Даирә
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Нурҙар сәсһен һәр саҡ йөҙөң

Беҙҙең ҡәҙерле кешебеҙ 1949 йылдың 4 мартында Ибраһим ауылында Роза Исмәғил ҡыҙы һәм Рәшит Фәзлетдин улы Дәүләтбаевтарҙың ғаиләһендә тәүге бала булып донъяға килә. Сабыйға Сажиҙә тип исем ҡушалар. Уның бала сағы, үҫмер йылдары тыуған ауылы менән бәйле була.

Нурҙар сәсһен һәр саҡ йөҙөң
Нурҙар сәсһен һәр саҡ йөҙөң

Бишауыл-Уңғар мәктәбендә уҡып өлгөргәнлек аттестатын ҡулына алғас, һатыусылыҡҡа уҡый. Үҙенең биш ҡустыһына һәм ике һеңлеһенә үрнәк булып тора. Ата-әсәһенә терәк булған ҡыҙ бар нимәгә лә өлгөрә. Спектаклдәр ҡуйыу, концерттарҙа ҡатнашыу булһынмы, ауыл клубының йәме булып йөрөй апайыбыҙ. Ә инде ауылдаштары уған ышанып, ауыл Советына депутат итеп һайлағас, тағы ла яуаплылыҡ өҫтәлә. Һатыусылыҡ эшенән тыш, йәмәғәтселек мәсьәләләрен хәл итеүҙә лә ҡатнаша. Ниндәй эшкә тотонһа ла, бөтә күңелен һалып эшләй.
Еҙнәбеҙ Риян Исмәғил улы менән дүрт балаға ғүмер биреп, уларҙы оло тормош юлына сығаралар. Әлеге ваҡытта балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең шатлыҡ-ҡыуаныстарын уртаҡлашып йәшәп ятыуҙары.
Апайыбыҙ әле лә бик әүҙем. Шиғырҙар яҙа, йырҙар ижад итә, төрлө конкурстарҙа ҡатнаша һәм еңә. Барлыҡ сараларҙың уртаһында ҡайнай. Уның төрлө темаларға арнап яҙылған шиғырҙарын матур итеп яттан һөйләүе күңелдәрҙе арбай һәм һоҡландыра. Ауылыбыҙ ағинәйҙәренең иң өлкәне генә түгел, иң әүҙемдәренең береһе лә ул.
Апай, һине ғүмер байрамың менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ. Ныҡлы һаулыҡ, шатлыҡ-ҡыуаныстарҙан ғына торған, бәхетле ғүмер теләйбеҙ. Һәр саҡ шулай яғымлы, ярҙамсыл булып ҡал. Ул-ҡыҙҙарығыҙҙың, ейән-ейәнсәрегеҙҙең изгелектәрен күреп, еҙнәбеҙ менән тигеҙлектә оҙон-оҙаҡ йәшәргә насип итһен.
Тыуған көндәр йылда ҡабатлана,
Ләкин ҡабатланмай үткәне.
Бәхет, шатлыҡ, сәләмәтлек менән
Килеп торһон уның алдағыһы.
Яҡты ҡояш һәр саҡ юлдаш булһын,
Шатлыҡ тойоп типҺен йөрәгең.
Ауырлыҡтар һине урап үтһен,
Ҡабул булһын һәр бер теләгең.
Ҡотлау менән туғандарың Таһир, Рәғиҙә, Даян, Фирүзә һәм беҙҙең ғаилә ағзалары.

Автор:
Читайте нас: