Даирә
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Һынауҙарға һынмаған быуын

Үтәгән ауылында үткәрелгән сараларҙың береһендә бер әбей ихласлығы, мөләйемлеге менән үҙенә тартты. Һүҙ артынан һүҙ сығып, танышып һөйләшеп киттек. Ул һуғыш осоро балаһы Фәтҡиә Байгилдина булып сыҡты. Хәтирәләргә бирелеп илебеҙ яҙмышынан айырылмаған үҙенең тормош юлын бәйән итте. Иҫләйһе иҫтәлектәре күп уның. Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда ни бары биш айлыҡ ҡына бала була ул. Сабый сағынан Фәтҡиә Рәхмәтулла ҡыҙына ауырлыҡтарҙы күреп үҫергә тура килә.

Һынауҙарға һынмаған быуын
Һынауҙарға һынмаған быуын

- Мин 1941 йылдың 21 ғинуарында тыуғанмын. Башҡа тиҫтерҙәрем кеүек һуғыш осороноң һәм артабанғы ауыр йылдарҙың бар михнәттәрен татырға тура килде. Ғаиләлә ике ҡыҙ үҫтек. Ата-әсәйемдең тәүге балалары үлеп торған. Атайым сәләмәтлеге арҡаһында һуғышҡа алынмай. Шулай ҙа ул сирле булғас, йәшәү бик еңелдән булманы. Бөтә эш әсәйемә генә түгел, беҙҙең иңгә лә төштө. Атайым минән әҙерәк өлкәнерәк күрше малайҙар менән һөйләшә лә, мин уларға эйәреп ағас сана һөйрәп урманға утын әҙерләргә барам. Ағайҙар йыуаныраҡтарын ҡырҡырға ярҙамлашһалар, нәҙегерәктәрен үҙем ҡырҡа инем. Шунан ауыр йөктө һөйрәп ҡайтабыҙ.
Һуғыш осоронда бар ирҙәр ҙә фронтҡа киткәс, улар урынына ҡатын-ҡыҙҙар һәм үҫмерҙәр сафҡа баҫа. Әсәйем ҡәһәрле һуғыш ваҡытында һәм аҙаҡҡы ауыр йылдарҙа башҡа ауыл ҡатындары күргәнде күреп, улар кисергәнде кисерә. Артабан ул Банат Батырова звеноһында сөгөлдөр үҫтерҙе. Мин бәләкәй саҡ­тан уға эйәреп баҫыуға ярҙамлашыр­ға йөрөнөм. 1953 йылда әсәйем эш өҫтөндә сирләп китте. Ул башҡа сыға алманы, минең бер үҙемә эшләп бөтөрөргә тура килде. Атайым иһә 1954 йылда 50 йәшендә генә сиренән вафат булды.
Ул саҡтарҙа өҫкә кейем етмәй, тамаҡ туймай ине. Аслыҡ-ялан­ғаслыҡтың барыһын да үҙ елкәмдә татыным. Мәктәптә дәрестә уҡып ултырғанда, ҡайтҡас нимә ашармын икән, тип борсола торғайным. Уҡып ҡайтҡас, башаҡ йыйырға йөрөнөк. Аяҡ кейемендә барабыҙ, ә ҡайтҡанда уны туҙмаһын өсөн йәлләп ялан аяҡ ҡайтабыҙ. Шулай уҡ кәлйемә, төрлө үләндәр йыйып ашаныҡ. Нисек кенә ауыр булмаһын, яҡты киләсәккә ынтылып йәшәнек, - тип һөйләне ул.
Тормош әкренләп алға бара. Яҙмыш Фәтҡиә Байгилдинаны сит яҡтарға алып китмәй, ул тыуған ауылында ҡала. Буй еткергәс ҡыҙ 18 йәшендә ауылдашы Факилға кейәүгә сыға. Улар донъяларын бөтөн итеп, тырышып йәшәйҙәр.Ҡатын колхоз баҫыуҙарында сөгөлдөр үҫтерһә, ир малсы була. Иртәнән кискә тиклем эшләһәләр ҙә, йортта ла өлгөрәләр. Малдарын да ҡарайҙар, баҡса тултырып, бәрәңге, сөгөлдөр үҫтерәләр. Егәрлеләрҙең донъяһы етеш һәм бөтөн була. Биш балаға ғүмеп биреп, кеше итәләр. Байгилдиндар татыу йәшәп, матур тормош юлы үтәләр.
Әлеге көндә улдары һәм ҡыҙҙары үҙ тормоштары менән йәшәй. Фәтҡиә әбей улы Илдар менән бер йортта ғүмер кисерә. Өлкән йәштәге әсә балалары­ның изгелектәрен күреп, уларға аҡыллы һүҙҙәрен, кәңәштәрен әйтеп йә­шәй. Фәт­ҡиә әбейгә башҡа балалалары, ейән-ейәнсәрҙәре лә килеп, хәлен белешеп, ярҙам­лашып торалар. Изге күңелле, ҡунаҡсыл йортта туғандары ла көтөп алынған кешеләр. Бабайы ун ике йыл элек баҡыйлыҡҡа күсә. Ҡайғыларға һалып, улдары Фәнил йәш көйө ҡапыл вафат була. Был ҡайғыларҙы күтәрергә Хоҙай көс, сабырлыҡ бирә. Фәтҡиә әбей ауыр ҡайғыларҙы еңеп, артабан йәшәргә үҙендә көс таба. Йөрәгендә һағыш йөрөтһә лә, бер ваҡытта ла зарланмай, бирешмәй, тормош һынауҙарына бөгөлөп ҡалмай. Мәсеткә йөрөй, Хоҙайҙан яҡындарына һаулыҡ, иҫәнлек теләй. Гәзит уҡырға ла ярата, уны түҙемһеҙлек менән көтөп ала икән. Әйткәндәй, ул күҙлекһеҙ уҡый!
Өлкән йәштә булһа ла эшһеҙ ултыра алмай ул: икмәк һала, ошо көнгә тиклем ике һыйыр һауа. Баҡсала бәрәңге, сөгөлдөр үҫтерелә, улары йыл да мул уңыш менән ҡыуандыра. “Улым бәрәңгене ҡараһа, мин сөгөлдөр үҫтерәм”, - ти ул. Шулай итеп, уҙаман йорттағы, хужалыҡтағы эштәрен теүәлләп, тормошона шөкөр итеп йәшәй.
Ауырлыҡтарҙы күреп үҫкән Фәтҡиә Рәхмәтулла ҡыҙы әлеге тормошҡа һөйөнөп йәшәй. “Пенсия килеп тора, магазинда бөтә нәмә бар, тик донъялар ғына имен, тыныс булһын”, - ти уҙаман. Донъяның әсеһен-сөсөһөн күп татыған Фәтҡиә әбейгә бәхетле ҡартлыҡ теләйбеҙ.

 

ФәниәСәлимгәрәева.
Автор фотоһы.

 

Автор:
Читайте нас: