Даирә
+24 °С
Дождь

Бала саҡҡа алып ҡайтты

Эш буйынса район буйлап сәфәрҙә йөрөгән саҡта, Күлләр ауылында йәмле бер күренешкә тап булдыҡ – йорт алдында бер инәй бәпкәләр көтөп ултыра ине. Машинабыҙҙы туҡтатып, инәй менән һөйләшеп, уны фотоға төшөрөп алмайынса булдыра алманыҡ. Ошо ваҡиға беҙҙе, гүйә, бер аҙға ғына булһа ла ҡаҙ бәпкәләре көткән ғәмһеҙ бала саҡ йылдарына алып ҡайтҡандай булды.

Бала саҡҡа алып ҡайттыБала саҡҡа алып ҡайтты
Бала саҡҡа алып ҡайтты

Эш буйынса район буйлап сәфәрҙә йөрөгән саҡта, Күлләр ауылында йәмле бер күренешкә тап булдыҡ – йорт алдында бер инәй бәпкәләр көтөп ултыра ине. Машинабыҙҙы туҡтатып, инәй менән һөйләшеп, уны фотоға төшөрөп алмайынса булдыра алманыҡ. Ошо ваҡиға беҙҙе, гүйә, бер аҙға ғына булһа ла ҡаҙ бәпкәләре көткән ғәмһеҙ бала саҡ йылдарына алып ҡайтҡандай булды.

- Йыл да ҡаҙ һәм өйрәк бәпкәләре алып үҫтерәбеҙ. Быйыл 30 ҡаҙ себеше һәм 25 өй­рәк бәпкәһе алдыҡ. Әҙерәк үҫеп, нығынғансы берәр ай тирәһе ошолай итеп эргәһенән дә китмәй көтөргә тура килә. Аҙаҡ күлгә ҡыуа­быҙ. Ваҡытты бушҡа уҙғармайым, гәзит-китап уҡып алам. Бына бер тауығыбыҙ ҙа 12 себеш баҫып сығарҙы, - тип хәл-әхүәлен һөйләне беҙгә 90 йәшлек Тайба инәй Әбсәләмова.

Был фотоһүрәтте интернет селтәрендәге “Даирә” гәзите төркөмөнә урынлаштырғас, әлеге көндә ҡала шарттарында көн иткән төр­көмдәштәребеҙ ҙә беҙҙең һымаҡ үҙҙәренең ауылда уҙған бала һәм үҫмер саҡтарын һағы­нып иҫкә алды.

- Бәпкәләрҙе ҡарап ултырып та, бары­бер ҡарға әллә нисек алып китә торғайны. Ә һуңынан беҙҙе әрләйҙәр ине, - тип хәтерләй бер төркөмдәшебеҙ.

- Элек телефон да булманы, ултыра инек бәпкә һанап, үләндән һәм сәскәләрҙән таҡыя үреп. Хәҙерге балалар кем уҙарҙан “мин ҡа­райым” тип тиҙ генә сыға һалып китәләр. Өйҙә телефонда бик ултыра алмайҙар бит, ә бында рәхәтләнеп телефондары менән улты­ралар, - ти икенсеһе.

- Ошо йәшкә етеп бәпкәләр ҡарап улты­рғас, афарин, Тайба әбей! Иҫән-һау үҫтереп, көҙөн ашарға яҙһын, - тигән өсөнсө гәзит уҡыусыбыҙ теләктәренә беҙ ҙә ҡушылабыҙ.

Розалия БИКТИМЕРОВА.

Автор фотоһы.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас