

Уның бөтә ғүмере тыуған ауылыменән бәйле: шунда тыуып үҫкән, белем алған, өйләнгән һәм тыуған еренәхеҙмәт иткән. Мәктәпте тамамлағандан һуң Байкал-Амур магистралендә ике йыл хеҙмәт итеп ҡайта. Яҡшыхеҙмәте өсөн миҙалға ла лайыҡ була.Армиянан ҡайтҡас, Вилданов исемендәге колхозда механизатор булып,баҫыуҙарҙа кукуруз үҫтерә. Биш йылрәттән алдынғы кукуруз үҫтереүсе исеменә лайыҡ була. Уны фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн III дәрәжә Хеҙмәт даны ордены, ВДНХ-ның көмөш миҙалы менәнбүләкләйҙәр. Сәләмәтлеге ҡаҡшағас,еңелерәк эштәргә күсергә тура киләӘйүп ағайға. Тынғыһыҙ ауыл эшсәнемоторист та, заправкалаусы ла булыпэшләй.Ҡайҙа ғына эшләһә лә, ӘйүпМирсаяф улы һәр саҡ әүҙем була.Хеҙмәт ветераны ауыл тормошоноңуртаһында ҡайнап йәшәй. Ауыл старостаһы булырға ла үҙе теләк белдерәтынғыһыҙ ағай.Староста – ауылдаштарының ышанысын, хөрмәтен яулаған, донъяға үҙуй-ҡарашы булған кеше, уның һүҙе халыҡ араһында ла, етәкселәр араһындала үтә. Әйүп Шаһиҙуллин тап шундайсифаттарға эйә. Ул - ауыл биләмәһехакимиәте башлығының уң ҡулы,сөнки ауылдаштарын берләштереп,бик күп саралар ойоштороп тора.
– Ауыл старостаһы булыуы әллә ни ауыр түгел. Беҙҙә халыҡбик татыу һәм берҙәм. Һәр эште уртаға һалып, кәңәшләшепэшләйбеҙ.Өмәләр булһынмы, урындағы башланғыстарҙы яҡлау кеүекпрограммаларҙа ҡатнашыу булһынмы, бер фекергә килеп,атҡарып сығабыҙ. Ауыл хакимиәте башлығы Азат Марат улыӘхмәтйәнов менән бөтә килеп тыуған мәсьәләләр ҡыҫҡа ваҡытэсендә хәл ителә.Ташҡын ағыҙып киткәнгә күрә, йыл һайын быуа быуҙыраторғайныҡ. Өсөнсө йыл ауыл хакимиәте һәм “Уңыш” йәмғиәтеменән һөйләшеп күлде тәрәнәйттек. Хәҙер ҡош-ҡорт аҫрарға лауңайлы, күл йәй көнө лә кипмәй. Ауыл зыяратында халыҡтанаҡса йыйып, кирбестән бәләкәй өй һалдыҡ. Быйыл иһә балалар майҙансығы төҙөү өсөн «Урындағы башланғыстарҙы яҡлау»программаһында ҡатнашабыҙ. Мин инициатив төркөмдөңрәйесе булһам, Рәйлә Ғәйнуллина, Йәмил Ғирфанов, ГөлдәрМоратова, Фирүзә Ғирфановалар - минең ярҙамсыларым. Халыҡтан 120 мең аҡса ҡушып йыйырға кәрәк ине. Ауылдаштар,ситтә йәшәүсе йәштәр ярҙамында был сумма йыйылды ла инде.Йәштәр ауылда ҡалмай, тип әйтәбеҙ. Улар ауылда ҡалһынөсөн уңайлыҡтар булдырырға кәрәк. Әлеге көндә ауылда мәктәп эшләй, мәсетебеҙ бар, ауыл клубына Олокүлдән ӘлфәритШирғазин етәкселек итә башланы. Ауылды йәнләндереү үҙебеҙҙең ҡулда, - ти хәстәрлекле хужа.
Бәләкәй Ватанын таҙа һәм төҙөк тотоуҙы староста үҙенеңтөп бурысы тип иҫәпләй. Иртә яҙҙан экологик өмәләр ойоштора. Уның һүҙҙәренсә, йәшәгән урындың таҙа булыуы – матуртормош нигеҙе.Әйүп Мирсаяф улы ҡатыны Флүзә Арыҫланғәли ҡыҙыменән өс бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Ҡыҙҙары Гөлгөнә Стәрлетамаҡта, улдары Айрат менән Рәфис Себерҙә вахта ысулыменән эшләп, ғаиләләре менән район үҙәгендә йәшәйҙәр.Ейән-ейәнсәрҙәре олатай-өләсәйҙәренең иң ҙур ғорурлығы,уларҙың һәр береһенең фотоһүрәте стенала урын алған.Үҫкән ерҙәрендә тамыр йәйгән кешеләр була, ӘйүпШаһиҙуллин да тап шундайҙарҙан. Уның кеүек кешеләр булғанда ауыл йәшәй һәм сәскә ата.
Гөлсәсәк АЛАСОВА.
Автор фотоһы.