуһыҙ ауыр сир уны бик иртә яратҡан ғаиләһенән айыра.
Оло йәштә булһа ла, Лилиә Байымова матур итеп донъя көтә. Күңеленән изгелек, йөҙөнән нур, йортонан ҡот балҡып тора уның. Һәүәләйҙә йәшәүсе улы менән ҡыҙы, ейән-ейәнсәрҙәре ярҙамынан ташламай.
- Аллаға шөкөр, бик һәйбәт йәшәйем. Пенсиямды өйөмә үк килтереп бирәләр. Йортҡа газ үткәргәнгә лә 20 йылдан ашыу ваҡыт уҙҙы. Хәҙер инде ҡулдан әллә ни эш килмәһә лә, балаларым ярҙамы менән баҡса үҫтерергә тырышам. Балаларыма, ейән-ейәнсәрҙәремә рәхмәт, ярҙамдарынан ташламайҙар. Гөлдәр үҫтерергә лә яратам, Алла бирһә был һауыттарға ла гөл ултыртырмын, тик донъяларыбыҙ ғына тыныс булһын, - тигән изге теләктәрен әйтеп, рәхмәттәрен уҡып оҙатып ҡалды күпте күргән, күпте кисергән гәзит уҡыусыбыҙ.
Ошондай изге күңелле, ауылдарға йәм биреүсе, иман таратыусы, йәш быуынға өлгө күрһәтеүсе ағинәйҙәр менән аралашҡан һайын беҙҙең дә күңелдәр байый.
Розалия НАЗАРОВА.
Автор фотоһы.