Бәхет хакимлыҡ итә
Һәр ауыл тырыш халҡы, өлгөлө ғаиләләре менән йәмле һәм ошондай кешеләре менән дан тота. Ҡабаҡ ауылынан Лида һәм Алик Ҡәүиевтар тормоштан, эштән йәм табып, бына 37 йыл инде бер-береһен ҡәҙерләп, шатлыҡтарҙы бергә кисереп ғүмер итәләр.
Ҡәүиевтарҙың ғаиләһендә бәхет хакимлыҡ итеүе, уңған булыуҙары, бер-береһен хөрмәт итеп йәшәүҙәре күренеп тора. Улар үҙ көстәре менән ҙур йорт һалып, матур донъя булдырғандар, дүрт балаға ғүмер биргәндәр.
Был пар хеҙмәт юлын Өфө ҡалаһында башлап, артабан ауылда дауам итә. Баш ҡалала тыуып үҫкән Лида Венер ҡыҙы Өфө авиация техникумын тамамлап, Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә контролер-технолог булып эшләй. Буласаҡ тормош иптәше Алик Мәрүән улы ла бында хеҙмәт иткән була – ул “Москвич” машиналарының моторҙарын йыя. Мишкә районы егете мәктәптән һуң ошо заводҡа эшкә урынлаша. Армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡас та, кире бында эшен дауам итә. Ул ҡыҙҙың ҡул аҫтында эшләгән була. Егеткә ҡыҙҙың сибәрлеге, алсаҡлығы, үҙ эшенең оҫтаһы булыуы оҡшаһа, ҡыҙ егеттең уңғанлығын, ихласлығын үҙ итә. Йәштәр бер-береһен оҡшатып, дуҫлашып йөрөгәндән һуң ғаилә ҡоралар. Лида бәләкәй саҡтан Ҡабаҡ ауылына өләсәһенә ҡунаҡҡа ҡайтып йөрөй. Ауыл тормошо уға бәләкәйҙән таныш була. Шуға ла ауылда йәшәү уны һис тә ҡурҡытмай. Йәш пар ҡыҙҙың өләсәһенең ауылына ҡайтып, уның менән бер түбә аҫтында өс йыл татыу йәшәйҙәр. Аҙаҡ был ғаилә яңы урында өр- яңы мөһаббәт, зауыҡлы йорт һалып сығып, матур донъя ҡора. Уңған хужаларҙың йорто балҡып тора, унда бөтә уңайлыҡтар һәм шарттар булдырылған. Был йорттоң эсендәге һәр нимә һоҡландырғыс. Улар әле лә тырышып донъя көтәләр, мул итеп баҡса үҫтерәләр. Бергәләшеп тырышмаһаң был тиклем хозурлыҡты тыуҙырып булмаҫ та ине. Шулай уҡ гүзәллекте булырыу өсөн күңел матурлығы ла мөһим. Ә был сифаттар Ҡәүиевтарҙа урғылып тора!
Бында йәшәй башлағас, ғаилә башлығы кирбес заводына эшкә урынлаша, ә Лида ҡаҙанлыҡ операторы була. Артабан ир урындағы “Ағиҙел” колхозында иретеп йәбештереүсе, тимерсе булып эшләй, әле Ҡабаҡтағы тимер-бетон заводында хеҙмәт итә. Ә Лида “Вектор” торлаҡ-коммуналь хужалығында оператор була, яңыраҡ ҡына дүрт балалы әсә булараҡ хаҡлы ялға сыға.
Әлеге көндә Ҡабаҡта йәшәүсе улдары Айҙар вахта ысулы менән Яңы Уренгойҙа “Газпром”да эшләй. Ҡыҙҙары Алһыу ике юғары белемле - Өфө авиация университетын һәм Башҡорт ауыл хужалығы университетында белем ала. Ата-әсә кеүек ул да хеҙмәт юлын Өфө моторҙар төҙөү заводында башлай. Уларҙың икеһе лә үҙҙәре ғаиләле, ата-әсәне ейән-ейәнсәрҙәр менән һөйөндөрә.
Моряк булып хеҙмәт иткән Динар әлегә көндә – контрактсы, Владивостокта хеҙмәт итә. “Улыбыҙ Динар - хәрби хәрәкәттәр ветераны. Хәрби ҡаҙаныштары өсөн миҙалдары ла бар”, - тип ғорурлыҡ менән хәрби улдарын телгә алды ата- әсә.
Кеселәре Альберт Ишембайҙа кадет корпусында уҡып йөрөй. Яҡшы уҡыуы һәм тәртибе өсөн билдәләнеп тора. Ишембайға киткәнсе районыбыҙҙың Зәки Бикбаев етәкселегендәге “Йондоҙ” хәрби-патриотик клубына йөрөй. Улар тарафынан Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булған һигеҙ яугирҙең һөлдәһе табыла.
- Балаларыбыҙҙың уңыштары өсөн һөйөнөп ғүмер итәбеҙ. Улар йәшәүебеҙгә дәрт бирә. Ауыл ерендә йәшәгәс, мал аҫрамайынса булмай. Элек ике-өс һыйыр тотһаҡ, хәҙер берҙе генә ҡалдырҙыҡ. Шулай уҡ ҡош-ҡорт та үҫтерәбеҙ. Үҙең етештергән аҙыҡҡа етәме ни! Шулай үҙ көнөбөҙҙө үҙебеҙ күрәбеҙ. Ә Айҙарыбыҙ Себер тарафтарында йөрөһә лә, аттар ҙа аҫрай. Ул вахтала саҡта малҡайҙарҙы ҡарарға аталары ярҙам итә. Балалар, ейәндәр өсөн тырышабыҙ, уларҙы һөйөндөрөп йәшәге килә, - ти ҡатын.
Уңған кеше һәр яҡтан уңған инде. Хужабикәнең бешергән аштары, ҡамыр ризыҡтары ла ашап туймаҫлыҡ. Беҙ барған көндө лә өҫтәлендә ниндәй генә ризыҡ юҡ ине: бәлеш, ҡаҙылыҡ, ҡойҡа, бауырһаҡ, ҡоймаҡ, ҡаймаҡ-ҡорот, ҡайнатмалар... Быларҙың барыһын да үҙ ҡулдары менән әҙерләгән ул.
Бәхетле татыу ғаиләнең сере – берҙәмлектә, бер-береңде хөрмәт итеүҙә һәм эшһөйәр булыуҙа. Һоҡланырлыҡ итеп йәшәгән Ҡәүиевтарға ҡарайһың да өлгөлө ғаиләнең ошолай булыуына инанаһың.
Фәниә СӘЛИМГӘРӘЕВА.
Автор фотоһы.