Даирә
+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Ни өсөн иртә ятырға һәм торорға кәрәк?

Был сылбырҙы бөгөндән өҙөгөҙ.

Ни өсөн иртә ятырға һәм торорға кәрәк?
Ни өсөн иртә ятырға һәм торорға кәрәк?

Йоҡларға иртә ятыу һәм ҡояш ҡалҡамаҫ борон йоҡонан тороу.

Көнөбөҙҙөң һөҙөмтәле үтеүенә, эштәрбеҙҙең уңышлы булыуына нисек, күпме йоҡлауыбыҙ ҙур йоғонто яһай. Иртәнге намаҙҙан, доғаларҙан башланған көн, һис шикһеҙ, яҡшы кәйефтә үтер, уңышлы булыр. Шулай ҙа таң һарыһынан тороу, организм тулыһынса ял итеп, көс йыйһын өсөн ваҡытында йоҡларға ятыу мөһим.

«Донъя баҫып китте» тиҙәр беҙҙең халыҡта. Һуң ятабыҙ, һуң торабыҙ. Шул сәбәпле уйланған эштәр эшләнмәй ҡалып ҙур бер өйөмдө хәтерләтеп йыйылып китә. Тағы ла һуң ятабыҙ... һәм был көн дә шулай ҡабатлана.
✅ Был сылбырҙы бөгөндән өҙөгөҙ. Иртә ятығыҙ һәм иртә тороғоҙ. Шул ваҡытта тормошоғоҙ ҙа яңы сағыу төҫтәр менән йылмайыр.

 

Үткәрмә Йәсин

Автор:
Читайте нас: