Даирә
+21 °С
Болотло

Айҙар Ғәлимовҡа көтөлмәгән бүләк әҙерләгәндәр

 "Мин кешеләр сәскә менән сығыр тип көткәйнем, ә улар... "    

Айҙар Ғәлимовҡа көтөлмәгән бүләк әҙерләгәндәрАйҙар Ғәлимовҡа көтөлмәгән бүләк әҙерләгәндәр
Айҙар Ғәлимовҡа көтөлмәгән бүләк әҙерләгәндәр

Яңыраҡ сираттағы концерт барышында Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Айҙар Ғәлимовҡа тамашасылар көтөлмәгән бүләк тапшырған.

– Мин кешеләр сәскәләр менән сығыр тип көткәйнем... Улар минең атай-әсәйемдең портреты менән сыҡты. 17 июндә уларҙың бергә ҡулға-ҡул тотоношоп, тормош юлынан барыуына - 60 йыл. Көтмәгәндә шундай бүләк. Күңелгә һәйбәт. Кешеләр әллә белә, әллә осраҡлы инде... – тип ғәжәпләнеп уртаҡлашты ул социаль селтәрҙәге диуарында.

Айҙар Ғәлимовтың әсәһе Бибинур Ғәлим ҡыҙы – уҡытыусы, ә атаһы Миңлеғәни Бәхтиғәни улы водитель булып эшләгән. Артист ата-әсәһе тураһында тик йылы һүҙҙәр әйтә, ғорурланыуын белдерә.

Мәғлүмәт сығанағы: vk.com/aidar.galimov

Автор:Рәмилә Мусина
Автор:Миляуша Давлянова
Читайте нас