Даирә
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

95 йәшкә етеү – үҙе бәхет

Командировкаларға сыҡҡанда, ауылдың өлкән йәштәге кешеләре менән танышып, әңгәмәләшеү ғәҙәткә ингән. Был юлы ла юлым Бүләкәй ауылына төшкәс, 95 йәшен тултырған Ҡәмәриә Мөхәмәтйәнованы күреп китеүҙе урынлы һананым.

95 йәшкә етеү – үҙе бәхет
95 йәшкә етеү – үҙе бәхет
Ҡәмәриә Лотфрахман ҡыҙы 1928 йылдың 15 октябрендә Бүләкәй ауылында алты балалы ябай крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Һуғыш башланғанға тиклем балаларға атай-әсәй наҙын күреп үҫеү бәхете тейә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 1941 йылдың 22 июнендә илебеҙгә дошмандар һөжүм итеү менән 13 йәшлек Ҡәмәриә һәм барлыҡ илебеҙ халҡы өсөн бик ауыр көндәр башлана. Бөтә ауырлыҡ, аслыҡ-яланғаслыҡ тылда ҡалған ҡатын-ҡыҙ һәм балалар иңенә төшә. Ҡәмәриәнең дә колхозда ветеринар булып эшләп йөрөгән атаһы һуғышҡа алына. Был ҡәһәрле көндәрҙе бөгөнгөләй иҫләй мәҡәләм геройы.
- Тиҫтерҙәрем менән бергә бөтә ауыр эштәрҙе башҡарҙыҡ. Бесән дә саптыҡ, утынға ла йөрөнөк, баҫыуҙарҙы ла утаныҡ, картуфын да сәстек, игенен дә йыйҙыҡ. Эшләп асығабыҙ, ҡайтһаҡ ашарға юҡ. Совхоз ерендә ҡалған бәрәңгене йыйып алып ҡайтабыҙ. Әңкәй уларҙы йыуып киптерә, икмәк урынына крахмал ашай торғайныҡ.
Аяҡта - сабата, өҫкә йүнле кейем юҡ, боҙло һыуҙы кисеп Боҙаяҙ ауылына йөрөп уҡырға тура килде. Ирҙәрҙең гимнастеркаһын да кейә инек, бер кем дә көлмәне, - ти уҙаман.
Атайҙары Лотфрахман Мостаевтың һуғыштан хәбәрһеҙ юғалған тигән хәбәре килгәндә, әсәйҙәре 35 йәштә генә була. Береһенән-береһе бәләкәй алты бала менән тол ҡалған йәш ҡатындың иңенә төшкән ауырлыҡтарҙы шул осор кешеләре генә аңлайҙыр. Сабыйҙарын ас итмәҫ өсөн ул ҡулынан килгәндең барыһын да эшләй.
Ҡәмәриә Лотфрахман ҡыҙының уҡырға теләге көслө булыуын күреп, әсәһе уны баш ҡалаға уҡырға китергә өгөтләй. Балам, бында ҡалһаң, эшләп имгәнеп бөтөрһөң, уҡырға кит, ти ул үрһәләнеп.
- Колхоздан ебәрергә теләмәһәләр ҙә, әңкәйем мине Боҙаяҙ ауылынан асыҡ машинаға ултыртып, Өфөгә оҙатты. Унда барып, Өфө финанс техникумына уҡырға индем. Фатирҙа торҙом, күп михнәттәр күреп, уҡыуымды уңышлы тамамланым.
“Башнефть” йәмғиәте мине юллама менән Октрябрьский ҡалаһына эшкә ебәрҙе. Матур ғына аҡса алып эшләй башланым. Баш бухгалтер бик ныҡ ярҙам итте. 35 һумлыҡ хеҙмәт хаҡымдың, ай һайын 10 һумын әсәйеңә ебәреп тор, тип миңә кәңәш итте. Ул саҡта кешеләр ярҙамсыл ине, юлымда осраған һәр изге күңелле кешегә рәхмәтем сикһеҙ, - тип хәтер йомғағын һүтә әңгәмәләшеүсем.
Ҡыҙҙың тырышлығын, ныҡышмалылығын күргән етәкселәр уны баш бухгалтер-финансист итеп үрләтәләр. Тормош юлында Нур Мөхәмәтғәлинды осратып, бергә тормош ҡоралар, дүрт улға ғүмер бирәләр. 30 йыл бергә ҡәйнәһе менән бер ғаилә булып йәшәйҙәр. Тормош иптәше буровойҙа 40 йыл нефтяник булып эшләһә,
Ҡәмәриә Лотфрахман ҡыҙының да бухгалтерлыҡ эшендә дөйөм хеҙмәт стажы ҡырҡ йылдан ашыу. Ул үҙ эшен бик яратып, намыҫ менән башҡара. Һуңғы йылдарын Дим биҫтәһендәге нефть ойошмаһында бухгалтер булып эшләп хаҡлы ялға сыға. Икеһе лә “Атҡаҙанған нефть тармағы хеҙмәткәрҙәре” була.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Флүр Нур улы 68 йәшендә инсульттан вафат булып ҡала.
- Беҙ нефть тармағында тоташ династия менән эшләнек. Улдарым, ейәндәрем дә нефть өлкәһендә хеҙмәт итте. Бер ваҡыт хатта 11 кеше булып киттек. Шулай бер байрамда барыбыҙҙы ла сәхнәгә сығарып ҡотланылар, - тип ғорурланып һөйләй хеҙмәт уҙаманы.
Ләкин тормош ҡыуаныслы мәлдәрҙән генә тормай шул. Ҡәмәриә инәйгә лә 48 һәм 57 йәшлек улдарының вафатын кисерергә тура килә. Был ҡайғыларҙы күтәрергә уға балалары, ейән-ейәнсәрҙәре ярҙам итә.
Ҡәмәриә Лотфрахман ҡыҙы йыл һайын иртә яҙҙан Октябрьский ҡалаһынан әсәһенең тыуған ауылындағы йортона ҡайтып, йәшелсә-емештәр сәсә һәм уларҙы йәй буйына тәрбиәләп ҡарап үҫтерә. Өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан, мин барғанда ла, ул баҡсаһында ҡабаҡтар йыйып йөрөй ине.
- Мин тик торорға күнеккән быуын кешеһе түгел. Шул тиклем ауырлыҡтарҙы күреп, ошо йәшкә етеп тә, теремек булып ҡалыуым күп хәрәкәт итеүҙән дә киләлер, моғайын. Үҙем үҫтергән йәшелсәләрҙе яҡындарым, күршеләрем менән һөйөнөп уртаҡлашам, - ти Ҡәмәриә Лотфрахман ҡыҙы.
Мул уңышлы алтын көҙ көндәрендә үҙенең матур юбилейын ҡаршылаған Ҡәмәриә Мөхәмәтйәноваға алдағы көндәрендә ныҡлы һаулыҡта, яҡындарының ҡәҙер-хөрмәтендә шатланып йәшәргә яҙһын.
Гөлсәсәк Аласова.
Автор фотоһы.
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: