Даирә
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ошондай атайҙар күберәк булһын

“Мин хәҙер ҡайны кеше”, ти Сибай Утарбаев.    

Ошондай атайҙар күберәк булһын
Ошондай атайҙар күберәк булһын

Мәғлүм булыуынса, әле “Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә” социаль төркөмөндә “Өлгөлө атай” конкурсы бара. Был сарала ҡатнашыусылар араһында Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылынан Сибай Утарбаев та бар. Эшҡыуар. Ҡатыны Резеда Ирек ҡыҙы менән дүрт бала тәрбиәләйҙәр.

Сибай Сәмиғулла улы 1975 йылда Иҫке Сибай ауылында Сәмиғулла Сабир улы менән Дамира Рамаҙан ҡыҙының ишле ғаиләһендә унынсы балалары булып донъяға килгән. 1992 йылда мәктәпте тамамлағас, Сибайҙа водитель һөнәрен үҙләштерә, ә 1993 йылда МДТУ-ға (МГТУ) уҡырға инә. Беренсе курсты тамамлағас, Резеда Ирек ҡыҙы менән ғаилә ҡоралар. Быйыл уларҙың бергә йәшәүенә 30 йыл тула.

Утарбаевтар дүрт балаға ғүмер бүләк иткәндәр. Өлкән улдары Илнар 1995 йылғы, юғары белемле. Атаһының эшен дауам итеп, эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә – төҙөлөш эштәре өлкәһендә эшләй. Икенсе улдары Динар 1997 йылғы, ул иһә Себер тарафтарында прораб булып эшләй. Бер ай элек Динар өйләнгән.

“Мин хәҙер ҡайны кеше”, – тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты Сибай Сәмиғулла улы.

Утарбаевтарҙың береһенән-береһе матур, аҡыллы, уңған ике ҡыҙы бар: 15 йәшлек Ғәлиә, 13 йәше тулырға йөрөгән Гөлшат. Улар уҡыу алдынғылары, икеһе лә һүрәтте матур төшөрә. Кинйә ҡыҙҙары Гөлшат шиғырҙар ҙа яҙа, йырларға ярата.

– Ҡатыным Резеда Ирек ҡыҙы әлеге мәлдә өй мәшәҡәттәре менән булыша, баҡса үҫтерә. Үҙебеҙҙең банкет залыбыҙ бар. Шунда байрамдар ойоштора. Беҙҙең тормош девизыбыҙ - барыһы ла яҡшы булыр! – ти Сибай Сәмиғулла улы.

Сибай Утарбаев йәмәғәт эшендә лә әүҙем ҡатнаша. 2019 йылдан алып ауыл советы депутаты булып тора, дүрт йыл ауыл хакимиәте башлығы вазифаһында эшләгән. Әле Иҫке Сибай урта мәктәбенең Атайҙар ҡоро рәйесе булып тора.

Бына шундай Сибай Утарбаев кеүек донъя тотҡаһы, ғаилә терәге һәм яҡлаусыһы, балалар өсөн маяҡ булған өлгөлө атайҙар күберәк булһын.

Фото: Сибай Утарбаевтың ғаилә альбомынан.

 
Автор:
Читайте нас: