Даирә
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Рухлы, һәләтле һәм уңған ғаилә

Ошо көндәрҙә Ҡабаҡ ауылында йәшәүсе, күптән түгел генә 90 йәшлек олпат юбилейын билдәләүсе Морат Рәхимов менән танышырға насип булды.

Рухлы, һәләтле һәм уңған ғаилә
Рухлы, һәләтле һәм уңған ғаилә

Рухлы, һәләтле һәм уңған ғаилә

Ошо көндәрҙә Ҡабаҡ ауылында йәшәүсе, күптән түгел генә 90 йәшлек олпат юбилейын билдәләүсе Морат Рәхимов менән танышырға насип булды.

Морат Ғәзиз улы хаҡлы йылға сыҡҡансы колхозда умартасы, комплекс бригадаһы бригадиры, ферма мөдире, малсы булып эшләгән.

  • Архангелдә ике йыл умартасыға уҡыным. Партия ағзаһы булғас, ҡайҙа ҡушалар, шунда барырға тейешһең. Шуға күрә колхозда төрлө эштәр башҡарырға тура килде. 20 йыл умартасы булып эшләнем, ә колхозда хеҙмәт иткән стажым 46 йыл тәшкил итә, - ти әңгәмәсем.

Оло йәштә булыуға ҡарамаҫтан, Морат Ғәзиз улы көнө-төнө тиерлек башҡорт һәм рус телдәрендә төрлө гәзит-журналдар уҡый.

  • 1949 йылдан алып район гәзитен алдырам һәм бер ваҡытта ла туҡтағаным юҡ. Бер күҙем генә күрһә лә, әле һаман да һәр гәзитте башынан аҙағына тиклем ентекләп уҡып сығам. Ғүмер буйы колхозда эшләгәс, ауыл хужалығы тураһында уҡырға яратам. Бигерәк тә игенселек, умартасылыҡ менән ҡыҙыҡһынам, әммә хәҙер гәзиттәрҙә элекке кеүек даими рәүештә урып-һуғыу, сәсеү эштәренең күрһәткестәрен бирмәйҙәр.

Эй, элекке тормош менән хәҙергене сағыштырһаң, ер менән күк араһы инде ул. Эшләгән осорҙа ҡараңғыла “Летучая мышь” тип йөрөткән кәрәсин лампалары менән яҡтыртып малдарҙы ҡарарға тура килде беҙгә. Барлыҡ эш ҡул көсө менән башҡарылды. Ҡулыбыҙҙан һәнәк менән көрәк төшмәне. Хәҙер тормош ныҡ еңеләйҙе, ныҡ яҡшырҙы. Беҙҙең йәш саҡтарҙа, хатта, ашарға икмәк тә булманы. Айына бер бот, йәғни 16 кг он бирәләр ине. Шуны тарта-һуҙа еткерергә тырыштыҡ. 1956 йылға тиклем әпәйгә туйып йәшәмәнек. Шунан ғына әҙләп иген бирә башланылар, һуңыраҡ инде уны центнерлап ала башланыҡ. Тамаҡ туҡ, өҫ бөтөн булғанда эшләүе лә ауыр түгел.

Ҡартайтты инде. Аяҡтарға тышау һалған кеүек. Ҡолаҡтар ҙа йүнләп ишетмәй, күҙҙәр ҙә насар күрә. Хәҙер тырышҡан, эшләгән йәштәргә бик тә уңайлы. Күптәр эш юҡ тиҙәр, эш бар ул бөтәһенә лә, тырышырға ғына кәрәк. Хеҙмәт хаҡын ваҡытында биреп  торалар. Бөтәһе лә яҡшы, йәштәргә ошоларҙың ҡәҙерен белеп йәшәргә лә йәшәргә. Пенсияны өйгә килтереп бирәләр. Нимә теләйһең, шуларҙың бөтәһе лә бар өҫтәлдә. Донъя имен булһын да, илебеҙ тыныс булһын, етәкселәребеҙҙең иҫәнлектәрен бирһен, тип теләп тик ултырам, доғаларымды ҡылам, - тип ҡыҫҡаса ғына таныштырҙы Морат олатай үҙенең тормошо менән.

Оҙон ғүмерҙең сере нимәлә булыуы менән дә ҡыҙыҡһындым бер быуатҡа яҡын ғүмер кисергән әңгәмәсемдән.

  • Сабыр итергә кәрәк. Бер ваҡытта ла ҡыҙып барырға ярамай. Һәр саҡ эшләргә, хәрәкәтләнергә кәрәк. Бер эштән дә ҡурҡырға ярамай. Шулай уҡ кеше менән асыуланышырға кәрәкмәй, - тигән яуап булды.

 Тормош иптәше Фәниә Хәмиҙулла ҡыҙы менән биш балаға ғүмер һәм лайыҡлы тәрбиә биргән Рәхимовтар. Ул да ғүмере буйы колхозда тырышып эшләй, сөгөлдөр баҫыуында бил бөгә, фермала һауынсы була. Хаҡлы ялға сыҡҡансы һөт ташыусы хеҙмәтендә эшләй.

Рәхимовтарҙың балалары үҙҙәре теләгән һөнәрҙәре буйынса белем алып, барыһы ла ғаиләләре менән Ҡабаҡ ауылында төпләнгән. Фәүзиә Морат ҡыҙы ғүмере буйы балалар баҡсаһында тәрбиәсе вазифаһын башҡарһа, Нажиә Морат ҡыҙы 25 йыл кирбес заводында хеҙмәт итә. Ун ике йыл элек мәрхүм булып ҡалған улдары Әсхәт атаһы кеүек умартасы һөнәрен һайлаған. Ҡыҙҙары Гөлфиә лә балалар баҡсаһында эшләй. Техника яратыусы иң кесе улдары Әхмәт водитель һөнәрен үҙләштергән.

Ҡыҙғанысҡа, Морат олатайҙың тормош иптәше ете йыл элек баҡыйлыҡҡа күскән.

Әлеге көндә ул кесе улының ғаиләһе менән бергә донъя көтә.

  • Ғаилә ҡорғас та һигеҙ йыл ҡәйнә-ҡайны менән бергә йәшәнек тә шунан үҙебеҙгә йорт һалып, айырым сыҡтыҡ. Ҡәйнәм ныҡлап сирләй башлағас, беҙгә ғаиләбеҙ менән кире төп йортҡа күсеп килергә тура килде, - ти килендәре Альбина Вил ҡыҙы был турала.

Өфө ҡалаһында тыуып үҫкән Альбина Вил ҡыҙы М.Аҡмулла исемендәге педагогия университетын тамамлап, Ҡабаҡ ауылының “Ҡайынҡай” балалар баҡсаһында физик культура буйынса инструктор булып эшләй.

  • Эшемде шул тиклем яратам. Балалар менән бигерәк күңелле, - ти ул.

Альбина Рәхимованың яратҡан шөғөлдәре лә байтаҡ. Баҡса үҫтерергә, аш-һыу бешерергә ярата. Шулай уҡ йога менән шөғөлләнә, балаларға ла өйрәтә. 1994 йылда Әхмәт Рәхимов менән матур ғаилә ҡоралар.

Әхмәт Морат улының иһә ҡулынан килмәгән эше юҡ тиһәк тә артыҡ булмаҫ. Ниндәй эшкә тотонһа ла ул, еренә еткереп эшләп ҡуя. Мәктәптә уҡыған саҡта уҡ үҙе трактор йыя. Ағас эше оҫтаһы, мейес тә һала. Әлеге көндә ул Ҡабаҡ тимер-бетон заводында водитель булып эшләй. Әйткәндәй, улар тиҙҙән төп йорт янында үҙҙәре һалған ҙур, күркәм яңы йортҡа күсеп сығырға әҙерләнәләр.

  • Атайыбыҙ ныҡ ҡыҙыҡһыныусан. Уға бар нәмә ҡыҙыҡ. Заман техникаһының нисек эшләүе, балаларға белем биреү системаһы менән һәр саҡ ҡыҙыҡһынып тора. Донъяла барған хәлдәргә, тирә-яҡтағы кешеләргә бер ҡасан да битараф ҡала алмай. Әгәр кешенең ҡыҙыҡһыныусанлығы бар икән, тимәк ул артабан да оҙон-оҙаҡ ғүмер кисерәсәк, тип ҡыуанабыҙ һәм уға оҙон ғүмер теләйбеҙ, - тиҙәр Рәхимовтар.

Ғүмеренең байтаҡ йылдарын умартасылыҡҡа арнаған Морат олатай бөгөнгө көндә лә балаларына умарта эшендә ҡулынан килгәнсә ярҙам итергә тырыша.

 Альбина һәм Әхмәттең берҙән-бер улдары – йырсы, композитор-аранжировкалаусы, әллә күпме төрлө музыка ҡоралдарында оҫта уйнаусы, бик күп конкурстар лауреаты Ришат Рәхимовты белмәгән кеше юҡтыр, моғайын.

Ришат Ҡабаҡ мәктәбендә 4-се класты тамамлағас, үҙенең ҙур теләге менән Өфөләге Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге гимназия-интернатҡа уҡырға бара. Мәскәүҙәге хәрби институтта хәрби дирижерлыҡ буйынса юғары белем алғас, йүнәлтмә буйынса Ырымбур ҡалаһында хәрби дирижер булып эшләй. Әлеге көндә ул Республика халыҡ ижады үҙәгендә аранжировкалар буйынса белгес. Шулай уҡ үҙе йырҙар ижад итергә, концерттар менән сығыш яһарға ла өлгөрә.

“Ришатҡа талант кемдән бирелгән?” – тигән һорауыма:

  • Барыбыҙҙан да күскәндер. Олатаһы Морат Ғәзиз улы ла йырларға ярата. Минең атайым гармунсы ине. Әсәйем дә йырларға әүәҫ. Әле ул клубта балаларға бейеү түңәрәге алып бара. Үҙем дә йырлайым. Балалар баҡсаһы коллективының “Рух” хоры етәксеһемен. Ришат һөйләшә белмәгән сағынан уҡ йырлай башланы. Төрлө музыкаль инструменттарҙа уйнарға өйрәнде. 5-се класта уҡ музыка менән ныҡлап шөғөлләнергә ҡарар итте һәм үҙенең алдына ҡуйған маҡсатына иреште. Дирижер булам тигәненә лә ҡаршы килмәнек - ти Альбина Вил ҡыҙы.

Ҡабаҡҡа барған саҡта тығыҙ график менән эшләүсе Ришаттың үҙе менән осрашманыҡ. Шуға ла “Бәйләнештә” селтәрендәге уның битләүенә күҙ һалдым һәм унда:

  • Беләһегеҙме, мин элек бер ҡасан да башҡорт телендә һөйләшмәнем. Ғаиләбеҙҙә русса һәм татарса аралашалар. Тик нимәһе ҡыҙыҡ, олатайым Морат Рәхимов ҡына башҡортса һөйләшә. Мин үҫтем, уҡыным һәм үҙемдең ниндәй милләттән булыуыма, ниндәй телдә һөйләшеүемә бер ҡасан да иғтибар бирмәнем. Ваҡыт үтте, мин Мәскәүгә уҡырға килдем һәм шунда ғына үҙемдең башҡорт икәнемде аңланым. Шәжәрәмде өйрәнә башланым һәм Ырымбурға эшкә ебәрһәләр ҙә, барыбер тыуған яғыма ҡайтырға ҡарар иттем. Шул ваҡыттан алып тик башҡортса ғына һөйләшергә тырыштым, телде өйрәндем. Ҡайһы саҡта, бигерәк тә, башҡорт телендә интервью биргән саҡта яңылышып та китәм, хаталанам, әммә мин тырышам, өйрәнәм. Рәми Ғарипов “Иле юҡтың – теле юҡ” тигән. Һинең туған телең юҡ икән, тимәк тыуған илең дә юҡ. Мин уның менән килешәм, - тигән күңелгә үтеп инерлек һүҙҙәргә тап булдым.

Шулай ҙа, һайлау көнөндә Ҡырмыҫҡалының үҙәк майҙанында сығыш яһаған Ришат менән бер аҙ әңгәмәләшеп алыу форсаты тейҙе миңә.

  • Рөстәм Ғиззәтуллин беҙгә килгән саҡта: “Һеҙҙең ғаиләлә барыһы ла русса һәм татарса аралаша, тик олатайың менән һин генә башҡортса һөйләшәһегеҙ. Олатайығыҙ “приемный”мы әллә!”, - тип шаяртыу ҡатыш һорашып ҡуйҙы. Эйе, олатайым зиһенле, бик шәп, көслө кеше ул. Уның тәрбиәһен алғаныма ғорурланам. Бала саҡта ул хәтлем башҡортса һөйләшеп бармаһам да, олатайымдың башҡорт телендәге телмәрен күңелемә һеңдереп үҫкәнмен. Олатайымдың хәтере лә яҡшы. Элекке замандарҙа бергә эшләгән кешеләрҙең барыһының да исемдәренә тиклем хәтерләй, сөнки ул көн дә гәзит-журналдар, китаптар уҡый, - тине Ришат үҙенең олатаһы тураһында ҙур ғорурлыҡ менән.

Әлеге көндә Морат Рәхимов ун ейән-ейәнсәргә, туғыҙ бүлә-бүләсәргә олатай булып, балаларының игелегендә, бәхетле ҡартлыҡ кисерә. Уға һәм уның ҙур ғаиләһенә именлек-һаулыҡ теләйбеҙ.

Розалия НАЗАРОВА.

Автор фотолары.

Рухлы, һәләтле һәм уңған ғаилә
Рухлы, һәләтле һәм уңған ғаилә
Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: