Даирә
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Һине лә бәхетле итер

Кәмселектәре лә илаһи итә. 

Һине лә бәхетле итер
Һине лә бәхетле итер

Был донъяла яратыу һәм һаҡсыл булыу мөһим… Ғаиләңде яратыу, өй, күңел, йән, яҡын, ҡәҙерле ке­шеләреңдең тыныслығын, йыл миҙгелдәрен, эшеңде яратыу, улар менән килешеп йәшәү… Һәр нәмәлә әй­теп бөтөргөһөҙ илаһи матурлыҡ бар. Ямғырмы, ҡар­мы, ҡояш, елме – теләһә ниндәй һауа торошон яратыу мөһим. Беҙҙе уратып алған мөхит үҙ хозурлығы һәм кәмселектәре менән матур! Сөнки донъяны камиллыҡ ҡына түгел, ә уның кәмселектәре лә илаһи итә. Тормо­што, кешеләрҙе, йәшәгән ғүмеребеҙҙең һәр минутын яратырға, ҡәҙерләргә кәрәк, сөнки был ҡыҫҡа ғына бер мәл бик тиҙ үтеүсән.

Үҙеңде, һине яратҡандарҙы яратырға һәм һаҡларға кәрәк. Шул ваҡытта ғына донъя һиңә ҡояшлы яғы менән боролор… Һин яратҡанды яратыр, ҡәҙерләр, һаҡлар… Уларҙың бәхете һине лә бәхетле итер.

Миләүшә ҒӘЙФУЛЛИНА

Интернет селтәренән 

Автор фотоһы

Автор:
Читайте нас: