Даирә
+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Көслө рухлы

Беҙҙең арала төрлө физик етешһеҙлектәре һәм тайпылыштары булған кешеләр, шулай уҡ инвалид статусы алған кешеләр йәшәй. Уларҙың күбеһе үҙҙәренең яҙмыштарына күнгән. Әммә араларында бирешмәйенсә, яңынан-яңы үрҙәр яулаусылар, уңыштарға ирешеүсе билдәле кешеләр ҙә бар. Улар ысын ихтирамға лайыҡ, күптәргә өлгө булып, киләсәккә ышаныс уяталар. Ошондай кешеләрҙең береһе - Ҡабаҡ ауылында йәшәүсе 16 йәшлек Индира Ташбулатова.

Көслө рухлы
Көслө рухлы

Ул еңеү артынан еңеү яулап, тулы ҡанлы тормош алып бара. Индира әлеге ваҡытта 13-сө Өфө коррекция-интернатының 9-сы класында белем ала.
Быға тиклем уның тормошо йәшәү һәм сәләмәтлеген алға ебәреү өсөн көсөргәнешле көрәштән тора. Ә иң ҡәҙерле кешеһе – уға ғүмер, яҡты ҡояшты күреү бәхетен бүләк иткән әсәһе гел бергә була.
- Балаға йәш ярым булғас, табиптар уға ДЦП диагнозы ҡуйҙы. Был хаҡта ишетеү бик ауыр булды. Үҙемде юғалып ҡалғандай тойҙом. Тик зарланып, илап, ҡайғырып ултырыуҙан бер файҙа ла юҡ, шуға күрә һәр көн өсөн көсөргәнешле көрәш башланды. Беҙ реабилитация үҙәктәренә һәм шифаханаларға йөрөй башланыҡ. ДЦП ҡарар түгел икәнен белеп, ҡулдан килгәндең барыһын да эшләргә тырыштыҡ, көн дә физик күнегеүҙәр үткәрҙек. Әсәйем ҙур ярҙамсы булды. Мин эшләгән саҡта баланы ул да йөрөттө. Уның һаулығы буйынса проблемалар башланғас, эштән китергә һәм үҙемде тулыһынса ҡыҙыма бағышларға тура килде. Ул реабилитация ярҙамында тәүҙә махсус ҡулланма – ходунка ярҙамында ғына йөрөнө. 1-се класҡа Ҡабаҡ мәктәбенә уҡырға барҙы. Тәнәфестәр башланғанын коридорҙа көтәм дә, уға уҡыу бүлмәләренең береһенән икенсеһенә йөрөргә ярҙам итәм. Һәр саҡ тик яҡшы билдәләргә генә өлгәште, иң яратҡан дәрестәре рус теле, биология, география булды. Индира шул тиклем уҡырға ярата, реабилитацияларға киткән саҡтарында мәктәп программаһынан артта ҡалам тип борсола ине. Класташтары менән дә мөнәсәбәте яҡшы, улар һәр саҡ ярҙам итергә генә тора.
“Сакура” медицина үҙәгендә дауаланғандан һуң Индира Ташбулатова бер ҡулы менән таяҡҡа таянып, йөрөй башлай! Был шул тиклем алға китеш була. Ҡыҙ 6-сы кластан бер таяҡҡа таянып баҫа башлай. Индира мөмкинлеге сикләнһә лә, бик тырыш һәм талантлы. Уҡырға отҡор, хәтере шәп ҡыҙ һүрәт төшөрөргә лә ярата. Уның ижади эштәрен уҡытыусыһы төрлө конкурстарға ебәрә. Шулай район ғына түгел, республика күләмендә лә Маҡтау ҡағыҙҙары һәм Дипломдар менән бүләкләнә. Ул үҙе кеүек мөмкинлектәре сикләнгән балаларға ярҙам итеү өсөн логопед булырға хыяллана, - тип һөйләне әсәһе Зөлфиә Марат ҡыҙы.
Әлеге көндә Өфө ҡалаһында уҡыуын дауам иткән саҡта ул коляскылар бейеүе менән мауығып китә. Был яңы шөғөлгә лә тырыш ҡыҙ бар күңелен һала һәм еңеү артынан еңеү яулауға өлгәшә. Мәҫәлән, Индира парлы бейеүҙә 1-се урын яулаһа, коляска буйынса бейеүҙә чемпион була.
“Лучик света” тип исемләнгән коляскалыларҙың бейеүе буйынса БР фестивалендә “Соло” номинацияһында 2-се урын яулай. Өфө ҡалаһында “Танцующий Башкортостан” БР Кубогында ла 1-се урынға лайыҡ була.
Шиғыр һөйләү оҫталығы менән дә һоҡландыра ул. Иң талантлы балалар йыйылған “Ломая барьеры” VII Халыҡ-ара балалар ижады фестиваль социаль проектында Индира Мостай Кәримдең шиғырын башҡорт телендә һөйләү менән Гала-концертта уңыш ҡаҙана. Шулай уҡ сәләмәтлектәре буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәрҙең 10-сы асыҡ ижади конкурсында “У каждого есть крылья за спиной” шиғырын һөйләп, 2-се дәрәжәләге Дипломға эйә була. Ошо уҡ шиғыры менән Шайморатов ауылында һәм Ҡырмыҫҡалыла сығыш яһай.
Тырыш ҡыҙ Өфөлә уҙған LITTLE MISS WOULD RUSSIA РБ-2023 республика инклюзив матурлыҡ конкурсында ҡатнашып, Индира “Мисс Улыбка” и “Мисс Звезда Танца” номинацияһын ала. Артабан Индира Мәскәүҙә үткәрелгән “LITTLE MISS WOULD RUSSIA 2023” конкурсында ҡатнашып, Гран-при яулай!
Районыбыҙҙа ла мөмкинлектәре сикләнгәндәр көнөндә йыл һайын ҡатнаша, уҙған йылдың аҙағында бейеүе менән сығыш яһап бар кешеләрҙе һоҡландырҙы.
Мөмкинлектәре сикләнгән баланың әсәһе булыу еңел булмаһа ла, Зөлфиә Марат ҡыҙы баланы һөйөү менән солғап, уның һәләттәрен асырға һәм белем алырға ярҙам итә.
Киләсәктә Индираға ныҡлы һаулыҡ һәм яңы уңыштар яулауын теләйбеҙ.
Фәниә Сәлимгәрәева.

Автор:
Читайте нас: