Даирә
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Кәбисә йылында өйләнешергә яраймы?

Был һорауға ағинәй Мәрйәм Бураҡаева яуап бирә.     

Кәбисә йылында өйләнешергә яраймы?
Кәбисә йылында өйләнешергә яраймы?

Үткән йылда бер танышым: "Быйыл кейәүгә сығып, туй үткәреп ҡалырға кәрәк, егетем киләһе йыл ти, ә мин киләһе йылда теләмәйем", - тине. "Ни эшләп?" - тигән һорауыма "Кәбисә йылы килә бит, ә ул йылда өйләнешергә ярамай, тиҙәр", - тип яуапланы. 

Был һорауға билдәле йәмәғәтсе Мәрйәм апай Бураҡаева үҙенең сәхифәһендә бына нисек яуап бирҙе.

"Кәбисә йылында өйләнешергә ярамай, тиҙәр. Нисек уйлайһығыҙ? Бөгөн генә әллә нисә һорау булды.

Дүрт йылдың бер йылында өйләнешмәй торорға, тип кем уйлап сығарған? Конституцияла юҡ. Тәбиғәт ҡанундарына нигеҙләнгән бер генә тәғлимәттә лә юҡ. Киреһенсә, бер көнгә булһа ла оҙайлыраҡ йылда никахтар ишлерәк теркәлһен! Бәхетле булығыҙ, йәштәр!" - тип яҙҙы ул.

Шулай уҡ "Кәбисә йылында дүрт тарафтан: Ерҙән, Күктән, Уттан, Һыуҙан ҠОТОБОҘ ҡайтһын, туғандар!" тигән изге теләген дә өҫтәне Мәрйәм апай. 

Фото: м.давлянова

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Автор:
Читайте нас: