Даирә
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Оло наградаға эйә булдылар

Өфөлә уҙған Ғаилә йылын асыу тантанаһында Мөкәй ауылында йәшәүсе Рәзилә һәм Зәкир Хәмитовтар “Ата-әсә даны” федераль дәүләт ордены миҙалы менән бүләкләнде.

Оло наградаға эйә булдылар
Оло наградаға эйә булдылар

Оло наградаға эйә булдылар

Өфөлә уҙған Ғаилә йылын асыу тантанаһында Мөкәй ауылында йәшәүсе Рәзилә һәм Зәкир Хәмитовтар “Ата-әсә даны” федераль дәүләт ордены миҙалы менән бүләкләнде.

Хәмитовтар ғаиләһе биш балаға ғүмер биргән, 2012 йыл­да үҙҙәренең ишле ғаиләһенә туғыҙ йәшлек Ольганы тәр­биәгә ала.

Бөгөнгө көндә уларҙың иң оло балалары тормошта үҙ урындарын табып, матур итеп донъя көтәләр. Рәзил Башҡорт дәүләт аграр универ­ситетында инженер-механик­ка уҡып, әле үҙенең яратҡан һөнәре буйынса Өфөлә эшләп йөрөй. Миләүшә исемле Бөрйән ҡыҙы менән ғаилә ҡорған. Башҡорт дәүләт уни­верситетының филология фа­культетын тамамлаған Зөһрә тормош иптәше Ғәзим менән Мәскәүҙә йәшәй, мәктәптә рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡы­та. Рушан Өфө фән һәм тех­нологиялар университетының 4-се курсында ағаһы кеүек инженер-механик һөнәрен үҙләштерһә, Сулпан менән Рәзиф Мөкәй мәктәбенең 4-се класында уҡыйҙар. Күп про­филле колледж тамамлаған Ольгаға сәләмәтлеге буйынса өйҙә генә булырға тура килә.

Байтаҡ йылдар колхозда эшләгән Рәзилә Ғәлинур ҡыҙы әлеге көндә йорт хужабикәһе. Шулай уҡ ҡасандыр колхозда водитель булып хеҙмәт иткән Зәкир Миңнулла улы 2012 йылда үҙенең фермер хужа­лығын булдырған һәм умарта­сылыҡ менән шөғөлләнә, күп итеп эре мал һәм ҡош-ҡорт аҫрай, бесән әҙерләй.

- Ауылда эш ҡалмағас, үҙебеҙҙең пай ерҙәренә тағы өҫтәп ер алдыҡ та, эш башлап ебәрҙек. Әле 30 гектарҙан артыҡ еребеҙ бар. Электр көтөүсеһе ҡуйып, малдары­быҙҙы ла шунда ебәрәбеҙ. Сө­гөлдөр менән иген дә үҫтерә инек, әлегә уларына тотонмай торабыҙ. Барлыҡ эштә бала­ларыбыҙ һәм ҡатыным ҙур ярҙамсыларым булып тора. Әллә ни байып китерлек бул­маһа ла, ғаиләне ҡарарлыҡ ки­лем алабыҙ, - ти йорт хужаһы был турала.

Хәмитовтарҙың татыу ғаиләһенең барлыҡҡа килеү тарихы менән дә ҡыҙыҡһын­дыҡ.

- Икебеҙ ҙә Мөкәй ауылынан. Мин 11-се класты тамамлаған йылды клубта та­нышҡайныҡ. Үҙемдән һигеҙ йәшкә өлкән егет ул саҡта кол­хозда водитель булып эшләп йөрөй ине. Бер йыл дуҫлашып йөрөнөк тә, өйләнештек, - тип хәтерләй йәш саҡтарын Рә­зилә Хәмитова.

- Аллаға шөкөр шунан бир­ле гөрләшеп йәшәп ятабыҙ. Ауылдан сығып китергә уйы­быҙ ҙа булманы. Ауыл тормо­шо оҡшай, - тип йөпләп ҡуя уның һүҙҙәрен тормош иптә­ше.

- Эйе, ҡалала һауа бөтөнләй икенсе. Әҙ генә ваҡытҡа ба­рып ҡайтһаң да, хәл бөтә, тын ҡыҫыла, - тип өҫтәй хужабикә.

2019 йылды Рәзилә Хәми­това “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнгән. Шулай уҡ “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” финалисы дипломына һәм Башҡортостан Республикаһы­ның Бала хоҡуҡтары буйынса вәкиле Ольга Панчихинанан Рәхмәт хатына эйә булған әсә­гә: “Күп балалы ата-әсә бу­лырға нисек йөрьәт иттегеҙ?” – тигән һорауҙы бирмәйенсә булдыра алманыҡ.

- Үҙем биш балалы ғаиләлә үҫтем. Шуға гел генә: “Ғаилә ҡорғас, беҙҙең дә биш балабыҙ булһа ине”, - тип хыяллана торғайным. Күп балалы булы­уҙың бер ҡыйынлығын күр­мәйем, бары тик ыңғай тәьҫо­раттар ғына кисерәм. Күптән түгел кесе балалар менән да­уаханала ятырға тура килде. Шунда уртансы улым: “Әсәй, һинһеҙ һәм ике туғанымһыҙ өйҙә бигерәк күңелһеҙ һәм ҡыйын икән дә”, - ти. Балала­рыбыҙ кескәй саҡтан бер-бе­реһенә терәк була беләләр, һәр яҡтан ярҙамға килергә әҙерҙәр. Шөкөр, “апай, ағай, туғаным” тип кенә торалар. Бөтә бай­рамдарҙы ғаилә менән бергә үткәрәбеҙ. Бәләкәй генә та­бын һәм бүләктәр әҙерләп, һәр беребеҙҙең тыуған көн­дәрен үткәрергә тырышабыҙ. Оло балалар: “Беҙ үҫтек бит инде, үткәрмәһәгеҙ ҙә була”, - тиһәләр ҙә, барыбер үткәрә­беҙ. Шулай уҡ килен менән кейәүҙе лә онотмайбыҙ. Бе­реһенең дә күңелдәре китек булмаһын. Балаларға иғтибар биреү мөһим, - тип яуаплай әсә.

- Эйе, күмәк ғаиләлә күңелле бит ул. Үҙем дә алты балалы ғаиләлә тәрбиәләндем. Күмәкләшеп, гөрләшеп, бер­гәләшеп сәй эсеүҙәр, сәғәттәр буйына матур итеп һөйләшеп ултырыуҙар – үҙе ҙур бәхет. Ғаиләбеҙ менән ауылда үткән сараларҙа ҡатнашып торабыҙ. Бәләкәйҙәр һүрәт төшөрөргә, ҡул эштәре менән булышырға, концерттарҙа сығыш яһарға ярата, - тип өҫтәне атай кеше.

Ишле ғаиләнең ниндәй­ерәк тәрбиә ысулдары ҡулла­ныуы менән дә ҡыҙыҡһын­дыҡ.

- Ағайҙы – ағай, апайҙы – апай, туғанығыҙҙы – туған итегеҙ, бер ҡасан да бер-бе­регеҙгә ауыр һүҙҙәр әйтмәгеҙ, талашмағыҙ тип өйрәтеп тора­быҙ. Тәмәке тартыу, эсеү һәм башҡа алама ғәҙәттәр темаһы­на ла һөйләшергә онотмайбыҙ. Был йәһәттән үҙебеҙ уларға өлгө булып торабыҙ, - ти Хә­митовтар бер тауыштан.

Федераль кимәлдәге шундай оло наградаға эйә булған Хәмитовтар ғаиләһенә киләсәктә лә шулай иҫәнлек­тә-именлектә, татыулыҡта гөрләшеп кенә йәшәргә яҙһын!

Розалия НАЗАРОВА.

Оло наградаға эйә булдылар
Оло наградаға эйә булдылар
Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: