Даирә
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Йөҙ йәш тип әйтерлек тә түгел!

Аҡтүбә ауылында тыуып үҫкән хеҙмәт уҙаманы, тыл хеҙмәтсәне Кәмәләт Ильясова 100 йәшлек юбилейын билдәләне.

Йөҙ йәш тип әйтерлек тә түгел!
Йөҙ йәш тип әйтерлек тә түгел!

Йәшлектәре Бөйөк Ватан һуғышы осорона тура килгәндәрҙең тормош юлы еңелдән түгел икәнен ба­рыбыҙ ҙа беләбеҙ. Кәмәләт Дилмөхәмәт ҡыҙына ла һуғыш осороноң ауырлыҡтарын үҙ иңендә татырға, йәшләй генә колхоз эшенә егелергә тура килә.

1941 йылда ул Аҡкүл ауылына килен булып төшә. Тормош иптәше Ислахетдин Ильясовты 1942 йылда һуғышҡа алалар. Был ваҡытта уларҙың тәүге улдарына ун көн генә була. Һуғыштан һуң тағы ла биш йыл диң­геҙ хеҙмәтен үтәп ҡайтҡас, Ислахетдин Исламетдин улы ең һыҙғанып колхоз эшенә тотона – ветеринар, ауыл советы рәйесе вазифаларын башҡара.

Кәмәләт Дилмөхәмәт ҡыҙы хаҡлы ялға сыҡҡансы ал-ял белмәй колхоздың бихисап мәшәҡәттәре ур­таһында ҡайнай, фермала һәм сөгөлдөр баҫыуында бил бөгә. Ильясовтар ғаиләһендә бер-бер артлы туғыҙ бала донъяға ауаз һала һәм уларҙың барыһы ла лай­ыҡлы тәрбиә һәм белем алыуға өлгәшә.

Ҡыҙғанысҡа, Кәмәләт инәйҙең тормош иптәше 52 йәшендә генә баҡыйлыҡҡа күсә. Артабан донъяның барлыҡ йөгөн уның яңғыҙына күтәрергә тура килә.

- Көнө-төнө тиерлек колхоз эшендә булдыҡ. Әле көлтә бәйләйбеҙ, әле көлтә ташыйбыҙ, әле бесән са­бабыҙ. Колхоз эшенең иге лә, сиге лә юҡ. Тәүге улы­быҙға дүрт ай ғына саҡта урман ҡырҡырға ебәрҙеләр. Урман ҡырҡыу эше бөткәс, оҫтаханала сана табанда­ры бөктөк һәм башҡа әйберҙәр эшләнек. 1956 йыл­да һатыусы итеп ҡуйҙылар. Хаҡлы ялға сыҡҡансы 18 йыл магазинда эшләнем. Һәйбәт эшләнем, бер ҡасан да бурыслы булып ҡалманым. Шулай бер эштән дә ҡурҡып торманым, балалар күп булғас, уларҙы аша­тып-кейендерергә лә кәрәк ине. Маҡтап торҙолар, мин эшләп торҙом. Ҡырҡ йыл ҡәйнәм менән бергә татыу ғүмер иттек.

Балалар тәрбиәләүҙә уның ярҙамы ҙур булды. Аллаға шөкөр, балаларыбыҙ тәртипле, эшһөйәр булып үҫте, барлыҡ эштәрҙә лә миңә оло ярҙам күрһәттеләр. Әле лә, шөкөр, балаларымдың игелеген күреп, ожмахтағы кеүек йәшәйем. Хөкүмәтебеҙ ҙә онотмай, ваҡытында пенси­яһын биреп тора, - ти 19 ейән-ейәнсәр, 33 бүлә-бүләсәр ҡыуаныстарын татыусы бәхетле өләсәй.

Кәмәләт инәй бына туғыҙ йыл инде Мәләүездәге Фи­дәийә ҡыҙында йәшәй, ә йәй көндәрендә тыуған яҡта­рын һағынып ҡайта һәм һәр бер балаһының көтөп алған оло ҡунағына әүерелә.

Ҡул эшенә лә бик оҫта Кәмәләт Ильясова. Ниндәй генә эшкә тотонһа ла, барыһы ла ҡулынан килә! Уның үҙ ҡулдары менән бәйләгән мамыҡ шәлдәр, ойоҡ-бей­әләйҙәр, ултырғыс япмалары, төрлө сәскәләрҙе һанап та бөтөрлөк түгел! Йөҙ йәшен тултырһа ла, әле һаман яҡындарын күңел йылыһын һалған ойоҡбаштары менән ҡыуандыра.

- Беҙгә, биш ҡыҙ һәм дүрт малайға, лайыҡлы тәрбиә һәм белем биргәндәре, үҙебеҙгә оҡшаған һөнәр алырға ярҙам иткәндәре өсөн атай-әсәйебеҙгә оло рәхмәтлебеҙ. Шөкөр, әлеге көндә бөтәбеҙ ҙә матур ғаилә ҡороп, бала­ларыбыҙ һәм ейән-ейәнсәрҙәребеҙ менән бәхетле ғүмер кисерәбеҙ. Беҙҙең барыбыҙға ла атай-әсәйҙән музыкаль һәләт күскән. Атайыбыҙ Саратов гармунында оҫта уй­наһа, әсәйебеҙ моңло итеп йырлай. Йәш саҡтарында улар икәүләшеп сәхнәләрҙә Ғәлиәбаныу менән Хәлил ролдәрен башҡарған. Әсәйебеҙ үҙенең уңғанлығы, бөх­тәлеге, эшһөйәрлеге менән өлгө булып тора. Ауыл халҡы Ҡөрьән уҡырға һәр саҡ уны саҡырҙы. Бер ҡасан да тор­мошона зарланмай, әлеге көндә лә доғаларын уҡып, изге теләктәрен теләп ултыра, - ти Арыҫлан ауылында йәшәүсе ҡыҙы Рәсилә Ибраһимова.

- Тормошта ауырлыҡтарҙы күп күрһәм дә, йөҙ йәшкә етергә яҙған миңә. Шулай һәр саҡ хәрәкәттә булғанға, хеҙмәт яратҡанға Хоҙай миңә оҙон ғүмер бүләк иткәндер, тип уйлайым. Аллаһы Тәғәлә лә эшһөйәр кешене генә яраталыр, күрәһең. Һәр ваҡыт тырыш булырға, ялҡа­уланмаҫҡа, тәүфиҡлы булырға кәрәк. Һуғыш михнәт­тәрен беҙ күрҙек, киләсәк быуын күрмәһен ине. Донъ­яларыбыҙ имен булһын, - тигән изге теләктәре һәм оҙаҡ йәшәү серҙәре менән дә бүлеште Кәмәләт инәй.

Йәш саҡ нисек тә үтә ул, ҡартлыҡта бәхетле булыр кәрәк, тигән әйтем бар халыҡта. Кәмәләт Дилмөхәмәт ҡыҙы балаларының хөрмәтен, изгелеген күреп бәхетле ҡартлыҡ кисерә. Бер быуатлыҡ ғүмер кисергән инәйгә тағы ла күп йылдар именлектә-һаулыҡта йәшәргә яҙһын!

Розалия НАЗАРОВА.

 

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: