Даирә
+24 °С
Ямғыр

Ҡыҙымдың исеме – Фәрештә...

Байегет, Айсолтан, Әмирслан, Әбделкәрим... Ә һеҙҙең балаларығыҙҙың исемдәре нисек? Быйыл үҙегеҙҙең, туғандарығыҙҙың ғаиләләрендә ниндәй исемле сабыйҙар тыуҙы? 

Ҡыҙымдың исеме – Фәрештә...Ҡыҙымдың исеме – Фәрештә...
Ҡыҙымдың исеме – Фәрештә...

Республиканың ЗАГС органдары реестры 2023 йылдың ете айы йомғаҡтары буйынса сабыйҙарға иң йыш һәм иң һирәк ҡушылған исемдәргә бәйле мәғлүмәт тәҡдим итте.

Малайҙарға ҡушылған иң һирәк исемдәр – Байегет, Габриэль, Айсолтан, Әмирслан, Әбделкәрим. Ҡыҙҙар араһында Фелиция, Фәрештә, Рейана, Марья-София исемдәре теркәлгән.

Быйыл тыуған ҡыҙҙар араһында София (408 осраҡ), Амелия (401), Әминә (389), Йәсминә (387), Эмилия (376); малайҙар араһында Әмир (504 бала), Тимур (389), Марк (375), Артем һәм Мирон (368-ешәр) исемдәре йыш ҡушылған.

Фото: topkits.ru

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
 
 
Автор:Миляуша Давлянова
Читайте нас