Даирә
+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

“Һис тә зарланырлыҡ түгел яҙмышым!..”

Кеше ғүмере йәшәгән йылдары менән түгел,эшләгән эштәре, ҡалдырған эҙҙәре менән баһалы...

“Һис тә зарланырлыҡ түгел яҙмышым!..”
“Һис тә зарланырлыҡ түгел яҙмышым!..”
Мәктәптә, һуңынан университетта: “Һин ҡайһы яҡтан?”- тип һораһалар, “Мин – Бишулдыҡы!” – тип һәр ваҡыт ғорур яуап бирер инем. “Ә-ә, билдәле Исхаҡов Рим Риф улы ла шул ауылдыҡы, беләм”, - тиһәләр, күңелем тағы ла нығыраҡ талпынып китә торғайны. Сөнки уның уҡыусыһы булараҡ, был һүҙҙәрҙе ишетеү икеләтә мәртәбәле. Рим Риф улы Исхаҡов минең өсөн ябай уҡытыусы ғына түгел, белем алыу даръяһында оло маяҡ та, ҡыҙыҡлы сәнғәт, ғәжәйеп фән донъяһы менән таныштырыусы ла, миндә оратор оҫталығын асыусы ла булды. Тормошомда ниндәй генә уңыштарым булмаһын, ысын шәхес булараҡ үҫешемдә остазымдың роле бик ҙур.
 
Рим Риф улы Бишауыл-Уңғар ауылында 1959 йылдың 21 февралендә донъяға килә. Үҫмер тыуған ауылында 8 йыллыҡ мәктәпте тамамлағандан һуң, урта белем алыу өсөн күрше Һәүәләй мәктәбенә юллана. Уны уңышлы тамамлағандан һуң, юғары уҡыу йортона инеү теләге егетте Өфөгә килтерә. Артабан ул белемен Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында тәрәнәйтә.
Хеҙмәт юлын Һәүәләй урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып башлаһа, 1992 йылдан тыуған ауылы Бишауыл-Уңғарҙа дауам итә. Бында булдыҡлы йәш уҡытыусыға башҡорт теле һәм әҙәбиәте фәндәренән тыш, тарих һәм йәмғиәт белеме дәрестәрен ышынып тапшыралар. Педагог һис тә һынатмай, заман талаптарына ярашлы төрлө технологиялар ҡулланып, ҡыҙыҡлы дәрестәр үткәрә, балалар менән журналистика һәм фольклор буйынса түңәрәктәр алып бара. Мәктәп, район, республика конкурстарында үҙе һәм уҡыусылары ла ихлас ҡатнашып, еңеүҙәргә өлгәшә, яңы бейеклектәр яулай. Төрлө саралар уртаһында ҡайнап йәшәгән уҡытыусым ваҡыт үткәнен дә һиҙмәй, һаман да элеккесә әүҙем, тырыш, ярҙамсыл. Быйыл 39-сы уҡыу йылын тамамлай остазым.
Ә бит кескәй сағында бәләкәй Рим актер булырға хыялланған булған. Әммә Һәүәләй урта мәктәбендә уҡығанында класс етәксеһе Мәбүрә Мырҙахан ҡыҙы Ильясова уға уҡытыусы булырға кәңәш итә. Оло кешенең һүҙен йыҡмай Рим Риф улы. Остазының биргән кәңәштәрен әле лә күңел түрендә һаҡлай: “Төрлө мәктәп сараларында ҡатнашырға, матур итеп һөйләү серҙәренә төшөнөргә ярҙам итте уҡытыусым. Уның кәңәшен тотоп, уҡытыусы юлынан киттем”, - тип хәтирәләре менән бүлешә.
 
Рим Риф улы өсөн уҡытыусылыҡ бик ҙур мәғәнәгә эйә: ул һөнәре менән генә түгел, ә бар булмышы менән бөйөк уҡытыусы. “Уҡытыусы – белем һәм аҡыл биреүсе, тәрбиәгә өйрәтеүсе, балаларға тормошта үҙ юлын табып, ҡурҡмайынса, ышаныслы аҙымдар менән атларға йүнәлеш күрһәтеүсе. Ул үҙенең бар белемен, һәләтен уҡыусыларына биреп, бөтә ғүмерен шул изге эшкә бағышлаусы”, – тип һоҡланып һүрәтләй үҙ һөнәрен. Был һүҙҙәрҙе уның береһенән-береһе ҡыҙыҡлы дәрестәре лә дәлилләй. Тарих дәресе, йә башҡорт әҙәбиәте булһынмы – Рим Риф улы һөйләй башлау менән, һин тулыһынса уҡыу процесына инеп китәһең. Уның телмәре гипноз һымаҡ ҡолаҡҡа ята: тауышы үтә көр, тыңлаған һайын тыңлағы килә. Шул уҡ ваҡытта дәрестә һин тик ултырмайһың: һәр бер уҡыусыһын Рим Риф улы иғтибар менән тыңлай, актив әңгәмә рәүешендә һәр береһе анализ процесына инеп китә. “Әҙәбиәт йә тел дәресеме ул, тарихмы йә йәмғиәт белемеме – һәр дәрес уҡыусыға белем алыу менән бергә ҡыуаныс, кинәнес, фәнгә һөйөү килтерергә тейеш. Уҡыусы дәрестәрҙән һис кенә лә ялҡмаһын”, - тип иҫәпләй уҡытыусым. Профессионализм, ижади ҡараш, эҙләнеүҙәр, инициатива, аралашыу ябайлығы, эш һөйөүсәнлек, әҙәплелек, ярҙамсыллыҡ – былар барыһы ла Рим Риф улына хас сифаттар.
 
Актер булыу хыялын барыбер үҙенсә тормошҡа ашыра Рим Риф улы. Был хаҡта уның мәктәптә, ауыл клубындағы инсценировкаларҙа уйнаған ролдәре, театр түңәрәгендә режиссер булараҡ ҡуйылған сәхнәләштереүҙәре үҙе үк әйтеп тора. Миңә лә уның драма түңәрәгенә йөрөү бәхете тейҙе. Беҙҙең һәр бер дәресебеҙ профессионалдарҙың эшмәкәрлегенә тиң ине: сценарийҙы уҡыу, шаршауҙарға бүлеү, образдар өҫтөндә эшләү, костюмдар эҙләү, ролдәр буйынса анализ – барыһы ла Рим Риф улының хәстәрлекле етәкселеге аҫтында уҙҙы. Заманында республика конкурстарында гран-приҙар алып йөрөгән билдәле “Уңғар” драма түңәрәге ағзалары инек беҙ! Шул матур, саф, күңелле ваҡыттар өсөн остазыма мең рәхмәтлемен! Әлеге көндә сәхнәлә матур итеп һөйләү, үҙемде тота белеүемде тап ошо түңәрәк һәм уҡытыусымдың баһалап бөткөһөҙ дәрестәре менән бәйләйем. Ул уҡытҡан һәр уҡыусыһы ла был һүҙҙәр менән килешер.
“Бөгөнгө эшеңде иртәгәгә ҡалдырма!” – тигән тормош девизы менән йәшәй Рим Риф улы. Һәм был һүҙҙәргә бер ҡасан да уның хыянат иткәне юҡ. Уҡытыусымды һәйбәт белгән кешеләр уны: “Үтә яуаплы, тик тормаҫ”, - тип баһалайҙар. Үҙенең тырыш, уңған, оҫта ҡуллы булыуын гөрләп торған бөхтә донъяһы, мул хужалығы дәлилләп тора. Ул бит мәктәптә уҡытып, иҫәпһеҙ-һанһыҙ отчеттар, документациялар ғына тултырып ҡалмай, төрлө кисәләргә сценарийҙар, фәнни һәм публицистик мәҡәләләр яҙа, ауыл клубы тормошонда ла ҡатнаша, шул уҡ ваҡытта ихата тултырып мал ҡарай, тормош иптәше Әлфиә ханыма ла ярҙам итә. Шундай яуаплы һәм егәрле ул беҙҙең Рим абыйыбыҙ!
Үҙенең үткән тормошо тураһында бер ваҡытта ла үкенеү һүҙҙәрен яңғыратмай Рим Риф улы. “Һис тә зарланырлыҡ түгел яҙмышым. Физик хеҙмәт көсөн дә, ижад эшмәкәрлеге һәләтен дә йәлләмәгән Хоҙайым. Әлегә тиклем тормош артыҡ иркәләмәне лә, бөтөнләй ҡырға ла типмәне. Юғары уңыштарға үрләүҙәр ҙә булды, ышыҡтараҡ ҡалыуҙар ҙа кисерелде. Маҡталыуҙар тәтене, тәнҡиттәре лә урап үтмәне. Әммә үҙемдең ҡуйған маҡсаттарым һәр саҡ алға әйҙәне һәм әйҙәй. Тормоштан алған тәжрибә ауырлыҡтар алдында баҙап ҡалмаҫҡа өйрәтте”, - тип яҙмышына рәхмәтле булыуын белдерә остазым.
Үҙ ғүмеремдә төрлө кешеләр менән аралашырға, бергә эшләргә, бәйләнеш тоторға тура килде, әммә Рим Риф улы кеүек үҙ һөнәрен тулыһынса йөрәге менән яратҡан, бар күңелен биреп эшләгәндәр бик аҙ. “Үҙ эшеңде яратып, күңел биреп башҡараһың икән, уның ауырлығы һиҙелмәй”, - тип әйтергә ярата уҡытыусым. Уның продуктив эшмәкәрлеге хаҡында төрлө наградалары, Маҡтаулы исемдәре, Маҡтау ҡағыҙҙары, уҡыусыларының уңыштары һөйләп тора. БР-һы һәм РФ-ның журналистар һәм БР-ҙың яҙыусылар союзы ағзаһы булып тороуы ғына Рим Риф улының төрлө яҡтан да талантлы булыуын тағы ла бер тапҡыр иҫбатлай. Бишауыл-Уңғар мәктәбе, шулай уҡ ауылдаштары, һис шикһеҙ, уҡытыусыһынан уңды. Нисә быуын балаларын үҙ ҡанаты аҫтында ҙур тормошҡа аяҡ баҫтырҙы остазым! Уның биргән белемдәрен бөгөнгәсә һәр береһе ҡуллана, уға рәхмәттәрен белдерә. Хөрмәтле уҡытыусыма киләсәктә ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, эштәрендә яңынан-яңы үрҙәр яулауын теләйем.
Фаягөл Сабирова,
Бишауыл –Уңғар ауылы
Автор:
Читайте нас: